Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һөтимәрҙәр исемлеге
Был исемлектә 2014 йылда баҫылған Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һөтимәрҙәрҙең бөтә төрҙәре күрһәтелгән. Шуға ярашлы рәүештә, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағы, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабындағы һәм Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау Союзының Ҡыҙыл исемлегендәге статусын аңлата. Әгәр теге йәки был Ҡыҙыл китабында ниндәй ҙә булһа төр булмаһа, йәғни күрһәтелгән бер категорияға ла индерелмәгән булһа, исемлектең был ояһы буш ҡалдырыла. Бөтә төрҙәр Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабында 6 категорияға, Рәсәй Федерацияһы Ҡыҙыл китабында 6 категорияға, һәм 9 Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау Союзының исемлегендә 9 категорияға бүленә. Категорияларҙың түбәндәге билдәләре бар: 6 категорий в Красной книге Республики Башкортостан, на 6 категорий в Красной книге Российской Федерации и на 9 в списке МСОП. Категории имеют следующие обозначения:
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һөтимәрҙәр исемлеге | |
Был исемлектә | Һөтимәрҙәр |
---|
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы[1]:
|
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы:
|
Халыҡ-ара Тәбиғәтте һаҡлау Союзының Ҡыҙыл исемлеге[2]:
|
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән исемлегенә барлығы 18 һөтимәрҙәр индерелгән, шуларҙың 9 ҡулғанатлылар отряды вәкиле, 3 кимереүселәр отряды вәкиле, 2 йыртҡыстар отряды вәкиле, 2 бөжәк менән туҡланыусылар отряды вәкиле, 1 ҡуянға оҡшаштар отряды вәкиле һәм Ҡуш тояҡлылар отряды вәкиле. Юҡҡа сыға барыусы төрҙәр категорияһына (I) европа шәшкеһе һәм урыҫ йофары ҡарай.
Түбәндәге исемлектә таксондарҙың урынлашыу тәртибе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағына тап килә.
Һуңғы колонка аҙағында Халыҡ-ара Тәбиғәтте һаҡлау Союзы сайты таксонының персональ битенә һылтанма килтерелгән.
Төп исемлек
үҙгәртергә№ | Латин телендәге атамаһы | Урыҫ телендәге атамаһы һәм тасуирламаһы | Һүрәте | БРҠк | РФҠк | ХТһС |
---|---|---|---|---|---|---|
Gmelin, 1770Hemiechinus auritus Gmelin, 1770 |
Ҡолаҡлы терпе (Ушастый ёж) — бөжәк менән туҡланыусылар отряды төрө. Башҡортостанда Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында, бик һирәк — Йылайыр һәм Ейәнсура райондарының көньяғында осрай; «Фёдоровский» һәм «Наказбаш» зоологик тыйыулыҡтарында осрай. | |||||
Linnaeus, 1758Desmana moschata Linnaeus, 1758 |
Йофар (Русская выхухоль) — бөжәк менән туҡланыусылар отрядының һуҡыр сысҡандар (төрткө) төрө. Башҡортостанға 1934 йылда килтерелгән һәм Ағаскүл күленә ебәрелгән (Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайы, Дүртөйлө районы). Тағы ла бер тапҡыр 1936 йылда Өскиле, Өстаулы, Иҙелсик, Суғураш, Әнәккүл күлдәренә ебәрелгән, һәм шулай уҡ Бөрө районында (Белосарым күле). | |||||
Kuhl, 1817Myotis nattereri Kuhl, 1817 |
