Ҡасаҡ (хикәйә)
Ҡасаҡ — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр шул уҡ йылда «Петербург гәзитенең» 26-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Ҡасаҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Беглец |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | The Runaway[d] |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Ил | Рәсәй империяһы |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 28 сентябрь (10 октябрь) 1887 |
Баҫылған | Петербургская газета[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Ҡасаҡ» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр шул уҡ йылда «Петербург гәзитенең» 26-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1889 йылда һүрәтле «Стоглав» календарында баҫыла, А. Ф. Маркс баҫмаһында донъя күрә.
Чехов тере саҡта хикәйә дат, немец, серб-хорват, француз һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Тарих
үҙгәртергәЯҙыусының энеһе, Михаил Павлович Чехов, «Ҡасаҡ» хикәйәһе А. П. Чеховтың 1884 йылда Чикинск (Воскресенск) дауаханаһында практика үтеп йөрөгән сағындағы тәьҫораттары нигеҙендә яҙылған, тип иҫенә төшөрә[1][2].
Тәнҡит
үҙгәртергәХикәйәне Л. Н. Толстой баһалай. 1889 йылда яҙыусының ҡыҙы, Т. Л. Толстая, : «Атайыма Чеховтың «Стоглав» календарындағы очеркы бик ныҡ оҡшай, ул очеркты бер нисә тапҡыр ҡысҡырып уҡыны»,- тип яҙа. Д. П. Маковицкий Толстойҙың фекерен яҙып ҡуйған: «Эй, быны шул тиклем рәхәт уҡырға! Мин ҡайһы саҡ, йә бик күңелгә үтеп ингәндә, йә көлкөлө булғанда, ныҡ тулҡынланып уҡыйым»[3].
1893 йылда тәржемәсе Ю. Твероянская хикәйәнең авторына Париждан (1893), француздарҙың «Revue des Deux Mondes» журналында уның тәржемәһендә Чеховтың «Гусев» и «Ҡасаҡ» хикәйәләре баҫылып сығыуы һәи уларҙың ҙур уңышҡа ирешеүе тураһында яҙа.
Персонаждар
үҙгәртергә- Павел Галактионов, 7 йәшлек , ҡулы шешле малай.
- Клиника фельдшеры.
Сюжет
үҙгәртергәЕте йәшлек Пашаның Пасханан бирле ҡулы ауырта. Көҙ көнө әсәһе улын табибҡа күрһәтергә була. Клиникаға тиклем юл оҙон булғанлыҡтан, улар таң атҡансы йәйәү бара. Клиникала кеше бик күп була. Бына Пашаның да табибҡа сираты етә. Табип малайҙың ҡулындағы шеште ҡарай ҙа, уның әсәһен , балаһын клиникаға иртәрәк килтермәгәне өсөн, әрләп ташлай, сөнки хәҙер инде малайҙың ҡул быуыны ла ауырта башлаған була. Павелды, операция эшләргә була, дауаханала ҡалдыралар. Унда Павелды өс кешелек палатаға һалалар, кейемен алыштырып, тамағына ашаталар. Бала быға тиклем бындай таҙа һәм матур урынды күрмәгән була. Аҙаҡтан Павел дауахана буйлап йөрөй.
Төндә күрше палатала бер ауырыу вафат була. Быны күргән Паша урамға сыҡҡан ишекте таба һәм ҡурҡышынан дауаханан атылып сығып ҡаса, ләкин бик алыҫ китә алмай, «ниндәйҙер бер билдәһеҙ көс уның күкрәген ҡыҫа, аяҡтарына бәрә; ул сайҡалып китә һәм, өнһөҙ-тынһыҙ ҡалып, дауахана баҫҡысында йығылып китә». Ҡурҡышынан аңын юйған малайҙы кире клиникаға индереп һалалар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Беглец // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, page 105, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Fugitif, traduit par Édouard Parayre, Éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Беглец 2017 йыл 12 май архивланған.. Оригинальный русский текст.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бывшая Чикинская земская больница
- ↑ А. П. Чехов в воспоминаниях современников. Изд. «Художественной литературы», Москва, 1960
- ↑ «Л. Н. Толстой в воспоминаниях современников». Т. 2. М., 1960, стр. 250. Ср. т. III Сочинений, стр. 537