Башнялы йорт (Новочеркасск)
Башнялы йорт — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының Ҡыҙыл ауыш урамындағы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ростов өлкәһе кесе өлкә советының 1992 йылдың 17 декабрендәге 325-се һанлы ҡарарына ярашлы архитектура ҡомартҡыһы булып танылған[2].
Башнялы йорт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
Архитектура стиле | Ампир |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия России в Новочеркасске[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Кавказская улица, 75 / Красный спуск, 17 |
Башнялы йорт Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә«Башнялы йорт» Ҡыҙыл ауыш (1917 йылға тиклем Крещенский урамы) һәм Кавказ урамдары мөйөшөндә урынлашҡан. Бина яҡынса XIX быуат уртаһында ампир стилендә төҙөлгән һәм XIX быуаттың икенсе яртыһында тау инженеры һәм 1880 йылда немец фабриканты Герцберг нигеҙ һалған ҡалала беренсе суйын-ҡойоу заводының хужаһы А. В. Миненковҡа ҡараған. Был заводта асамай урҙалары һәм башҡа метал өлөштәр, шулай уҡ Ермак майҙанында архитектор А. А. Ященко проекты буйынса төҙөлөүсе Новочеркасск ғәскәри Вознесенкий кафедраль соборы (1891 — 1904) скульпторҙар М. О. Микешин, В. А. Беклемишев проекттары буйынса төҙөлгән Ермак Тимофевич һәйкәле (1903—1904) өсөн ҡойма сылбырҙары эшләнә. Инженер Миненков сит илдәрҙә — Испанияла, Францияла йыш була, унда сәнәғәт етештереүен өйрәнә. Оло кешеләрҙең хәтирәләре буйынса, Новочеркасск ҡалаһына Д. И. Менделеев килә һәм үҙенең танышы Миненков йортонда туҡтап, китә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решение Малого совета Ростовского областного совета народных депутатов № 325 от 17.12.1992
- ↑ ОСОБНЯК по улице Красный Спуск, 17 2017 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Новочеркасск энциклопедия: посвящается 200-летию Новочеркасска Издательство: Novoprint, 2005. — 720 С. — 1257 ил. — С. 69—70