Этбаш ярғанат (Ночница Наттерера) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның төньяҡҡа табан Шотландияға, Швецияға һәм Финляндияға саҡлы күп өлөшөндәге ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында; төньяҡ-көнбайыш Африкала һәм Алғы Азияла йәшәй. Рәсәйҙең һәр ерендә лә регуляр рәүештә осрамай, һирәк-һаяҡ ҡына урман зонаһы буйлап көнсығышҡа табан Урта һәм Көньяҡ Уралдың көнсығыш һөҙәклегендә, Кавказда осрай. Башҡортостанда был төр Салауат (Лаҡлы таш ҡыуышында (мәмерйәһендә), Белорет (Ҡыҙыл-Яр һәм Ноҡат мәмерйәләрендә), Ишембай (Сикәсә йылғаһының һыубаҫар туғайында), Мәләүез (Ҡотоҡ-2 һәм Сумған-Ҡотоҡ мәмерйәләрендә), Бөрйән (Шүлгәнташ, Әкиәт Сказка һәм Эйташ мәмерйәләрендә), Әбйәлил (Ниязғол ауылының тирә-яғында) һәм Күгәрсен (Яңы Мораҙым мәмерйәһендә) райондарында осрай. | |||||
Boie, 1825Myotis dasycneme Boie, 1825 |
Яр ярғанаты (Прудовая ночница) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның урманлы һәм урман-дала зонаһында, Кесе Азияның төньяғында, Кавказда, төньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстанда, Көнбайыш Себерҙә Иртыш йылғаһы бассейнына саҡлы таралған. Башҡортостандың Дүртөйлө (Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы һыубаҫар туғайҙарында Әнгәсәк ауылының тирә-яғында, Салауат (Әй йылғаһында, Лаҡлы ауылының тирә-яғында һәм Лаҡлы таш ҡыуышында (мәмерйәһендә), Туймазы (Ҡандракүлдә), Иглин (Ҡыуыштау һәм Охлёбининский мәмерйәләрендә), Ҡырмыҫҡалы (Ҡарламан мәмерйәһендә), Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә), Ғафури (Октябрьский мәмерйәһендә, Йыһан йылғаһында, Яңы Ҡармыш ауылының тирә-яғында һәм Киндерле мәмерйәһендә), Белорет (Ағиҙел йылғаһы буйында, Тирлән һәм Үҙән ауылдарының тирә-яғында, Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында Мөхәммәт ауылының тирә-яғында, Көньяҡ Урал дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында ЮУГПЗ, Кесе Инйәр йылғаһында Рәүәт ауылының тирә-яғында, Ноҡат мәмерйәһендә), Учалы (Ишкенә ауылы тирә-яғында), Бишбүләк (Сеҙәк йылғаһы буйында Кесе Сеҙәк ауылының тирә-яғында), Ишембай (Маҡар ауылының тирә-яғында Сикәсә йылғаһында һәм Ищеевский мәмерйәһендә), Мәләүез (Мәләүез ҡалаһының тирә-яғында Смаҡ ауылында, Ҡотоҡ-2 һәм Ҡотоҡ-4 мәмерйәләрендә), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығы Ағиҙел йылғаһы буйындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Әкиәт, Провальный мәмерйәләрендә, Ағиҙел йылғаһында, Иҫке Собханғол ауылының тирә-яғында, Ҡаға йылғаһындағы Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында), Әбйәлил (Кесе Ҡыҙыл йылғаһында Байым ауылында һәм Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Күгәрсен (Яңы Мораҙым мәмерйәһендә), Йылайыр (Крепостной Йылайыр йылғаһында, Исҡужа ауылының тирә-яғында), Баймаҡ (Төйәләҫ йылғаһында Сибай ҡалаһының тирә-яғында һәм Урал бүлексәһендәге Урал йылғаһында, Мерәҫ ауылының тирә-яғында), Ейәнсура (Ҡаҫмарт йылғаһында Иҙәш ауылының тирә-яғында һәм Оло Һүрәм йылғаһында, Күгәрсен һәм Байдәүләт ауылдарының тирә-яғында) райондарында осрай. | |||||
Kuhl, 1817Myotis daubentonii Kuhl, 1817 |
Һыу ярғанаты (Водяная ночница) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө.
