Башкирия-2М
«Башҡортостан-2М» — КР580ВМ80А процессоры ерлегендәге совет 8-разрядлы микрокомпьютер. 1989 йылдан башлап ул Башҡортостандың Өфө ҡалаһында, С. М. Киров исемендәге Башҡортостан ғилми производство берекмәһендә сығарыла.
Башкирия-2М | |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1989 |
---|---|
Центральный процессор | КР580ВМ80А[d] |
Операцион система | CP/M[d] |
«Башҡортостан» үҙенә күрә етештереүҙең өҫтәмә продукты була. «Искра» конструкторҙар бюроһында СССР эске эштәр министрлығы заказы буйынса ВМ80 процессоры нигеҙендә АТОС-32/64 станцияһы төҙөлә. Беренсе варианты АРМ-шк «Башкирия» тип аталған — был ундай станция операторының ныҡ үҙгәртелгән эшсе урыны. Ул күләмле тимер өҫтәлдән ғибәрәт була, монитор урынына «Юность» йәки «Шилялис» телевизоры ҡулланылған.
Компьютерҙың икенсе «Башҡортостан-2М» вариантында хәтер 128 КБ тиклем арттырыла, ПК8000 тибындағы корпус һәм «Электроника МС 3201» мониторы ҡулланыла.
Техник характеристикаһы
үҙгәртергә- Процессор: 2 МГц йышлығындағы КР580ВМ80А, эшләү тиҙлеге — секундына 500 мең операция
- Хәтер: ОЗУ — 128 КБ, шул иҫәптән 24 КБ видеопамять (12-шәр КБ-лыҡ ике бит)
- Таймер: КР580ВИ53-гә 32-разрядлы счётчик
- КР580ВН59-ға өҙөлөүҙәр контроллеры
- Сығарма ҡоролма: көнкүреш телевизоры, монитор
- Сағылдырыу режимы: 384 × 256 нөктә, 64 төҫ палитраһынан 4 төҫ, ике видео-бит.
- Тауыш: эсенә индереп эшләнгән динамик, 32 Гц — 48 кГц
- Клавиатура: 75 клавиша
- Тышҡы хәтер:
- көнкүреш магнитофоны
- КР1818ВГ93-кә дисковод контроллеры, ике тышҡы 5,25 дюймлыҡ дисковод, 800 КБ-лыҡ дискеталар
- Порт:
- эҙмә-эҙлекле (КР580ВВ51А)
- параллель (КР580ВВ55), принтер тоташтырыу өсөн
- джойстик
- бүлеү айырыһы — тышҡы даими хәтер ҡоролмаһын (ПЗУ) тоташыу өсөн ҡулланылған
Төҙөлөшө — моноблок: системалы блок клавиатура һәм ~42V (арттан уң яҡтан корпусҡа энергия сығанағының ҙур радиаторы сығарылған) кәрәкле энергия сығанағы менән тоташтырылған, тышҡы энергия сығанағы 220V/42V.
Эҙмә-эҙлекле порттарҙа «ток элмәге» тибындағы локаль селтәр тормошҡа ашырыла.
Программа менән тәьмин итеү
үҙгәртергә- Операцион система CP/M
- Текст редакторы, график редакторы, электрон таблицалар, музыкаль мөхәррир
- Интерпретатор BASIC, программалау теле Logo
- Turbo Debugger көйләүсеһе
- Уйындар
Күп программалар 1990 йылдар тирәһендә Өфө ҡалаһындағы «Hacker club» программистар клубында төҙөлгән һәм башҡа платформаларҙан яраҡлаштырылған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Компьютер Башҡортостан-2М — тасуирлама, документтар, эмулятор
- Компьютер фотолары