Башҡорт-рус ике теллелеге

Башҡорт-рус ике теллелеге — Рәсәй һәм БДБ илдәрендә йәшәгәнбашҡорттар араһында киң таралған күренеш. Башҡорт һәм рус халыҡтарының тарихи күршелеге менән аңлатыла.

Рәсәй Федерацияһында рус теле рәсми тел итеп раҫланған һәм күп милләтле дәүләттә милләт-ара аралашыу теле итеп файҙаланыла. Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһында республикаға исем биргән халыҡтың теле булып тора. Эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә кешеләргә бер юлы рус телен дә, башҡорт телен дә белеү кәрәк. 

Тарихи шарттарға бәйле, башҡорт-рус ике теллелеге тик башҡорт милләтле кешеләргә ҡағыла. Республикалағы рус телле халыҡтың башҡорт телен белеүе бик сикләнгән, сөнки ғәмәли күнекмәләр менән бик насар тәьмин ителгән. 

Ауылдарҙа йәшәгән башҡорттарҙың 92 проценты самаһы башҡорт телен һәйбәт белә. Ҡалаларҙа йәшәгән башҡорттарҙың 74 проценты башҡортса белә. Башҡорттарҙың ҡалалағы 50 проценты һәм ауыл ерендәге 24 проценты рус телен дә, башҡорт телен дә берҙәй һәйбәт белә. Ҡала башҡорттарының 32 проценты һәм ауылдағыларҙың 6,4 проценты рус телен башҡорт теленә ҡарағанда һәйбәтерәк белә .

Башҡортостанда шулай уҡ өс (рус, башҡорт, татар) һәм унан күберәк тел белеүселәр бар. Башҡорт теле милләт-ара аралашыу өсөн өҫтәмә тел булып хеҙмәт итә. 

Башҡорт-рус интерференцияһы

үҙгәртергә

Ике теллелек арҡаһында башҡорт һәм рус телдәрен белгән кешеләр телмәрендә интерференция күренеше барлыҡҡа килә. Ике теллеләр телмәрендә була торған туған тел нормаларынан тайпылыу интерференция тип атала. 

Интерференция күренеше осраҡтары телдең фонологик, грамматик һәм лексик кимәлдәрендә күҙәтелә.  Тел интерференцияһы проблемалары рус һәм башҡорт милләтле балаларҙы бергә уҡытҡанда барлыҡҡа килә.  

Интерференцияның айырыуса йыш осраҡтары ишетелеше буйынса оҡшаш һүҙҙәрҙә хасил булыусан: ак[ы]т — акт, апт[и]ка — аптека, ба[ту]н — батон, би[ту]н — бидон, гал[уш] — галоши, к[әнушнә] — конюшня, к[әритә] — корыто, [малатук] — молоток һ. б.

Һөйләмдәрҙә интереференция күренеше осрай: «Мин пошел. Можно мы я книгу возьму»«Ты будешь достать банку варенья из подпола. Мин буду написать сочинение о весне».

Интерференция түбәндәге осраҡтарҙа  күҙәтелә:

  • Һүҙ уртаһында тартынҡылар араһына артыҡ һуҙынҡы өҫтәү: проспек[ы]т — проспект, ак[ы]т — акт.
  • Һүҙ башында ла артыҡ һуҙынҡы ҡуйылыусан: [ы]штан — штаны.
  • Башҡорт теленең фонетик нормаларын рус теленә күсереү — өндәрҙе алмаштырыу.
  • Башҡорт теленең грамматик төҙөлөш нормаһын рус теленә күсереү  (Мальчик собаку учит).

Тел интерференцияһына бәйле проблемаларҙы бөтөрөү өсөн мәктәптәрҙә телде тәрән өйрәнеү, тел лексикаһы өҫтөндә даими эшләү, әҙәби уҡыуҙар, телдән һәм яҙма телмәрҙе күҙәтеү кеүек алымдар ҡулланыла.  

  • Юлдашев Ю. Х. Национально-русское двуязычие в Республике Башкортостан в современных условиях. Уфа, 2007.
  • О двуязычии в Башкирской ССР // Проблемы духовной культуры тюркских народов СССР. Уфа, 1991.
  • Этноязыковая ситуация в Ленинском районе г. Уфы (социолингвистический аспект) Л Проблемы духовной культуры тюркских народов СССР. Уфа, 1991.
  • О некоторых особенностях двуязычия // Наука Урала. Свердловск, 1991.№ 16.
  • Проблемы двуязычия в городе // Вопросы этнографии городского населения Башкортостана. Уфа, 1992.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ураксин З. Г. Билингвизм.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 180. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә