Башҡорт этикеты — башҡорттарҙа үҙ-ара аралашыуҙың йола рәүешен алған ғәҙәти ҡалыптары. 

Башҡорт этник этикеты башҡорт халҡының матди йәшәү шарттары һәм рухи мәҙәниәте йоғонтоһо аҫтында формалашҡан һәм башҡа халыҡтар менән аралашыуҙың йоғонтоһон да  кисергән.

XIX быуатта Л. фон-Берхгольц башҡорттарға хас психологик һыҙаттарҙы һүрәтләгән: «Улар тоҡанып барыусан, әммә яуыз түгел…» Башҡорт «үҙенә иғтибар иткәнде, үҙен йә атын, ҡыйыулығын, таһыллығын маҡтағанды ярата. Башҡорт тәкәббер, үҙенә иғтибар итмәһәләр, бигерәк тә хөрмәт күрһәтелмәһә, үпкәләп бара…». Ошондай һыҙаттар, шулай уҡ сит йоғонто аҫтына эләгеү, ҡуҙғыусанлыҡ, тура һүҙлелек, башҡаларҙың эш-ғәмәлдәренә сабыр мөнәсәбәт, түҙемлелек әле лә бар.  

Тасуирлама

үҙгәртергә

Башҡорт этник этикетына хас төп төшөнсә — «тыйнаҡлыҡ». «Тыйнаҡлыҡ» һүҙе менән билдәләнгән мәғәнәләр күп: баҫалҡылыҡ, тотанаҡлылыҡ, өҫ-баштың бөхтәлеге, йыйнаҡлығы, тейешенсә атлап йөрөү (бик шәп тә түгел, бик яй ҙа түгел); тауыш тембры, юғарылығы; ултырғандағы поза һ.б.

Аралашҡанда кешенең йәшен иҫәпкә алыу башҡорт этикетының үҙенсәлеге һанала. Башҡорт этикеты өлкәндәргә хөрмәтле мөнәсәбәт талап итә. 

Башҡорт этник этикетында ғаилә-никах мөнәсәбәттәренә, ата-әсә менән балалар, ир менән ҡатын, балаларға, ҡунаҡтарға мөнәсәбәткә ҡағылған нормалар күп.  Тәртип нормалары тыйыуҙар рәүешендә булған һәм уларҙы боҙған өсөн Хоҙай язаһы вәғәҙә ителгән.  Әҙәп нормаларына ярашлы, ир менән ҡатын сит кешеләр йә өлкәндәр алдында бер-береһе менән һөйләшмәгән, бер-береһенә исеме менән өндәшмәгән. Ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙҙар «беҙҙеке», бала тыуғандан һуң  — «атаһы», «хужам», өлкән йәштәге ҡатындар «бабай» тигән һүҙҙәрҙе ҡулланған. 

Кеше алдында хис-тойғолар күрһәтеү хупланмаған. Ҡатын кешегә башҡалар алдында ирен әрләү, унан көлөү тыйылған.  Шулай уҡ уға ир-аттың, хатта балаларҙың  юлын ҡыйыу, ялан баш йөрөү ярамаған. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә, әрләшмәҫкә, тиргәмәҫкә тейеш булған.  

Башҡорт әҙәп нормалары туй йолаларына ла (кәләштең кейәү йортона килеүе, тупһаны аша атлап үтеү, бүләктәр бирешеү, өй эйәләрен ризалатыу, ҡыҙҙарҙың баш кейемен ҡатындарҙыҡына алмаштырыу, билбау тағыу һ.б.) ҡағыла[1].

Cусҡа, йыртҡыс хайуандар һәм ҡоштар (ыласын, төйлөгән, һөҙһөт) итен, йылан һәм тәлмәрйен, аҡҡош һәм торна итен, тәңкәһеҙ балыҡты ашарға ярамау  дини тыйыуҙар менән бәйле булған. Шулай уҡ малдың ҡалҡан биҙен, арҡа мейеһен, талағын ашау тыйылған. 

Башҡорттарҙың табын этикеты ҡунаҡҡа хөрмәт күрһәтергә ҡуша, ниндәй аҙыҡты ҡайһы ҡул менән, күпме ашарға,  беренсе булып ашай башлау һәм ашауҙы нисек тамамлау ҡағиҙәләрен һүрәтләй. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Баязитова, р. Р. Традицион сығанаҡ белеүе башҡорттарҙың // Ғалимдәре яҙмалары факультетының башҡорт филология 2005: Актуаль проблемалар теорияһы һәм методикаһын, филология фән. Өфө, 2005. С. 186-196.
  • Баязитова, Р. Р. Традицион башҡорт этикет ғаилә // V грифель этнографов һәм антрополог Россия (Омск, 9-12 июнь 2003 йыл). М., 2003. С. 93.
  • Баязитова, р. Р. Речевой этикет башҡорттарҙың // Тел һәм әҙәбиәте поликультурного киңлегендә. Материалдар региональ фәнни-ғәмәли конференция. Бирск, 2003. С. 109-112.
  • Стена И. А. Башкирка. М.: Һаҡлау, әсә һәм младенчества. 1928, С. 11,18, 22-23.
  • Руденко, С. И. Башҡорттар. Тәжрибә этнологической монографии. С. II. Көнкүреше, башҡорттар. Л., 1925. 330. с.;
  • Султангареева Р. А. Башкирский свадебно-обрядовый фольклор. — Өфө, 1994. С. 12.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә