Башҡортостанда медицина
Медицина (лат. medicina) - халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм дауалауға йүнәлтелгән фәнни белем һәм практик саралар системаһы. «Медицина» һүҙе латын теленән, ars medicina — дауалау сәнғәте.
Медицина өйрәнә:
- нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процесстарын;
- тирә-яҡ мөхит факторҙарының кеше һаулығына йоғонтоһон;
- кешенең ауырыуҙарының һәм патологик хәлдәренең сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын, ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү;
- медицина приборҙары, дарыуҙар һәм башҡаларҙы эшләү.
Халыҡ медицинаһы ауырыуҙарҙы һиҙеп асыҡлау, иҫкәртеү һәм дауалау тәжрибәһен быуаттар һуҙымында туплаған һәм һаҡлаған.
Фәнни медицина антропология, биохимия, генетика, морфология, физиология һәм башҡа медик-биологик фәндәр, ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалау (терапия) өлкәһендәге ғилемгә таянып үҫешә.
Медицинаның бүлектәре:
- анатомия һәм гистология (кеше организмының төҙөлөшө);
- биохимия, физиология, психофизиология (кеше организмының функциялары һәм йәшәү рәүеше);
- дөйөм патология, патологик анатомия, патологик физиология (ауырыу организм);
- терапия (ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау);
- гигиена, микробиология, географик патология, эпидемиология һәм башҡалар (тышҡы мөхит һәм уның кеше организмына йоғонтоһо).
Ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау үҙ аллы бүлектәрҙән тора:
- акушерлыҡ һәм гинекология,
- анестезиология һәм реаниматология,
- гастроэнтерология
- дерматовенерология
- кардиология, кардиохирургия
- нейрохирургия
- нефрология
- онкоголия
- оториноларингология, офтальмология
- педиатрия
- психиатрия
- пульмонология
- ревмотология
- рентгенология һәм радиология
- стоматология
- суд медицинаһы
- травматология һәм ортопедия
- трансфузиология
- урология
- физиотерапия һәм башҡалар.
Тарихы
үҙгәртергә18 быуатҡа тиклем башҡорттар күпләп йәшәгән Көньяҡ Урал биләмәләрендә дауалау учреждениеләре булмаған. Урындағы халыҡ халыҡ медицинаһын ҡуллана. Тәүге дауалау учреждениеләре Башҡоpтостан территорияһында 18 быуат урталарында асыла башлайҙар, ләкин революцияға тиклемге осорҙа медицина хеҙмәтләндереүе түбән кимәлдә була. Шундай уҡ хәл медицина фәне үҫешендә лә күҙәтелә. Тик 19 быуаттың икенсе яртыһында ғына медицина буйынса тәүге ғилми эштәр күренә башлай: Н. В. Постниковтың эше ҡымыҙ менән дауалауға бағышланған (1876), Д. П. Никольский (1899) — башҡорттарҙың санитар-антропологияһын өйрәнә һәм башҡалар.
1787 йылда Өфөлә Йәмғиәт ҡараулығы приказы эшмәкәрлеге башланыуы менән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүгә һәм медицинаның үҫешенә башланғыс һалына.
1787 йылда Өфөлә Богдан Миллер беренсе аптека аса.
1790 йылда Өфөлә беренсе ҡала больницаһы эшләй башлай, унда табип ҡабул итә һәм ҡаты ауырыусыларҙы күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн үҙе янында ҡалдыра. Земстволарҙы индергәнгә ҡәҙәр Өфөлә 51 урынлыҡ Соматик дауахана (1790 йыл) — аҙаҡ Губерна- республика дауаханаһы), 2 амбулатория, 36 урынлыҡ аҡылдан яҙыусылар йорто, 85 урынлыҡ ҡарттар йорто эшләй.