Европаның урманлы һәм урман-дала зонаһында, Кесе Азияның төньяғында, Кавказда, төньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстанда, Көнбайыш Себерҙә Иртыш йылғаһы бассейнына саҡлы таралған. Башҡортостандың Дүртөйлө (Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы һыубаҫар туғайҙарында Әнгәсәк ауылының тирә-яғында, Салауат (Әй йылғаһында, Лаҡлы ауылының тирә-яғында һәм Лаҡлы таш ҡыуышында (мәмерйәһендә), Туймазы (Ҡандракүлдә), Иглин (Ҡыуыштау һәм Охлёбининский мәмерйәләрендә), Ҡырмыҫҡалы (Ҡарламан мәмерйәһендә), Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә), Ғафури (Октябрьский мәмерйәһендә, Йыһан йылғаһында, Яңы Ҡармыш ауылының тирә-яғында һәм Киндерле мәмерйәһендә), Белорет (Ағиҙел йылғаһы буйында, Тирлән һәм Үҙән ауылдарының тирә-яғында, Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында Мөхәммәт ауылының тирә-яғында, Әкиәт, Көньяҡ Урал дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында ЮУГПЗ, Кесе Инйәр йылғаһында Рәүәт ауылының тирә-яғында, Ноҡат мәмерйәһендә), Ишембай (Маҡар ауылының тирә-яғында Сикәсә йылғаһында һәм Ищеевский мәмерйәһендә), Мәләүез (Мәләүез ҡалаһының тирә-яғында Смаҡ ауылында, Ҡотоҡ-2 һәм Ҡотоҡ-4 мәмерйәләрендә), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығы Ағиҙел йылғаһы буйындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Әкиәт, Провальный мәмерйәләрендә, Ағиҙел йылғаһында, Иҫке Собханғол ауылының тирә-яғында, Ҡаға йылғаһындағы Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында), Әбйәлил (Кесе Ҡыҙыл йылғаһында Байым ауылында һәм Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Учалы (Ишкенә ауылы тирә-яғында), Бишбүләк (Сеҙәк йылғаһы буйында Кесе Сеҙәк ауылының тирә-яғында), Күгәрсен (Яңы Мораҙым мәмерйәһендә), Йылайыр (Крепостной Йылайыр йылғаһында, Исҡужа ауылының тирә-яғында), Баймаҡ (Төйәләҫ йылғаһында Сибай ҡалаһының тирә-яғында һәм Урал бүлексәһендәге Урал йылғаһында, Мерәҫ ауылының тирә-яғында), Ейәнсура (Ҡаҫмарт йылғаһында Иҙәш ауылының тирә-яғында һәм Оло Һүрәм йылғаһында, Күгәрсен һәм Байдәүләт ауылдарының тирә-яғында) райондарында осрай. |
|||||
Kuhl, 1817Myotis mystacinus Kuhl, 1817 |
Мыйыҡлы ярғанат (Усатая ночница) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында һәм урман-далаларында, Кавказ аръяғында һәм Кавказда йәшәй. Башҡортостанда Дүртөйлө (Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы һыубаҫар туғайҙарында Әнгәсәк ауылының тирә-яғында, Салауат (Лаҡлы таш ҡыуышында, Туймазы (Ҡандракүл ауылының тирә-яғында), Иглин (Ҡыуыштау һәм Охлёбининский мәмерйәләрендә), Ҡырмыҫҡалы (Ҡарламан мәмерйәһендә), Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә),
Ғафури (Октябрьский һәм Киндерле мәмерйәләрендә), Белорет (Ағиҙел йылғаһы буйында, Ҡаға ауылынан 7-8 км төньяҡ-көнсығышҡараҡ, Кесе Ҡыҙыл йылғаһының үҙәнендә, Мөхәммәт ауылының тирә-яғында), Ишембай (Ищеевский мәмерйәһендә), Мәләүез (Полевой һәм Ҡотоҡ-4 мәмерйәләрендә), Бөрйән (Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Әкиәт Сказка һәм Эйташ мәмерйәләрендә, Әбйәлил (Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Күгәрсен (Яңы Мораҙым мәмерйәһендә), Йылайыр (Иҫке Яҡуп ауылының тирә-яғында, Һаҡмар йылғаһында), Баймаҡ (Мерәҫ ауылының тирә-яғында), Ейәнсура (Байдәүләт ауылдарының тирә-яғында, Оло Һүрәм йылғаһы буйында) райондарында осрай. |
|||||
(Linnaeus, 1758)Plecotus auritus (Linnaeus, 1758) |
