Баҙар майҙаны (Ротенбург-об-дер-Таубер)
Баҙар майҙаны (нем. Marktplatz) — Германияның [1] Ротенбург-об-дер-Тауберҙағы майҙандарының береһе.
Иҫтәлекле урын | |
Баҙар майҙаны
Marktplatz | |
Ил | Германия |
Урыны | Ротенбург-об-дер-Таубер |
Нигеҙләнгән | урта быуаттар |
Баҙар майҙаны Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәРотенбургтағы баҙар майҙаны эшлекле әүҙемлек тупланған урын. Бында аҙнаға бер баҙар, ҡала буйынса экскурсия ойошторола, традицион көтөүсе бейеүе күрһәтелә, ҡала фестивале байрамы ваҡытында фейерверктар осоралар. Баҙар майҙанында Ратуша урынлашҡан булып, һәм уның баҫҡыстары урындағы халыҡтың һәм туристарҙың осрашаыу һәм ял итеү урыны булып тора[1]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Баҙар майҙаны, күрәһең, ратуша[2] урынлашыу менән бәйле, Ратуша майҙаны булараҡ телгә алына.
Баҙар майҙанының Тимерлек урамы сатында ике фахверковый йорт урынлашҡан, уларҙың береһендә бургомистр Йагстгеймер йорто, икенсеһендә бейеү өсөн залы булған ит цехы урынлашҡан [2]. Ратуша янында Кәңәшсе әфәнделәр трактирының алһыу бинаһы төҙөлгән [3].
-
1901 йылда Баҙар майҙаны
-
1960 йыл
-
Баҙар майҙанында тарихи бейеүҙәр
-
Баҙар майҙаны урта быуат ҡоролмаһы менән уратып алынған
-
Мәҙәни ваҡиғалар йыш ҡына Ротенбургтағы Баҙар майҙанында бара
-
2015 йыл
-
Ротенбургта Раштыуа
-
Баҙар майҙанда Раштыуа йәрминкәһе
Баҙар майҙанын патрициан йорттары уратып алған. Ошо урындан күренә кеүек, һәр сәғәт, иртәнге сәғәт 10-да башланып, киске сәғәт 10-да тамамланып, Кәңәшсе (нем. Ratstrinkstube) Тавернаһындағы сәғәт бургомистра Нуштың «Оҫталарса йотом» «Мастерском глотке» тураһында ҡала легендаһы буйынса сәхнә күрһәтә. Элекке бургомистр ҡаланы империя ғәскәрҙәре генералы Тиллиҙың баҫып алып емеререүенән ҡотҡарып алып ҡалған тигән боронғо ырым йәшәй. 1631 йылдың октябрендә 3 ¼ литр франкон шарабын эсеп, ул бәхәстә пари отҡан. Шул уҡ Баҙар майҙанында ул ваҡытта Ротенбургтың ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалары йыйылған, һәм улар генералдан ҡаланы юҡ итмәүен һораған[1].
1632 йылда Баҙар майҙанында Швеция короле Густав-Адольф армияһы туҡтаған, ә король үҙе ратушала төн ҡунған [1].
1525 йылдың июнендә Баҙар майҙанында маркграф Казимир Бранденбург-Кульмбахский крәҫтиән ихтилалының 17 лидерын язалаған [1].
Кистәрен Баҙар майҙанында туристарға һәм ҡала халҡына төрлө легендалар һәм тарихтар һөйләүсе һәм шул уҡ ваҡытта, фонарь тотоп, биләмәләрҙе урап ҡарап йөрөүсе ҡарауылсы килә [4].
Баҙар майҙанында Ратстринкштубе (нем. Ratstrinkstube) — элекке замандарҙа ҡала советы ағзалары өсөн тәғәйенләнгән трактир булған, хәҙер унда туристик мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан. Майҙандың көньяҡ өлөшөндә Георг ҡоҙоғо — ҡаланың тағы ла бер иҫтәлекле урын төҙөлгән.Ҡоҙоҡтоң тәрәнлеге 8 метр тәшкил итә, һыйҙырышлығы — 100 000 литр һыу. Был ҡалалағы иң ҙур ҡоҙоҡ. Георг ҡоҙоғоноң артында Хофбронненгассе тыҡрығы урынлашҡан [5].
Баҙар майҙанынан экскурсовод оҙатыуында ҡала буйлап турҙар башлана. Улар 1 апрелдән 31 октябргә тиклем үткәрелә, раштыуа йәрминкәләре осоронда сәғәт 11-ҙән 14 сәғәткә тиклем немец телендә алып барыла, 14 сәғәттән инглиз телендәге экскурсиялар башлана. 1 апрелдән 30 декабргә тиклем төнгө ҡарауылсы менән экскурсия ойошторола. Экскурсия киске сәғәт 8-ҙә инглиз телендә, һәм 21:30 сәғәттә немец телендә үтә [5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ 2,0 2,1 Бабкин Игорь Владимирович, 2011, с. 306
- ↑ Бабкин Игорь Владимирович, 2011, с. 307
- ↑ Романтические города Германии: Ротенбург-об-дер-Таубере .
- ↑ 5,0 5,1 Добро пожаловать в Ротенбург!
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бабкин Игорь Владимирович. ЕВРОПЕЙСКАЯ МОЗАИКА: Историко-архитектурный обзор Европейских стран. — 2011. — 552 с.