1875 йылдан алып Өфө губерна земство медицинаһы системаһы индерелә. Тәүҙә (1877 йылдан 1909 йылға ҡәҙәр) ауырыуҙарҙы йөрөп дауалайҙар, фельдшерҙар баҙар көндәрендә ауылдарға сыҡҡандар һәм билдәләнгән йортта ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндәр, дарыуҙар таратҡандар. Аҙаҡ тәүге фельдшер пункттары һәм амбулаториялар, дауаханалар булдырыла. 1882 йылда Өфө губернаһында 21 табип, 53 фельдшер һәм 16 кендек инәһе эшләй.
1882 йылда губерна табиптары йәмғиәте булдырыла.
1882 йылда бактериологик лаборатория асыла.
1903 йылда өфөлә күҙ дауаханаһы ойошторола.
Илдә инфекцион ауырыуҙарҙан (тиф, сәсәк, холера, туберкулез һәм башҡа) үлем осрағы артыу сәбәпле, был ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү проблемаһы тыуа. Шунлыҡтан Өфөлә 1905 йылда бактериологик лаборатория нигеҙендә Өфө губерна земствоһының бактериология институты асыла. Институт эпидемияға ҡаршы көрәшеүҙә ҙур өлөш индерә.
1905 йылда — ҡымыҙ менән дауалау ойошторола һәм санаторий асыла.
1905 йылда Өфөлә Пастер станцияһы асыла.
1908 йылда Подбельский булышлығы менән Өфө медицина училищеһы асыла.
1910 йылда 10 урынлыҡ инфекция дауаханаһы, 1912 йылдан 4 урынлыҡ туберкулезға ҡаршы диспансер, 20 урынлыҡ бала табыу йорто эшләй башлай.
1913 йылға 143 табип һәм 342 урта медицина хеҙмәткәрҙәре иҫәпләнә. 51 дауахана эшләй. Халыҡ һаулығы түбән кимәлдә: тыуым 45 %, үлем — 31 ‰, балар үлеме — 293 ‰. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 32 йәш.
Башҡортостандың беренсе табиптары: Быстринский (Өфө), Онуфриев (Бөрө), Герольд (Стәрлетамаҡ). Уларҙың янында уҡыусылар, кендек инәләре була.
1919-1920 йылдарҙа тиф менән көрәшеү өсөн «санитар диктатура» ойошторола. Тире-венерология диспансеры (1920), Туберкулез диспансеры (1921) асыла.
Маляририяға ҡаршы станция (1924 йыл) эшләй башлай.
Совет власы урынлашыу менән Башҡортостанда медицина фән булараҡ үҫеш ала, бер нисә ғилми тикшеренеү институты асыла:
Өфө күҙ дауаханаһы нигеҙендә трахоматоз институты (1926);
Өфө тире-венерологик диспансер нигеҙендә тире-венерология (1930);
туберкулезға ҡаршы диспансер нигеҙендә — туберкулез (1931).
Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларында медицина училищеләре асыла.
1932 йылда Башҡорт дәүләт медицина институты асыла. Институт артабан республика медицина фәне үҙәгенә әйләнә.
1938 йылда санитар авиация булдырыла, ул райондарҙағы ауырыуҙарға тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе хәл итә.
1928-38 йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре 80-гә яҡын фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, 7 докторлыҡ һәм 11 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлай.
1941 йылға Башҡортостанда 1027 табип, 4730 урта медицина хеҙмәткәрҙәре иҫәпләнә, 8,5 мең койка булдырыла.
1948 йылда Өфөләге беренсе совет дауаханаһы республика дауаханаһы итеп үҙгәртелә һәм ул район санитар-медицина учреждениеләре өсөн методик-ойоштороусы үҙәккә әүерелә. 1949 йылда дауаханала гематология, артрология, стоматология, эндокринология бүлектәре асылып, ул күп профиллегә әйләнә.
