Безбородко дачаһы
Безбородко дачаһы (Кушелев-Безбородко усадьбаһы, Кушелев дачаһы) — Санкт-Петербургта Неваның уң ярында боронғо усадьба һәм парк ансамбле. Усадьба төп бинаның фасады алдында урынлашҡан арыҫлан скульптуралары менән билдәле.
Безбородко дачаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1773 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Калинин районы |
Хужаһы | Григорий Григорьевич Кушелев[d], Григорий Григорьевич Кушелев[d], Александр Андреевич Безбородко[d], Григорий Николаевич Теплов[d] һәм Алексей Григорьевич Теплов[d] |
Имеет границей | Нева һәм Дача Дурново[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Калининский район (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Свердловская набережная, 40, 44, Полюстровский проспект, Пискаревский проспект, Феодосийская улица |
Безбородко дачаһы Викимилектә |
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәСанкт-Петербургҡа нигеҙ һалынғанға тиклем осор
үҙгәртергәКушелев-Безбородко усадьбаһы булғанға тиклем ерҙәрҙә, XVII быуат аҙағында Охта морононда урынлашҡан швед Ниеншанц ҡәлғәһе комендантының баҡсалары һәм ҡала ситендәге йорто булған. Төньяҡ һуғыш барышында 1703 йылда ҡәлғәне рус ғәскәрҙәре яулап ала. Һуңғараҡ Пётр I уны ҡатыны Екатерина I бүләк итә.
Теплов усадьбаһын төҙөү
үҙгәртергәУрындағы сығанаҡтар шифалы сифатында баһаланған. XVIII быуатта рус аҡһөйәктәре араһында сит илгә шифалы һыуға сәфәр ҡылыу модаға инеп китә. Йәшерен кәңәшсе һәм сенатор Григорий Теплов 1770 йылда сит илгә барыу урынына Палюстроволағы ҡала ситенә юллана. Нева яры буйында уға оҡшай һәм ул ҡала ситендә йорт төҙөргә ниәтләй. Императрица Екатерина II рөхсәте менән Теплов Полюстрово биләмәһенең хужаһы була.
1773—1777 йылдарҙа архитектор Василий Баженов проекты буйынса Неваға фасады менән готик стилдә йорт төҙөлә. Йәнәшәлә баҡса һәм оранжереялар барлыҡҡа килә. Элекке коммуникациялар (юлдар, дренаж канауҙар, һыу аҡмалары, ҡоҙоҡтар һ.б.) яҡшы һаҡланған.
Һуңғараҡ Теплов урындағы һыу менән һаулығын нығытыу түгел, уның менән саҡ ағыуланмай ҡалыуы тураһында һөйләй.
Безбородко дачаһы — Джакомо Кваренганың үҙгәртеп ҡороуы
үҙгәртергәСенатор вафат булғандан һуң уның улы Алексей Теплов аҡсаға мохтаж була һәм усадьбаны һата. Яңы хужаһы булып Екатерина вельможаһы һәм канцлер Александр Безбородко тора. Ул Тепловҡа шул ваҡыт өсөн ҙур сумма — 22 500 һум аҡса бирә.
Элекке йорт урыныда архитектор Джакомо Кваренга проекты буйынса яңы йорт төҙөлә. Дөрөҫ, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, проектты итальян түгел, ә рус архитекторы Николай Львов әҙерләй.
Бина элеккесә төп фасады менән Неваға ҡарай, ләкин хәҙер был классицизм стилендәге резиденция була. Төп корпустан ике ситтәге флигелгә ярым түңәрәк булып колоннада алып бара. Һуңғараҡ уларҙы ябыҡ галерея итеп үҙгәртәләр, ә барлыҡҡа килгән түр ихатаны Нева буйлап барыусы юлдан ғәҙәти булмаған кәртәләр менән айыралар: флигелдәрҙең фасадтары араһында ултырған егерме туғыҙ арыҫландың скульптураларын урынлаштыралар. Йыртҡыстарҙың ауыҙҙары йыуан сылбырҙарҙы тотоп тора. Ваҡыт үтеү менән усадьбаны «Арыҫландар менән йорт» тип атайҙар.
Нева ярында таш пристань төҙөйҙәр. Ситтәрендә сфинкс скульптураларын ҡуялар.
Александр Безбородко тирә-яҡ ерҙәр өсөн күп эшләй. Ауыл хужалығын, оҫтаханалар һәм балыҡ промыслаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
XIX быуатта усадьба
үҙгәртергәАлександр Безбородко вафат булғандан һуң поместье уның ҡыҙ туғаны, кесе ҡустыһы Илья Безбородконың ҡыҙы, княгиня Клеопатра Лобанова-Ростовскаяға күсә. Ул, үҙ сиратында, өлкән апаһы Любовь Кушелеваның улы, ир туғаны Александр Кушелевты тәрбиәләй.
