Башҡортостан филателистары

Башҡортостанда филателия тарихы

Башҡортостан филателистары ойошмаһы- 1961 йылда Өфө филателистар клубы барлыҡҡа килә. Бөгөн- Рәсәй филателистар ойошмаһының бер өлөшө.

Башҡортостан филателистары
Издание организации Филателия (журнал)[d]
Дәүләт  Рәсәй
Алдағы Всесоюзное общество филателистов[d]
Рәсми сайт sfr-rus.ru
 Башҡортостан филателистары Викимилектә
Атрибуты филателиста — альбом для марок, каталоги почтовых марок и лупа

Терминдың килеп сығыуы

үҙгәртергә

«Филателист» «филателии» (от грек. «φίλος», «φιλέω» — дуҫ, яратам һәм «τέλος» — йыйыу, пошлина)[1] һәм « почтаға түләү билдәләрен яратыусы». Болгарияла филателист — марколюбител[2], марколюб[3]. Инглиз телендә «филателист» һүҙенә ингл. philatelist stamp collector тап килә[4], ҡайһы саҡта stamp lover[5].

Башҡортостандағы филателия тарихынан

үҙгәртергә

Филатели́ст — почта маркаларын һәм башҡа почтала түләү билдәләрен йыйыусы, үҙ коллекцияһын йыйғанда филателия принциптарына таяныусы. Флателист почта маркаларын йыйып ҡына бармай, уларҙы һайлаған йүнәлеш буйынса тикшерә, почтаның тарихын һәм үҫешен өйрәнә , филателистик күргәҙәмәләрҙә ҡатнашыу өсөн үҙ коллекцияһын айырып төҙөй һәм биҙәй.

Донъялағы беренсе фиателистар ойошмаһы 1840 йылда барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә иң тәүге филателистар ойошмаһы Мәскәүҙә 1883 йылда барлыҡҡа килә.

Почта конверты Рәсәй империяһында 1845 йылдың 1 декабрендә сығарыла башлай, уларҙы штемпелле конверттар тип йөрөәләр. 1953 йылдан башлап, СССР-ҙа һүрәттәр менән биҙәлешле маркалар , 1957 йылдан башлап, һүрәттәр менән биҙәлгән конверттар сығарыла башлай. Бер конверттың тиражы 10 миллиондан артып киткән саҡтар була(барлығы 20 меңдән артыҡ сюжет һәм тема ҡулланыла).

Илдең һәр регионы үҙ темаһына заказ бирә. Әлегә Башҡортостан, Өфө тураһындағы сюжетлы 160 төрлө конверт сыҡҡан. Иң беренсе булып «Ағиҙел йылғаһы» тигән һүрәт төшкән конверт сығарыла (1957).

1957 йылда СССР-ҙа Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтә, был ваҡиға филателия үҫеүгә бер этәргес була.

1961 йыл - Өфөләге «Родина» кинотеатрында аҙнаһына бер тапҡыр филателистар йыйылыша башлай. Ул ваҡытта Виктор Соколов, Борис Таич, Георгий Дадаян, Евгений Волков иң бай коллекциялы филателистар иҫәбендә була.

Өфө күренеше төшкән икенсе конверт- Коммунистик һәм Ленин урамы сатындағы скверҙа ҡуйылған Ленин һәйкәле.

1962 йыл- А. Матросов исемедәге парк ("Иҙел" йәйге кинотеатрҙың үҙәк инеү урыны күренеше менән).

1960 йылдарҙа Өфөлә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле төҙөлә. Улар йыш ҡына конверт тыштарына баҫтырылып сығарыла башлай.

1969 йылды мартында Башҡорт АССР-ының 50-йыллыҡ юбилейына арнап, өс төрлө һүрәтле конверт сыға, береһендә Өфө планетарийы күренеше була.

Ҡайһы бер кешеләр был осорҙа сигиллатия менән шөғөлләнә (конверттарҙан, открыткаларҙан төрлө һүрәттәр киҫеп алап, альбом төҙөй).

Л.И.Брежнев осоронда конверт тыштарында партия съездары, етәкселәр, ҡыҙыл байраҡ кеүек темалы конверттар йыш сыға.

 
Гельблу Яков Иосифович

1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты) доценты Яков Иосифович Гельблу филателистар менән етәкселек итә башлағас, хәлдәр үҙгәрә башлай.

Энтузиаст- коллекционер, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе, Я.Г.Гельблу Советтар Союзы Геройҙары В.Артамонов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин портреттары төшкән конверттар сығартыуҙы юллай.

Яков Иосифович тырышлығы менән Башҡортостан тураһында күп кенә сюжет - Павловка ГЭС-ы, Ишембайҙағы Беренсе нефть ятҡылығын асыусыларға ҡуйылған һәйкәл, Өфөнөң 400 йыллығына арналған (1974,биш төрлө сюжет) конверт тыштарында сыға. Тик почта маркаларын сығартыуға өлгәшеп булмай.

