Башҡортостан эвакогоспиталдәре

фронтта йәки тылда зарарланған йәки фронтта яра алған һәм сирле кешеләргә БАССР территорияһында медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар.

Башҡортостан эвакогоспиталдәре — фронтта йәки тылда зарарланған йәки фронтта яра алған һәм сирле кешеләргә БАССР территорияһында медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар.

Башҡортостан эвакогоспиталдәре
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Башҡорт АССР-ы

1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Һуғыштың тәүге аҙналарында дошман илебеҙҙең ҙур ғына территорияһына баҫып инә. Фронт линияһы даими рәүештә үҙгәреп тора, шуға күрә яралыларҙы ҡотҡарырға, яу яланында уҡ яралы һалдатҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә һәләтле ҙур булмаған эвакогоспиталдәр булдырыу талап ителә. 1941 йыл аҙағынараҡ, атап әйткәндә 7 декабрҙә Ленинградта Невская Лавра территорияһында шундай эвакогоспиталь (85-се һанлы) эшләй башлай[1]. Ул 1941 йылдың 8 декабренән 1945 йылдың 9 майына һәм 1945 йылдың 9 майынан 1945 йылдың 9 авгусына тиклем хәрәкәт итеүсе армия составына инә. Ул Ленинград һәм Волхов фронттарының яралы яугирҙәренә медицина ярҙамы күрһәтә.

85-се госпиталь начальнигы А.Х. Мадаян, политруктар: Румянцев. Ананьев, Гапеев; табиптар: Скворцов, Подольский һәм башҡалар. Беренсе көндә үк звакогоспиталь дошман самлолеттарынан бомбаға тотола. Госпиталдең хеҙмәткәрҙәренең күбеһе институт һәм университеттар тамамлаған медицина белгестәре, әммә 7-8 класты ғына тамамлаған 16-17 йәшлек йәш ҡыҙҙар ҙа күп була.

Госпиталдәге эш фронттағы хеҙмәттән һис кенә лә еңел булмай.1941 йыл аҙағында һәм 1942 йылдар башында Волхов фронтында хәлдәр киҫкенләшә, шуға ла 85-се госпиталь шунда йүнәлтелә. Эшелон Ладога күленә табан юллана һәм Тормош юлы тип аталған юлға сыға.

Ладога буйлап барғанда госпиталь хеҙмәткәрҙәре боҙ аҫтына киткән машиналарҙы, һәләк булған һалдаттарҙы һәм блокадалағы Ленинградҡа икмәк ташыған машиналарҙы күрә[2].

Яралы һалдаттың ғүмере өсөн көрәш тә, әлбиттә, яу яланында уҡ башлана. Ялан шарттарында санитарҙарҙың дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүе, тәүге табип ярҙамының квалификациялы булыуы мөһим роль уйнай. Яралыларҙы һәм сирлеләрҙе, тәғәйенләнгән урынға эвакуациялап, уларҙы ғилми нигеҙҙә эҙмә-эҙлекле дауалау буйынса В. А. Оппель, Е. И. Смирнов, Б. К. Леонардов, Н. Н. Бурденко һәм башҡа күренекле медик-ғалимдарҙың ғилми эштәре мөһим урын алып тора[3].

Башҡортостандағы эвакогоспиталдәр

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ҙа 63 эвакогоспиталь ойошторола, уларҙың 36-һы Өфөлә урынлаша, - улар тәрән тылдағы госпиталдәр. Республика эвакогоспиталдәрендә 422 табип һәм 1300 урта медицина хеҙмәткәре яралы һалдаттарға медицина ярҙамы күрһәтә. Һуғыш осоронда республика эвакогоспиталдәрендә 250 мең яралы һәм ауырыу һалдат дауалана. Медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙәҡәр ярҙамы арҡаһында яугирҙәр һәм командарҙарҙың яртыһы тип әйтерлек - 46,6 проценты ҡайтанан сафҡа баҫа. Башҡортостан медицина университеты профессорҙары Н. И. Савченко, Случевский, В. А. Жухин, Тереғоловтарҙың медицина өлкәһендәге яңылыҡтарҙы практикаға индереүгә ынтылышы яралыларҙы дауалауҙа ҙур роль уйнай. . Табиптар С.В. Михайловский һәм В.А. Смирнова илдә беренсе тапҡыр яраларҙы һәм септик ангинаны дауалау өсөн академик А.А. Богомолецтың антиретикуляр цитотоксик сывороткаһын ҡуллана. Ҡан ағыуын туҡтатыу һәм яраның тиҙерәк бөтәшеүен тиҙләтеү өсөн академик А.В. Палладиндың К3 витаминын ҡулланыуҙы маҡсатҡа ярашлы булыуын иҫбатлай[4].

