Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының үҙәк ботаника баҡсаһы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының үҙәк ботаника баҡсаһы — илдәге иң боронғо ботаник учреждениеларҙың береһе.
Тарихы
үҙгәртергә1932 йылда БССР халыҡ комиссарҙары советы ҡарары буйынса ойошторола. Был тере үҫемлектәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау буйынса илдәге иң ҙур үҙәк, үҫемлектәр интродукцияһы, климатҡа яраҡлаштырыу, физиологияһы, биохимияһы һәм экологияһы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә алдынғы ғилми учреждение. Майҙаны буйынса ла (яҡынса 100 гектар), коллекция составы буйынса ла (10 меңдән ашыу атама, шул иҫәптән ябыҡ грунтта 2,3 мең) Европала иң ҙур ботаник баҡсалар иҫәбенә инә. 1999 йылда Беларусь Республикаһы хөкүмәте ҡарары буйынса баҡсаға милли байлыҡты тәшкил иткән ғилми объект статусы бирелә. Үҙәк ботаника баҡсаһы республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм ландшафт архитектураһы ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Әлеге ваҡытта Беларусь Милли фәндәр академияһы үҙәк ботаника баҡсаһы эшмәкәрлеге менән биология фәндәре докторы В. В. Титок етәкселек итә.
2006 йылдың 1 апреленән алып Первомайский районы хакимиәте ҡарары менән Үҙәк ботаника баҡсаһы тәмәке тартыу тыйылған биләмә тип иғлан ителгән.
2007 йылда ботаника баҡсаһында төҙөлөшө 2004 йылда башланған экспозицион оранжерея асыла. Оранжереяла планетаның төрлө климат зоналарында үҫкән экзотик үҫемлектәр үҫә. Яңы ҡоролма асылыу арҡаһында ботаника баҡсаһы ноябрь айынан апрель айына тиклем ҡышҡылыҡҡа ябылмай, ә оранжереяға килеү өсөн асыҡ ҡала.
Ботаника баҡсаһының фәнни коллективы донъя үҫемлектәр ресурстарын Беларусь халыҡ хужалығы һәм мәҙәниәте ихтыяждары өсөн файҙаланыуҙың теоретик нигеҙҙәрен һәм ысулдарын эшләй. Асыштар йәшел төҙөлөштөң, традицион булмаған емешселектең, дарыу үҫемлекселеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың практик мәсьәләләрен хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Аҡҡош күленең төп төйәкләнеүселәре
-
Быуа
-
Партер
-
БР Президенты А.Г. Лукашенко ултыртҡан ҡайын
-
Партер
-
Аҡҡош күле
-
Аҡҡош күлендә аҡ томбойоҡтар
-
Аҡҡош күлендә утрауға күпер
-
Аҡҡош күлендә балыҡтар
-
Аҡҡош күлендә сазан балыҡтар
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лапин П. И. Ботанические сады СССР. — М.: Колос, 1984. — 216 с.
- Ботанический сад Академии наук БССР: Путеводитель / Под ред. Н.В.Смольского. — Мн.: Изд-во АН БССР, 1956. — 181 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Центральный ботанический сад Национальной академии наук Беларуси
- Публикации сотрудников Центрального ботанического сада
- Коллекции растений Центрального ботанического сада
- Один день с сотрудником Ботанического сада (2013)
- Лимонарий, пальмарий и орхидеи. Экскурсия по фондовым оранжереям ботанического сада (2018)
- Центральный ботанический сад в Минске