Безбородко ырыуы яғынан ир-аттар линияһы юғалып барыу сәбәпле 1816 йылда Александр I үҙенең указы менән Александр Кушелевҡа үҙенең фамилияһына Безбородко фамилияһын ҡушырға рөхсәт итә. Ул инде усадьбаның хужаһы була, һәм усадьба Кушелев-Безбородко усадьбаһы тип атала башлай. Әммә һөҙөмтәлә «Кушелев дачаһы» атамаһы нығынып ҡала
XIX быуат уртаһында усадьба модалы дауаланыу курорты була. Махсус саҡырылған абруйлы табиптар Полюстрово һыуының сифаты тураһында ыңғай баһалама бирә.
Аптека хужаһы Фишер был урында ер участкаһын ҡуртымға ала һәм курорт ҡаласығы төҙөй. Йәй бында тормош ҡайнай. Курорт хеҙмәттәрендә ағас өйҙәр, ресторан һәм һыу инеү урындары була. Бер стакан Полюстрово һыуы ул ваҡытта бер тин тора. XIX быуаттың икенсе яртыһында Полюстрово ауылында күпләп дача төҙөй башлайҙар. Бында композитор Михаил Глинка, рәссам Карл Брюллов, шағир һәм драматург Нестор Кукольник һәм башҡа бик күптәр була.
1855 йылда Александр Кушелев-Безбородко вафатынан һуң усадьба уның улы Григорийға күсә. Был кеше әҙәбиәт менән етди мауыға, атап әйткәндә, «Русское слово» һәм «Шахматный листок» журналдарының нәшерсеһе була. 1858 йылда ул Рәсәйгә «Өс мушкетерҙың» авторы, Александр Дюма-өлкәнде Рәсәйгә килеүгә күндерә. Санкт-Петербургта булған сағында күренекле яҙыусы Кушелев дачаһында йәшәй. Григорий Кушелевта ҡунаҡта Иван Гончаров, Аполлон Майков һәм Алексей Пиемский була.
1868 йылда янғын һөҙөмтәһендә курорттың байтаҡ өлөшө яна. Күпмелер ваҡыт үткәс, граф Кушелев-Безбородко вафат була. Уның вариҫтары булмай, ә имение уның һеңлеһе Любовь Мусина-Пушкинаға ҡала. Яңы хужа 1873 йылда усадьбаны бер нисә өлөшкә бүлә һәм уларҙы һата. Һөҙөмтәлә йәнәшәлә «Яңы Бавария» һыра заводы барлыҡҡа килә. Элекке дача яңы фабрика предприятиелары менән алмашына. Әммә уникаль резиденция үҙенең йөҙөн һаҡлап ҡала.
Елизавета общинаһы
үҙгәртергә1896 йылда «Кушелев дачаһы» йорто һәм парктың ҡалған өлөшө Ҡыҙыл тәрен Йәмғиәте милкенә күсә. Элекке дворян усадьбаһында шәфҡәт туташтарының Елизавета общинаһы урынлаша. Яңы ихтыяждарға биналарҙы реконструкциялай башлайҙар. Паркта кирбестән дауахана корпустары төҙөйҙәрхеҙмәткәрҙәр өсөн фатирҙар, аптека һәм амбулатория ойошторалар. Архитектор Александр Кащенко проекты буйынса Изге Пантелеймон-табип сиркәүе төҙөлә.
ХХ быуат башына тиклем паркта скульптуралар аллеяһы, яһалма харабалар һәм Екатерина II һыны урынлаша.
Совет осоронда
үҙгәртергәВласҡа большевиктар килгәндән һуң айырым йортта йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы һәм туберкулезға ҡаршы 5-се диспансер урынлаша. Дауалау учреждениеһы тиҫтәләрсә йыл бинаны биләй һәм тик XXI быуат башында ғына уны ҡалдыра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә2017 йылда «Монолит» компанияһы усадьбаның күләмле реконструкцияһын башлай[2]. Инвесторҙар бинаны ғына түгел, ә паркты ла тергеҙергә вәғәҙә бирә. Сығымдар күләме 500 миллион һум баһаланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бунатян Галина, Чарная Марина. «Прогулки по рекам и каналам Санкт-Петербурга». Путеводитель. — Издательство «Паритет», Санкт-Петербург, 2007. — 256 с. — ISBN 978-5-93437-164-8.
- Лисовский, В. Г. «Архитектура Петербурга, Три века истории». — Издательство «Славия», Санкт-Петербург, 2004. — 416 с. — ISBN 5-9501-0034-4.
- Пыляев, Михаил. «Забытое прошлое окрестностей Петербурга». — Издательство «Паритет», Санкт-Петербург, 2004. — 528 с. — ISBN 5-93437-113-4.
- Синдаловский, Наум. «От дома к дому… От легенды к легенде». Путеводитель. — Издательство «Норинт», Санкт-Петербург, 2008. — 400 с. — ISBN 978-5-7711-0082-1.
- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Львы с ограды дачи Кушелева-Безбородко на реставрации[1]