1932 йылда Башҡортостан медицина институты асылғас, медицина проблемаларын системалы һәм маҡсатлы өйрәнеү мөмкинлеге асыла. Институт артабан республикала медицина фәне үҙәгенә әйләнә. Артабанғы медицина фәненең үҫешенә Өфөлә төрлө өлкәләге тикшеренеү институттарының асылыуы булышлыҡ итә: 1943 йылда — И. И. Мечников исемендәге вакцина һәм сыворотка ғилми тикшеренеү институты, хәҙер «Иммунопрепарат», 1955 — гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар, 1965 — трахоматоз институты нигеҙендә Күҙ ауырыуҙары институты. 1982 йылда Органик химия институты янында яңы дарыуҙар лабораторияһы асыла.
30-60 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙарҙы, паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре тикшерелә. 1941 йылға сәсәк, чума, холера, 1960 йылға илдә малярия бөтөрөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан госпиталдәрендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе дауалау һәм реабилитациялау ысулдары камиллаштырыла.
40-50 йылдарҙа республика курорттарының дауалау факторҙары өйрәнелә.
50-се йылдарҙа республиканың эре нефтехимия һәм химия предприятиеләре төҙөлгәс, сәнәғәт психологияһы, һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. Гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар буйынса ғилми тикшеренеү институтының эшмәкәрлеге киңәйә һәм 1985 йылға илдең үҙәк учреждениеһенә әүәүерелә. 1969 йылда санир табибтарға, гигиена хеҙмәткәрҙәренә, профпатологтарға ихтияж арта һәм Башҡорт медицина институтында санитар-гигиена факультеты асыла.
60-сы йылдарҙа медицина өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр үҫеш ала, яңы үҙ аллы фәндәр һәм бүлектәр формалаша (аллергология, балалар хирургияһы, гематология, геронтология, иммунология, клиник фармокология, медицина генетикаһы, неонатология, пластик хирургия, эндокринология һәм башҡалар).
Башҡортостан дәүләт медицина институтында яңы факультеттар һәм курстар асыла.
Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты фәнни тикшеренеү йүнәлештәре киңәйә һәм тәрәнәйә. Эндемик патологиялар (боғаҡ, бауыр синдромы геморрагик биҙгәк, талпан энцефалиты, бабасыр һәм башҡа ауырыуҙар), республикала үҫкән дарыу үҫемлектәре өйрәнелә.
70-80-се йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институтында яңы фәнни йүнәлештәр формалаша: абдоминаль хирургия, нәҫел ауырыуҙары (Биохимия һәм генетика институты менән берлектә), регенератив хирургия, трансплантология; әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау хеҙмәтенең эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса методик тәҡдимдәр эшләнә.
1977 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтының Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы асыла.
Үҙәк ғилми-тикшеренеү лаборатория эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
— нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия һәм биотехнология сәнәғәтендә тирә яҡ мөхитте һаҡлауҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләү;
— дөйөм һәм ғәмәли иммунология;
— адаптация процестарының патофизиологияһы;
— яңы дарыуҙар булдырыу һәм уларҙы өйрәнеү (Органик химия институты менән берлектә).
1990 йылда республикала Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге, 1995 йылда биотранспланттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәм производство институты асыла.
Медицинала ҡаҙаныштар
үҙгәртергәРеспублика ғалимдары фәнни медицинаның анатомия, биохимия, гигиена, микробиология, фармакология һәм башға өлкәләренә ҙур өлөш индерәләр. Хирургия, терапия, неврология, офтальмология, педиатрия һәм башҡа өлкәләрҙә практик хеҙмәттәр ҙур баһаға эйә.
Башҡортостанда медицина үҫешенә ҙур өлөш индерҙеләр: М.Т.Аҙнабаев, Н.А.Борисова, М.А.Ғәлиев, Н.Г.Ғатауллин, Л.Д.Ғатауллина, Г.В.Голубцов, А.Г.Дәүләтов, З.Ш.Заһиҙуллин, З.А.Ихсанов, И.Г.ҡадыров, Г.Х.Кудояров, Д.Н.Лазарева, С.З.Лукманов, Е.А.Медведева, Н.И.Мельников, Г.М.Мөхәмәтова, В.Г.Сәхәүетдинов, В.А.Стригин, Д.И.Татаринов, Г.Н.Тереғолов, Е.Н. Третьякова һәм башҡалар.
1934-94 йылдарҙа медицинаның актуаль проблемалары буйынса 150 докторлыҡ һәм 760 кандидатлыҡҡа диссертация яҡланыла, 200-ҙән күберәк ғилми эштәр йыйынтығы баҫтырыла, 3 медик-гигиена һүҙлеге төҙөлә. 200-гә яҡын уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алына, унлаған эш СССР һәм Рәсә Фәдәрацияһының халыҡ хужалығы күргәҙмәһе миҙалдары менән бүләкләнә.
Медицина өлкәһендәге дәүләт фәнни-техник программалар эшләнелә һәм бойомға ашырыла:
- медицина фәнни һәм иннивацион эшмәкәрлекте үҫтереү, Башҡортостан Республикаһы халҡын һауыҡтырыуҙың иммунобиологик һәм фармцевтик препараттарҙың биотехнологияһы;
- ғаилә, аталыҡ, әсәлек һәм балалыҡтың медик-биологик мәсьәләләре;
- нәҫелдән килә торған ауырыуҙарҙың һәм Башҡортостан халыҡтары популяцмяларында дарыуҙарға ҡарата индивидуаль һиҙеүсәнлектең молекуляр-генетик үҙенсәлектәре;
- тирә-яҡ, производство мөхите һәм халыҡ һаулығы кеүек йүнәлештәрҙә медицина-иҫкәртеү технологиялары.
Башҡортостан Республикаһында “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты бойомға ашырылған. Башҡортостан Республикаһы ғалимдәре медицина ғилми йәмғиәттәре эшмәкәрлеген күҙәтә, халыҡҡа махсус медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса республика һәм район-ара консультатив-диагностика үҙәктәренә консультация ярҙамы күрһәтә.
Юғары белемле белгестәр әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү Башҡортостан дәүләт медицина университетында алып барыла, урта медицина персоналы медицина колледждарында һәм училищеларында әҙерләнә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәКамалов Г. Х., Петров М. Е. Совершенствование развития здравоохранения Башкирии (1959—1985). Уфа, 1986; Kулагина А. А. Развитие медицинской науки в Башкирской АССР. Уфа, 1989.
Лисицын Ю. П. История медицины — М. ГЭОТАР — МЕД, 2004. — 400с.
Сорокина Т. С. История медицины: учебник для студ. высш. мед. учеб. заведений. Гриф Минобразования РФ. — Изд. 9-е, стереотип. — М.: Академия, 2009. — 560 с.
Башкирский Государственный Медицинский институт в годы Великой Отечественной войны: посвящается 65-летию Победы в Великой Отечественной войне: сборник биографической информации / ред. В. М. Тимербулатов, Н. А. Брагина [и др.],. — Уфа: БГМУ, 2010. — 200 с. Кулагина, А. А. Медицинская наука и практика в Башкирии в годы Великой Отечественной войны: сборник / А. А. Кулагина. — Уфа : Вост. ун-т, 2005. — 72с.
История медицины Башкортостана: учебное пособие / Башк. гос. мед. ун-т; сост.: Н. Х. Шарафутдинова, М. Ю. Павлова, А. С. Рахимкулов. — Уфа: Изд-во БГМУ, 2007. — 98с.
История медицины в очерках и эссе: учебное пособие, рек. УМО по мед. и фармац. образованию вузов России для студентов, обуч. по спец. 060101 — Лечебное дело, 060103 — Педиатрия, 060105 — Стоматология, 060104 — Медико-профилактическое дело / сост.: Э. Д. Поздеева, Д. М. Габитова, Т. М. Ильясова; под ред. Х. Х. Ганцевой. — Уфа : ГУП РБ Уфим. полиграфкомбинат, 2010. — 75с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Словарь медицинских терминов . Дата обращения: 28 март 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 21 сентябрь архивланған.
- Основы медицинской помощи . Дата обращения: 2011. Архивировано 22 август 2011 года.