Башҡортостандағы эвакогоспиталдәрҙең 2‑һе СССР Оборона Хәрби Комиссариатына (289‑сы, 1742‑се), 4‑һе — Бөтә Союз Профессиональ союздарҙың Үҙәк Советы (4018‑се, 4019‑сы, 4045‑се, 4052‑се), ҡалғандары БАССР Һаулыҡ һағы Халыҡ Комиссариаты ҡарамағында була. Эвакогоспиталдәр район дауаханалары, мәктәптәр, уҡыу йорттары биналарында урынлаштырыла.

Эвакуация госпиталдәренә 1741‑се эвакогоспиталь базаһында эшләгән 1‑се Мәскәү медицина инстатуты (П.Е.Лукомский, Н.А.Семашко, И.М.Эпштейн һ.б.), 1019‑сы эвакогоспиталь базаһында эшләгән СССР Медицина Фәндәр Академияһының Нейрохирургия ғилми-тикшеренеү институты (Б.Г.Егоров), Украина ССР‑ы Фәндәр Академияһының (В.Х.Василенко, А.В.Палладин, Н.Д.Стражеско һ.б.), И.И. Мечников исемендәге Мәскәү өлкә эпидемиология, микробиология һәм инфекция ауырыуҙары институты, шулай уҡ республикаға эвакуацияланған Киев, Минск, Витебск һ.б. медицина институттары ғалимдары дауалау‑консультация буйынса ҙур ярҙам күрһәтә.

Эвакогоспиталдәр утлы ҡоралдан яраланғанда ҡан тамырҙарын (А.А.Полянцев); остеомиелитты (И.Г. Лукомский, Л.С.Гольберг һ.б.); тимер сым ҡулланып һөйәктәр һыныуын (Б.И. Кимельман); йылытылған парафин м‑н яй төҙәлгән яраларҙы һәм сей яралы бирсәләрҙе (Н.С.Слепов); баш мейеһе (А.С.Борзунова, И.Л.Вакуленко, М.Н.Ғайсина, Н.И.Савченко, И.Ф. Случевский) һәм арҡа мейеһе (Н.Ф. Воробьёв) йәрәхәттәренә бәйле невроздарҙы һәм психик ҡаҡшауҙарҙы, шулай уҡ дауалауҙың башҡа яңы ысулдары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә[5].

Яралы­ларҙы һәм ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн дауалау республиканың “Алкин”, “Янғантау” һәм башҡа шифаханаларында дауам итә.

Ишембай ҡалаһындағы 2606-сы эвкогоспиталь 1941 йылдың сентябренән 1943 йылдың декабренә тиклем эшләй. Ул ҡаланың 3-сө башҡорт мәктәбенең (хәҙер Әхмәтзөки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһының уҡыу корпусы) ике ҡатлы бинаһына урынлашҡан була. Ишембайҙың 1-се мәктәбе (хәҙер 1-се ҡала гимназияһы) бинаһына 5920-се эвакогоспиталь (1943 йылдың сентябре - 1946 йылдың сентябре) урынлаша. Оло йәштәгеләрҙең хәтерләүенсә, был эвакогоспиталдә әсиргә төшкән дошман һалдаттарына медицина ярҙамы күрһәтелгән.

  • Кулагина А.А. Эвакогоспитали Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1988;
  • Медицинская наука и практика в Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 2005;
  • Башҡорт энциклопедияһы. Өфө. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы. 2005-2011.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.sites.google.com/site/evakogospitalno851/istoria/nacalo-boevogo-puti 2020 йыл 17 октябрь архивланған.
  2. https://www.sites.google.com/site/evakogospitalno851/istoria/nacalo-boevogo-puti 2020 йыл 17 октябрь архивланған.
  3. https://studfile.net/preview/3885323/page:2/
  4. https://studfile.net/preview/3885323/page:2/
  5. http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/17445-evakuatsiya-gospitald-re 2020 йыл 10 август архивланған.