Көрән оҙонғолаҡ ярғанат (Бурый ушан) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның, Кесе Азияның, Кавказдың, Уралдың һәм Көнбайыш Себерҙең урмандарында һәм урман-далаларында йәшәй. Башҡортостанда Дүртөйлө (Әнгәсәк ауылының тирә-яғында, Бөрө (Бөрө урман хужалығында), Салауат (Лаҡлы Әкиәт, таш ҡыуышында (мәмерйәһендә), Благовещенский (Благовещенский мәмерйәһендә), Иглин (Ҡыуыштау һәм Охлёбининский мәмерйәләрендә), Ҡырмыҫҡалы (Ҡарламан мәмерйәһендә), Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә), Ғафури (Октябрьский һәм Киндерле мәмерйәләрендә, Красноусольский ауылының тирә-яғында), Белорет (Ҡыҙылъяр мәмерйәһендә, Рәүәт ауылының тирә-яғында, Кесе Инйәр йылғаһында Көньяҡ Урал дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында, Ноҡат мәмерйәһендә, Ҡаға ауылының тирә-яғында), Учалы (Ишкенә ауылы тирә-яғында), Өфө (Өфө ҡалаһының тирә-яғында), Бишбүләк (Сеҙәк йылғаһында, Кесе Сеҙәк ауылының тирә-яғында), Ишембай (Ищеевский мәмерйәһендә), Мәләүез (Воскресенский урман хужалығында, Үрек-1, Үрек-2, Үрек-3, Полевой, Ҡотоҡ-2 мәмерйәләрендә), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығының Шүлгәнташ мәмерйәһендә һәм Ағиҙел йылғаһында, Әкиәт, Эйташ, Провальный, Часовня, Костяной, Таш Келәт мәмерйәләрендә һәм Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге бер нисә тау ҡыуышы, мәғәрә, шулай уҡ Ырғыҙлы ауылында, Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында), Әбйәлил (Кесе Ҡыҙыл йылғаһы үҙәнендә, Байым ауылында һәм Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Күгәрсен («Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы территорияһында, Күгәрсен таш ҡыуышы, мәғәрәһе һәм Яңы Мораҙым мәмерйәләрендә), Йылайыр (Крепостной Йылайыр йылғаһында, Исҡужа ауылының тирә-яғында), Баймаҡ (Култубан (Ҡултабан) күленең тирә-яғында, Мерәҫ ауылының тирә-яғында) райондарында осрай. | |||||
Kuhl, 1817Nyctalus leisleri Kuhl, 1817 |
Эңер ярғанаты (Малая вечерница) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның Швециянан, Ирландиянан һәм Мадейра утрауынан алып Көньяҡ Уралға тиклемге япраҡлы урмандарында; Кавказда, Кесе Азияла, Афғанстанда һәм Паҡстанда таралған. Эңер ярғанаты Башҡортостанда ике тапҡыр билдәләнгән: 1959 йылда Бөрйән районында — Әкиәт, Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығының Прибельский филиалы территорияһында һәм 1997 йылда Белорет районында — Тирлән ауылының тирә-яғында, Ағиҙел йылғаһы яры буйында. | |||||
(Keyserling et Blasius, 1839) |
Киске ярғанат (Нетопырь Натузиуса, лесной) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның урманлы һәм урман-дала зонаһында — Швециянан, Ирландиянан, Пиренейҙан Көньяҡ Урал аръяғына тиклем, төньяҡ Каспий буйында һәм Кавказ аръяғында таралған. Башҡортостанда Дүртөйлө (Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымындағы үҙәнендә, Әнгәсәк ауылының тирә-яғында, Бөрө (Бөрө урман хужалығында), Салауат (Лаҡлы таш ҡыуышының тирә-яғында), Туймазы (Ҡандракүл ауылының тирә-яғында), Иглин (Ҡыуыштау мәмерйәһендә), Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә), Ғафури (Йыһан йылғаһы тамағында, Яңы Ҡарамыш ауылы һәм Киндерле мәмерйәләренең тирә-яғында), Белорет (Белорет ҡалаһында), Миәкә (Дим йылғаһы яры буйында, Ҡанбәк ауылының тирә-яғында), Ишембай (Маҡар ауылының Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә һәм Ищеевский мәмерйәһенең тирә-яғында), Мәләүез (Мәләүез ҡалаһы тирә-яғында, Смаҡ ауылында), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығының Ағиҙел йылғаһы үҙәнедә һәм Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында), Әбйәлил (Байым ауылының тирә-яғында һәм Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Көйөргәҙе (Ағиҙел йылғаһында, Бөгөлсән ауылының тирә-яғында, Баймаҡ (Баймаҡ ҡалаһы һәм Мерәҫ ауылының тирә-яғында) райондарында осрай. | |||||
Schreber, 1774 |
Ваҡ ярғанат (Нетопырь-карлик) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Төньяҡ Европанан һәм Урта диңгеҙҙән Урал алдына, Көньяҡ Уралға, Урта Азияға, Кашмир һәм Тайванға тиклемге территорияларҙа таралған. Урал тауҙарында П. С. Паллас беренсе тапҡыр тапҡан. Башҡортостанда Шишмә (Шишмә ауылында), Мәләүез (Смаҡ ауылының тирә-яғында), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығында) райондарында билдәләнгән[1]. | |||||
(Keyserling et Blasius, 1839) |
Ҡара ярғанат (Северный кожанок) — ҡулғанатлылар отрядынан шыма моронлолар төрө. Европаның, Уралдың, Себерҙең, Байҡал аръяғының, Приморьеның, Сахалиндың, төньяҡ Ҡытайҙың, Монголияның, Кореяның, Хоккайдоның бореаль һәм бер ни ҡәҙәр таулы урмандарында йәшәй. Башҡортостанда Салауат (Лаҡлы таш ҡыуышында, Туймазы (Ҡандракүл ауылының тирә-яғында), Иглин (Ҡыуыштау һәм Охлёбининский мәмерйәләрендә), Ҡырмыҫҡалы (Ҡарламан мәмерйәһендә, Ауырғазы (Вертолётный мәмерйәһендә), Ғафури (Октябрьский, Киндерле мәмерйәләрендә, Красноусольский ауылының тирә-яғында), Белорет (Ҡыҙылъяр һәм Атыш мәмерйәләрендә, Көньяҡ Урал дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында, Ноҡат мәмерйәһендә, Ҡаһарман һәм Мөхәммәт ауылдары тирә-яғында), Өфө (Выработка мәмерйәһендә), Бәләбәй (Бәләбәй ҡалаһының тирә-яғында), Ишембай (Ищеевский мәмерйәһендә), Мәләүез (Үрек-2, Үрек-3, Ҡотоҡ-2 мәмерйәләрендә), Бөрйән («Шүлгәнташ» ҡурсаулығының Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Провальный, Таш Келәт, Әкиәт Сказка, Эйташ мәмерйәләрендә һәм Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге бер нисә тау ҡыуышы, мәғәрә, шулай уҡ Ырғыҙлы ауылында, Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында, Һарғай ауылының тирә-яғына), Әбйәлил (Байым ауылының тирә-яғында һәм Яҡтыкүлдә (Мауыҙҙы күл, Банное), Күгәрсен («Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы территорияһында, Күгәрсен таш ҡыуышы, мәғәрәһе һәм Яңы Мораҙым мәмерйәләрендә), Йылайыр (Һаҡмар йылғаһында, Иҫке Яҡуп ауылының тирә-яғында, Крепостной Йылайыр йылғаһы үҙәнендә, Исҡужа ауылының тирә-яғында), Баймаҡ (Мерәҫ ауылының тирә-яғында) райондарында осрай. | |||||
Pallas, 1769 |
Бесәнсе ҡомаҡ (Малая (степная) пищуха) — ҡуянға оҡшаштар отрядынан сыйылдаҡтар төрө. Башҡортостанда Көньяҡ Уралдың көньяҡ ситендә: Шайтантау, Ҡырҡтытау, Оло Ирәндек, Уралтау, Көньяҡ Керәкә тау һырттарында, Баҡыр-Үҙәк тауында, республиканың барлыҡ көньяҡ райондарында билдәләнгән. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Осар тейен (Обыкновенная летяга) — Кимереүселәр отрядының тейендәр төрө. Евразияның ылыҫлы, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандары зонаһында таралған. Башҡортостанда тау-урманлы һәм төньяҡ-көнсығыш зонаның ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында көньяҡ сиктәренә саҡлы осрай, ҡайһы берҙә йылға һәм гөрләүектәр эргәһендәге ҡыуаҡлыҡтарҙа билдәләнә. Шулай уҡ Ләмәҙ һәм Иткен йылға аралығында,Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында һәм көньяҡҡараҡ, Күркәтау йылғаһы үҙәнендә, Яман-Йылайыр йылғаһы бассейнында һәм Шайтантау һыртының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында, Көньяҡ Урал дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында билдәләнгән. | |||||
Linnaeus, 1766 |
Баҡса ҡомағы (Садовая соня) — вид соневых отряда Кимереүселәр отрядының баҡса ҡомаҡтары соневые төрө. Ареалдың төп өлөшө хәҙер Көнбайыш Европала. Киң япраҡлы һәм ҡарағай-ҡарағаслы урмандарҙа йәшәй, һирәк-һаяҡ һәм бик аҙ осрай. Башҡортостанда Дүртөйлө районында һәм Йүрүҙән тамағына яҡын, Башҡортостан дәүләт Тәбиғи ҡурсаулығында, Ырғыҙлы ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә, һәм Кужи йылғаһында билдәләнгән, шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм «Башҡортостан» милли паркында осрай. | |||||
Kerr, 1792 |
Ялман (Большой тушканчик) — Кимереүселәр отрядынан биш бармаҡлы ялмандар төрө. Көнсығыш Европаның, Көнбайыш Себерҙең көньяғындағы һәм Ҡаҙағстандың урманлы далаларында, далаларында һәм ярым сүллектәрендә йәшәй. Башҡортостанда Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровский, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондарында билдәләнгән. | |||||
Linnaeus, 1761 |
Шәшке (Европейская норка) — йыртҡыстар отрядының һуҫарҙар төрө. Башҡортостанда Архангель, Асҡын, Балаҡатай, Белорет, Ғафури, Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман райондарында билдәләнгән. Балаҡатай районындағы Вәсйылға йылғаһы үҙәнендә һәм Ҡарлыхан тыйыулығында, «Башҡортостан» милли паркында теркәлгән. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының төньяҡ өлөшөндә бик һирәк осрай. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Ҡама (Речная выдра) — йыртҡыстар отрядының һуҫарҙар төрө. Башҡортостанда башлыса урманлы, өлөшләтә урман-далалы зонала тигеҙ таралып йәшәй; далалы зонала билдәләнмәгән. | |||||
Erxleben, 1777 |
Марал, болан (Марал) — Ҡуш тояҡлылар отрядының боландар төрө. Алтайҙан килтерелеп Көньяҡ Урал климатына яраҡлаштырылған булған. Башҡортостанда Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында осрай. |
Тәбиғи мөхиттә айырым иғтибарға мохтаж булған хайуандар донъяһы объекттарының таксондары һәм популяцияһының тәфсирле исемлеге
үҙгәртергә№ | Латин телендәге атамаһы | Урыҫ телендәге атамаһы һәм тасуирламаһы | Һүрәте | РФҠк | ТһХС |
---|---|---|---|---|---|
Turov, 1924Sorex isodon Turov, 1924 |
Туғырлама (Бурозубка равнозубая) — бөжәктәр менән туҡланыусылар отрядының бер төрө. Бик яҡшы өйрәнелмәгән төр. Иглин районында осраштырғылаған, Ирәмәл тауы районында йәшәй. | ||||
Zimmermann, 1780Sorex minutissimus Zimmermann, 1780 |
Ваҡ туғырлама (Бурозубка крошечная) — бөжәктәр менән туҡланыусылар отрядының бер төрө. Яҡшы итеп өйрәнелмәгән төр, Ирәмәл тауында табылған. | ||||
Muller, 1776Marmota bobak Muller, 1776 |
Һыуыр (Сурок степной) — Кимереүселәр отряды төрө. Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәй. Урал аръяғында бик аҙ һанлы, Урал алды биләмәләрендә ғәҙәти. | ||||
Brandt, 1859Allocricetulus eversmanni Brandt, 1859 |
Эверсманн алйырҙаны (Хомячок Эверсманна) — Кимереүселәр отряды төрө. Ареалы сикләнгән, Башҡортостандың көньяғындағы дала һәм урман-дала зоналарында осрай. Аҙ өйрәнелгән. | ||||
Pallas, 1773Cricetulus migratorius Pallas, 1773 |
Һоро алйырҙан (Хомячок серый) — Кимереүселәр отряды төрө. Ареалы сикләнгән, Башҡортостандың көньяғындағы дала һәм урман-дала зоналарында осрай. Аҙ өйрәнелгән. | ||||
Lilljeborg, 1844Myopus schisticolor Lilljeborg, 1844 |
Тоҡор сысҡан (Лемминг лесной) — Кимереүселәр отряды төрө. Берҙән-бер локаль популяцияһы 1978 йылда Ирәмәл тауы районында Силәбе өлкәһе сигендә табылған. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
- ↑ КРАСНАЯ КНИГА МСОП (версия 3.1.) . Красная книга Южного Урала. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 4 май 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- КРАСНАЯ КНИГА МСОП (версия 3.1.) . Красная книга Южного Урала. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 4 май 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.