Беглица мороно
Беглица мороно — Аҙау диңгеҙенең төньяҡ Рәсәй ярында, Таганрог ҡултығында, Таганрог ҡалаһынан яҡынса 25 км көнбайышта, һәм Кривая морононан 30 саҡрым көнсығышта, һыу ағыҙып килтергән ҡомло-ҡабырсаҡлы морон. Шулай уҡ морондан алыҫ түгел, төньяҡ-көнбайышта, Миус йылғаһы барлыҡҡа килтергән Миус лиманы (ҡултыҡ) урынлашҡан. Беглица мороно, административ-территориаль бүленеш буйынса, Ростов өлкәһенең Неклиновский районы биләмәһенә инә.
Беглица мороно | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Акватория | Таганрог ҡултығы |
Ил | |
АЕ первого уровня | Ростов өлкәһе |
АЕ второго уровня | Неклиновский районы |
Панорама морон Беглицкий | |
Беглица мороно Викимилектә |
Моронда сөсө һыулы бер нисә бәләкәй күл бар, улар ғәҙәттә эҫе йәйге айҙарҙа ҡорой. Шулай уҡ моронда Орлов исемендәге балыҡсылыҡ колхозының ташландыҡ ҡаралтылары (бер нисә кирбес барак, яр буйы тулҡын бәрелеше менән емерелгән туҡтау урыны) һәм, морондоң ситке көнсығыш осонда, маяҡ бар. Морон менән яр араһындағы ҡултыҡ түңәрәк формаһында — һай һәм сөсө һыулы, күп өлөшөн ылымыҡ баҫҡан.
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
үҙгәртергәБеглица мороно территорияһының, тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ, үҫемлектәр донъяһы бай — көпшәле үҫемлектәрҙең 142 биологик төрө теркәлгән. Шуның менән бергә, уларҙың күбеһе Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән.
Шулай уҡ, ҡултыҡтың юғары тиҙлектә һайығыуы менән бәйле, морон тирәһендә балыҡ тотоу күптән тыйылған. Был сара бында йәшәүсе ҡырағай өйрәктәр һәм аҡсарлаҡтар колонияһы өсөн бик яҡшы шарттар тыуҙыра.
Туризм
үҙгәртергәБеглица морононоң эре торлаҡ пункттарҙан һәм юлдарҙан алыҫлығы, уның туристар араһында популярлығына булышлыҡ итмәй. Бында тик ауыл-ара арба юлы (түшәлмәгән юл) илтә, ул көслө ямғырҙарҙан һуң бөтөнләй үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә. Моронда ниндәй ҙә булһа инфраструктураның булмауы арҡаһында палаткаларҙа ял итеү таралған. Әҙ һандағы туристарҙы ҡомло-ҡабырсаҡлы һыу инеү урыны (кварцлы ҡом һәм ҡабырсаҡ өлөшө 70 %-ҡа етә) һәм ләм менән дауаланыу процедуралары йәлеп итә. Шул уҡ исемдәге ҡултыҡтың төбөндә ҡом һәм балсыҡ ултырмаларынан торған ҡалын ләм ҡатлауы ята. Беглица мороно һыу күтәрелеү һәм ҡайтыу зонаһына (литораль) инә. Шуға ла, төбөндәге ләм ҡырсынташтан, ваҡ таштан , ҡомдан, органик ҡалдыҡтарҙан һәм ҡомло, балсыҡлы, ҡабырсаҡлы һаҙлыҡ тупрағынан тора. Дөйөм алғанда, ләменең һаулыҡ өсөн бөтә яҡлап файҙалы тәъҫире бар.[1]. Тулы, яҡшы сифатлы һыу инеү өсөн морон тик һыу күтәрелгән ваҡытта ғына яраҡлы була. Ярҙан 100 метр алыҫлыҡта ғына һыу тәрәнлеге 1 м-ға етә. Диңгеҙҙең тәрән булмаған һыуы (урыны менән 50 см) бәләкәй балалары булған ғаиләләрҙе йәлеп итә. Һәр ваҡытта ла ел булыуы һәм бейек үҫемлектәрҙең булмауы сәбәпле, Беглица мороно дельтаплан һәм парапланда осоусылар араһында популярлыҡ яулай[2].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Беглицкая коса: журавли и самосвалы» Эко-туристический фильм В. В. Залесского.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Беглицкая коса . Заповедная Россия. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ Пляж Беглицкая коса . Греческая 6. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2017 йыл 7 апрель архивланған.