Башҡорт мегантиклинорийы
Башҡорт мегантиклинорийы — Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы (киң антиклинорий) Көньяҡ Урал тектоник структураһы.
Характеристика
үҙгәртергәБашҡорт мегантиклинорийы (56° так как) көньяҡ-көнсығышта субмеридиональ һуҙыла. Структураның оҙонлоғо — 250 км, киңлеге — 100 км
Составы
үҙгәртергәПалеозой һәм рифейға тиклемге ултырмаларҙан торған рифей-венд ултырмаларынан ғибәрәт. Үҙәк өлөшө рифейҙың терригон-карбонат ултырмаларынан тора. Нигеҙе — түбәнге риф ултырмалары.
Рельефы
үҙгәртергәРельефы көнбайыш һәм көнсығыш өлкәлә айырыла. Көнбайыш өлөшөнә йыйырсыҡлы -киҫәкле структура хас (Алатау, Тараташ, Ямантау антиклинорийҙары, Ҡаратау структура комплексы, Инйәр синклинорийы). Көнбайыш өлөшөндә мегантиклинорийҙың палеозой ултырмалары кембрийға тиклемге ултырмаларҙың өҫтөндә ята. Көнсығыш өлөшөнә батҡан йыйырсыҡлы структуралар хас (Йылайыр синклинорийы[1], Уфалей антиклинорийҙары).
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт мегантиклинорийы оҙайлы ваҡыт дауамында формалаша. Рифей дәүерендә Башҡорт мегантиклинорийы Кама-Бельский авлакогены менән бәйле була, ул 13 км тәрәнлеккә тиклем бата . Венде дәүерендә ултырма ҡалын ҡатламдар йыйырсыҡтар булып баҫыла, шулай итеп боронғо антиклинорий барлыҡҡа килә
Ордовик дәүерендә батыу циклы үтә. Палеозой дәүерендә 3 километрҙан алып 4 километрға тиклем ҡалынлыҡтағы һыуы һай ултырмалар туплана. Һуңғы палеозой дәүрендә ултырма ҡатламдар йыйырсыҡланып бата һәм көнбайышҡа күсә.
Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар
үҙгәртергәБашҡорт мегантиклинорийында түбәнге һәм урта рифейҙың карбонатлы, балсыҡлы-карбонатлы ултырмалары бар. Улар менән магнезит (Һатҡы), тимер (БаҠал төркөмө), полиметалдар (Аршы, Ҡужа), флюорит (Соран) ятҡылыҡтары бар.
Мәғдән ятҡылыҡтарының формалашыу механизмын Л. В. Алфимов тасуирлай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Иванов К. С. Основные черты геологической истории и строения Урала. Екатеринбург, 1998. 252
- с. Ковалев С. Г. Динамика формирования среднерифейской рифтогенной структуры (западный склон Южного Урала) // Докл. РАН. 2004. Т. 396, № 2.
- Ямаев Ф. А., Ротарь А. Ф. Интрузивные породы центральной части Башкирского мегантиклинория //
- Магматизм и эндогенная металлогения западного склона Южного Урала. Уфа: БФАН СССР, 1973. С. 90-97.
- Kemp A. I. S., Hawkethworth C. J. Granitic Perspecties on the generation and Seculer evolution of the Continental Crust // Treatise on geochemistry. 2003. V. 3. P. 349—410.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В. Н. Пучков. Башкирский мегантиклинорий . ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- http://www.anrb.ru/OLD/geol/PAPERS/E2007/04_01_07.pdf 2014 йыл 30 декабрь архивланған.
- http://geo.web.ru/conf/Litsov_2000/litsov33.htm