Баҡса ҡомағы
Баҡса ҡомағы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Eliomys quercinus (Linnaeus, 1766) |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Баҡса ҡомағы[1] (лат. Eliomys quercinus), кимереүселәр отрядының ҡомаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәКәүҙә оҙонлоғо 11—15 см. Арҡаһы ерән төҫмөрлө һорғолт көрән, муйыны, тамағы, күкрәге, ҡорһағы аҡ; күҙенән алып ҡолаҡ төбөнә тиклем ҡара һыҙат үтә. Мороно осло, ҡолаҡтары ҙур, түңәрәк. Артҡы аяҡтары алғыларынан бер аҙ оҙонораҡ. Ҡойроғо (оҙонлоғо 12 см тиклем) ҡуйы ҡыҫҡа, осонда аҡ ҡаймалы йәйенке бумала барлыҡҡа килтереүсе оҙон йөн м‑н ҡапланған. Полигам. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 5—10 бала тыуҙыра. 4 йылдан ашыу йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.
Туҡланыуы
үҙгәртергәОрлоҡтар, емеш‑еләк, бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, ваҡ умыртҡалылар, ҡош йомортҡалары м‑н туҡлана.
Таралышы
үҙгәртергәБашлыса Европа һәм Төньяҡ Африка урмандарында таралған. Ҡуйы ваҡ ағаслы ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа, урман ситендә, ҡырҡындыла, иҫке үртәндә, баҡсала осрай; ояларын ағас ҡыуышлыҡтарында ҡора, ҡайһы ваҡыт сит өңдәрҙе файҙалана. Башҡортостанда һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Талпан энцефалитын тыуҙырғысты йөрөтөүсе. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән/
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 443. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1843-ba-sa-oma-y(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергәБаза данных Позвоночные животные России: садовая соня 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Хәүефле хәлгә яҡын IUCN 3.1 Near Threatened : / 7618 |
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |