Башҡортостандың һынлы сәнғәте
Башҡортостандың һынлы сәнғәте булып ағас һырлау, күнгә биҙәк һалыу, биҙәнеү әйберҙәре кеүек нескә зауыҡ талап иткән әйберҙәр эшләү, сигеү-ҡайыу, нағышлау, ҡорама ҡорау, келәм-балаҫ һуғыу, селтәр һәм дебет шәлдәр бәйләү тора.
Мәҙәниәттең бөтә тармаҡтары кеүек үк, XIX быуаттың 20-30-сы йылдарында һынлы сәнғәт, төҫлө һүрәт, сәнғәт төрө булараҡ, ныҡлы үҫеш ала башлай. Илдәге революцион үҫештәрҙән һуң был йүнәлеш ғилми нигеҙҙә алға китә. Һынлы, төҫлө һүрәт ғилеме үҫешенә, әлбиттә, халыҡтың фекерләүе һәм ғәмәли эштәре нигеҙ була. Был йылдарҙа Өфөлә бик күп сәнғәт оҫтаханалары барлыҡҡа килә. Тимер юлсылар клубы эргәһендә, А. П. Лежнев ҡулы аҫтында, В. И. Ленин исемендәге клуб эргәһендә Ҡ. С. Дәүләткилдеев етәкселегендә изостудиялар эшләй башлай. Башҡорт һынлы сәнғәтенең формалашыуында рәссам Д. Д. Бурлюктың йоғонтоһо көслө була. 1919 йылда Пролетариат художество музейы (М. В. Нестеров исемендәге художество музейы) төҙөлә. Ундағы картиналарҙы башҡорт рәссамдары өсөн оҫталыҡ мәктәбе тип һанап та була. Башҡортостан рәссамдары 1927—1928 йылдарҙа Мәскәүҙә күргәҙмәлә ҡатнаша. Улар шулай уҡ республиканың райондарына командировкаларға сыға. Командировкаларҙа халыҡ тормошон өйрәнеү әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ була.
Республика рәссамдары илһамы — ул фольклор. 50—60 йылдар дәүерендә А. Ситдикова һәм А. Бурзянцев рәссамдарының ижади юлы башлана. Уларҙың төҫ палитралары сағыу һәм байрамса, был факт шул йылдарҙа тыуҙырылған оптимистик пафос менән аңлатыла. Әммә иң беренсе булып уларҙың эштәрендә халыҡ ижады тора.
Һуңғы дүрт тиҫтә йылдың һынлы сәнғәтен Б. Домашников ижадынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. 60-сы йылдарҙа йәшәгән һыҙатҡа ҡарап, уның ижады эмоциональ күтәренкелек менән тасуирлана. Башҡортостандың һынлы сәнғәте динамик һәм күп ҡатлы. Ул классификацияға ауыр бирелә, сөнки бер рәссамдың ижадында төрлө һынлы сәнғәт стилдәре бутала.
Н. Пеганов ижадында үҙенсәлекле «ретро» трактовкаһы бар. Формаларҙың, композицияның ябайлығында илдең үткән тормошона ностальгик рәүештә ҡарауы күҙәтелә.
Р. Хәбировты республикала классик художество принциптарына таянған берҙән-бер рәссам тип тә әйтеп булалыр. С. Игнатенко, Б. Самосюк, С. Краснова, А. Буганина ижады бөтә ил художество мәҙәниәтенә нигеҙләнгән белем һәм уның эшкәртеүе менән тасуирлана. Әлбиттә, уларҙың һәр береһендә индивидуаль, үҙенсәлекле принциптар бар.
«Сыңғыҙхан» — 80-се йылдарҙа Н. Лотфуллин, В. Ханнанов, Р. Харисов, Р. Әхмәтвәлиев, Р. Ғәрифуллин, Н. Байбурин ҡатнашлығында тыуған ижади төркөм, был төркөмдә башҡорт рәссамдарының күп йүнәлештәре үҙенең урынын тапҡан.