Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап)

Башҡортостнад йәшәгән һәм осраған ҡоштар тураһында белешмә китап

Башҡортостан ҡоштары- ҡоштар тураһында белешмә китап. Китапта Башҡортостанда йәшәгән һәм осраған ҡоштар, уларҙың төйәкләнгән урындары, тереклек итеү шарттары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә. Автор ҡоштарҙың әҙәби башҡорт телендәге һәм ерле һөйләштәрҙәге исемдәре, уларҙың тауыштарының яңғыраштары тураһында ла яҙа. 1986 йылда Өфөлә сыҡҡан был китаптың авторы- филология фәндәре докторы Ишбирҙин Э. Ф.[1]

Башҡортостан ҡоштары
Атамаһы Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап)
Автор Э.Ф.Ишбирҙин
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү ваҡыты 1986

Эстәлеге үҙгәртергә

 
Ыласын (сапсан)

Китапта 257 ҡош тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә. Бынан тыш был китапта Башҡортостандағы ҡоштар исемдәренең алфавит күрһәткесе, китапта килтерелгән ҡош исемдәренең башҡортса-русса-латинса һүҙлеге, «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы»на индерелгән ҡоштарҙың исемлеге, 43 таблицала бер отрядҡа ҡараған ҡоштарҙың аҡлы-ҡаралы һүрәттәре урын алған. Был белешмә бөтә тәбиғәт һөйөүселәргә, уҡыусылар, уҡытыусыларға һәм башҡорт теле менән ҡыҙҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф.Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — һүрәттәре менән 168 бит.
  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — 2-е изд., доп. и перераб. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — C. 122—123. — ISBN 978-5-904555-77-1

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә