Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары

башҡорт телендәге игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған терминдар

Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары— башҡорт телендәге игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған һүҙҙәр тураһындағы китап. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә донъя күргән итаптың авторы— филология фәндәре докторы Э.Ф.Ишбирҙин[1].

Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары
Атамаһы Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары
Автор Э.Ф.Ишбирҙин
Нәшер итеүсе Башҡорт дәүләт университеты
Нәшер ителеү ваҡыты 2002

Эстәлеге үҙгәртергә

 
Белорет районы башҡорттары ер һөрә

Китапта башҡорт телендә ҡулланылған игенселек һәм баҡсасылыҡ тармағына ҡараған лексика тикшерелә. Автор фекеренсә, үткән дәүерҙәрҙә башҡорт халҡының көнкүрешендә малсылыҡ төп урынды алып торһа ла, лексика үҙенсәлектәре ер эшкәртеүҙең дә хужалыҡта бик мөһим булыуын иҫбатлай[2]. Был фараз археология, этнография һәм башҡорт фольклоры материалдары менән нығытыла.

Китапта игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙән тыш уларға бәйле аҙыҡ һәм аш-һыу атамалары, игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған атамаларҙың һүҙлеге лә бирелә.

Э.Ф.Ишбирҙин китабында башҡорт телендә 1920-1940-сы йылдарҙа төрлө фәндәр буйынса булдырылған терминдар һәм уларҙың бөгөн дә ҡулланышта булғандары тураһында материал, шулай уҡ башҡорт телендә булған һүҙҙәр урынына рус теленән туранан-тура тәржемә ителеп, һүҙлектәргә инеп киткән һүҙҙәр тураһындағы мәғлүмәткә лә урын бирелгән (мәҫәлән, плавник-«балыҡ ҡанаты» урынына йөҙгөс[3] һ.б.).

Китап студенттар, ғалимдар һәм башҡорт теле һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте. - Өфө, 2002 йыл - 150 бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә

хакасском языке. Белоглазов П.Е. и Каскаракова З.Е.]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ишбердин Эрнст Файзрахманович
  2. Хозяйство
  3. [Йәнтүрин С.И. Зоология терминдарының русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлеге. - Өфө, Китап, 2019. - 336 бит.pdf Зоология терминдары һүҙлеге. 161-се,162-се бит]