Башҡорт моңо (шиғыр)

Башҡорт моңо - Фәтхелҡадир Сөләймәновтың 1914 йылда "Мөғәллим" журналының 8-се һанында баҫылып сыҡҡан шиғыры.

Әҫәргә ҡыҫҡаса күҙәтеү

үҙгәртергә

1914 йылда «Мөғәллим» журналының 8-се һанында баҫылып сыҡҡан был шиғырында автор үҙенең «аҡ тирмәнән сығып, моңло төндә» ай батҡанын ҡарап тороуын һәм шул мәлдә кисергән уй-тойғоларын тасуирлай. Шағир ата-бабалар йәшәгән боронғо данлы һәм шанлы замандарҙы һағынып иҫкә ала, шул тормоштоң иркенлегенә, муллығына һоҡлана, ил һаҡлап яу сапҡан ҡаһармандарҙы маҡтай. Ахырҙа уйҙары менән үҙ заманына әйләнеп ҡайтып, милләттәштәрендә киң тарала барған меҫкенлек, ялҡаулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ кеүек кире сифаттарҙы тәнҡитләй.

Башҡорт моңо

Аҡ тирмәнән сығып, моңло төндә
Ҡарап торҙом айҙың батҡанын.
Йоҡоларым ҡасып, күп уйланып,
Көтөп торҙом таңдың атҡанын.
Йылт-йылт итеп янған нурлы йондоҙ
Әллә нимә һала күңелгә,
һыҙлана ла күңел, моңлана ла
Әллә нимә бөтөн түгелгә.
Иҫкә төшә шунда- иҫке саҡтар —
Ата-бабаларҙың дандары.
Күҙ алдында иләҫ-миләҫ итә
Көтөү-көтөү йөрөгән малдары.
һаҙаҡтарын тартып, һөңгө тотоп,
йөрөгән улар матур аттарҙа.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Ил бирмәгән яман-яттарға.
...Яҡшы аттар киткән, инде ҡалған
Ҡуян йөрәк, ялҡау, ямандар...
Бер йырланым шулай, бер иланым,
Илап торҙо ҡара урмандар.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алы барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн хрестоматия / автор- төҙөүсе:Ғ.С.Ҡунафин, Ғ.Б. Хөсәйенов/ - Өфө: Китап, 2017, - 260 бит.
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.