Өфө филателисы Вяеслав Березин хәтерләүенсә,Я.И.Гельблу башланғысы менән почта Советтар Союзы Геройы , легендар совет разведчигы Рихард Зорге портреты төшөрөлгән конверт сығарта. Гельблу төрлө инстанцияларҙа йөрөп, Өфөләге бер яңы урамға Рихард Зорге исемен биреүҙе юллай. Бер аҙҙан почта Рихард Зорге портреты төшкән марка ла сығарта.

Башҡортостан филателистары йәмғиәте

үҙгәртергә

« Башҡортостан филателистары йәмғиәте» (РОО ОФБ) төбәк ойошмаһы Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса юстиция министрлығы идаралығы тарафынан 2010 йылдың 4 июнендә (дәүләт теркәүе һаны- 1100200002374) теркәлгән. Башҡортостан төбәк ойошмаһы (РОО ОФБ)- Рәсәй филателистары Союзының Башҡортостан республика йәмғиәте вариҫы . Йәмғиәттең Уставына 2014 йылда үҙгәртеүҙәр индерелгән. (Юстиция министрлығы идаралығының теркәү һаны- 0312010182 , 2014йыл,18 июнь) .

Рәсми рәүештә Өфөлә тәүге Бөтә Союз филателистар йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе 1967 йылдың 10 декабренән булдырыла (21-се һанлы танытма, Бөтә Союз филателистар ойошмаһы рәйесе Эрнст Кренкель ҡул ҡуйған).

Йәмғиәттә почтала түләү билдәләрен йыйыусылар, филокартистар, фалеристар, филуменистар, библиофилдар һәм башҡа коллекционерҙар тора. 2015 йылда йәмғиәттә 40 ағза булған. Йәмғиәттең эше «Вечерняя Уфа», «Истоки» гәзиттәрендә яҡтыртыла. 2010 йылдан башлап, ай һайын «Коллекционер Башкирии» бюллетене сыға. Урындағы телекомпания каналдары филателия һәм республика йәмғиәте тураһында сюжеттарҙы эфирға биреп тора. 2013 йылдың апреленән башлап, йәмғиәттең сайты эшләй (www.sfr-ufa.ru). Филателистар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһенең идаралығы («Почта России» ФДПИ филиалы)һәм Өфө почтамты менән партнерҙарса элемтәлә тота.

Өфө һәм республика филателистары төрлө кимәлдәге күргәҙәмәләрҙә ҡатнаша. 2014—2015 йылдарҙа коллекционерҙар Волков Е. Ф., Капитонов Александр, Карпушенко В. И., Макушкина В. Ф., Петрищев А. С., Резникова Р. В., Роженецкий Н. Н., Сәйфетдинов Р. Ф., Сафиҡанов Р. М., Сухарев А. И., Шилкин А. Б. һәм филателистар йәмғиәте экспонатарын Рәсәй, төбәк, республика һәм ҡала филателистар күргәҙмәләренә 52 тапҡыр ҡуйған, төрлө миҙал һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Һуңғы йылдарҙа Федераль почта хеҙмәте ярҙамы менән биш ҙур күргәҙәмә ойошторола: « Өфөлә Пермь коллекциялары көнө» таныштырыу күргәҙәмәһе , ҡала(«Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһы ваҡытында), Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арналған Бөтә Рәсәй бер стендлыҡ экспонаттар филателистар конкурсының Өфө этабы, Башҡортостанда даими почта элемтәһе булдырылыуға 280 йыл тулыу айҡанлы республика конкурсы ойошторола.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Д.Н. Ушаков "Толковый словарь русского языка" в 3 т. на основе 4-томного издания 1948 г., М.: "Вече", "Си ЭТС" - 2001.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Общество филателистов Башкортостана

www.sfr-ufa.ru/

  • К 100-летию уфимского ученого Якова Гельблу выпущен ...

www.bashinform.ru/.../401518-k-100-letiyu-ufimskogo-uchenogo-yakova-gelblu-vy..

  • Рисунки на почтовых конвертах - "УФА" :: Ежемесячный столичный ...

www.journal-ufa.ru/index.php?id=741&num=48

  • Ишимбай в филателии — Википедия

https://ru.wikipedia.org/wiki/Ишимбай_в_филателии

  • Как появляются ЗПО, или О 6-м № "КБ" - philotelist

philotelist.livejournal.com/2248.html

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Илюшин А. С. Филателия. Megabook. Мегаэнциклопедия Кирилла и Мефодия. М.: Компания «Кирилл и Мефодий». Дата обращения: 15 октябрь 2015. Архивировано 15 октябрь 2015 года.
  2. Кисин Б. М. Страна Филателия / Ред. В. Нездвецкий. — М.: Просвещение, 1969. — 240 с. — 100 000 экз. (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2016) 2016 йыл 2 ғинуар архивланған.
  3. Шпагин М. Почтовый феномен 2012 йыл 30 ғинуар архивланған. / Мир приключений: альманах. — М.: Детская литература, 1987. — С. 575—606.
  4. См., например, толкования английских терминов на сайте «Словари и энциклопедии на Академике». (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2009)
  5. Британское Национальное общество филателистов «Stamp Lover» тип атала. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2009)