Бахчисарайцевтың килемле йорто

Г. Х. Бахчисарайцевтың килемле йорто — Дондағы Ростовта, Социалистик урамы һәм Буденновский проспекты (Буденновский пр, 26/57) киҫелешендә урынлашҡан йорт. Бина XX быуат башында төҙөлә  һәм  Ростов ҡала думаһының гласныйы һәм Ростов суд-мировой округтың почетлы мировой судьяһы, ҡалала билдәле һәүәҫкәр-баҡсасы Бахчисарайцев Григорий Христофорович[1] (ысын исеме  - Бахчисарайцев Крикор Христофорович  йортто баһалау документтарында[2] һәм Дондағы Ростовтың төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә хужа итеп күрһәтелә) милкендә була. 1910 йылда Бахчисарайцев Г. Х. беренсе Ағас ултыртыу байрамын ойоштороу буйынса советҡа етәкселек итә.

Иҫтәлекле урын
Бахчисарайцевтың килемле йорто

Г. Х. Бахчисарайцевтың килемле йорто
Бинаның фасадын химер башы биҙәй

Хәҙерге ваҡытта йорт архитектура һәйкәлдәре исемлегенә инә[3].

Бина XX быуат башында модерн стилендә төҙөлә. XIX быуат аҙағындағы, XX быуат башындағы килемле йорттарҙың уртаҡ һыҙаты булып уларҙың беренсе ҡатында сауҙа биналары урынлашыуы тора. Йорттоң беренсе ҡатын "Рудольф Лей" акционерҙар йәмғиәтенең "Лорелей" автомобилдәрен һатыу менән  шөғөлләнгән "Звена" сауҙа-сәнәғәт предприятиеһы ҡуртымға ала[4].

1920 йылдарҙа бина дәүләткә тапшырыла — юғары ҡаттар торлаҡ өсөн бирелә, ә подвалда студенттар ашханаһы урынлаша, беренсе ҡат сауҙа бинаһы булараҡ файҙаланыла[5].

 
Киске Ростов. Григорий Бахчисарайцевтың килемле йорто һәм Григорий Пустовойтовтың сауҙа йорто

Бөйөк Ватан һуғышы  ваҡытында Г. Х. Бахчисарайцевтың килемле йорто ныҡ зыян күрә, ә уның менән күршеләш йорттар ( Г. Пустовойтов һәм К. Чернов йорто) тулыһынса тиерлек  емерелә һәм уларҙы тергеҙеү мөмкин булмай.

Килемле йорт 2005 йылда реставрациялана. Бөгөн бинала магазин, кафе һәм китап супермаркеты урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Землевладельцы Российской империи и их имения 1870-1918 гг. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Оценка недвижимого имущества г. Ростова-на-Дону, 1904-1915гг. // Ростов н/Д 1915. — 1915.
  3. г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения - Правительство Ростовской области. www.donland.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2015.
  4. Под защитой химер. - Из истории Ростова - Ростов со всех сторон - Статьи, очерки, зарисовки - Ростовберег.ру. www.rostovbereg.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2015.
  5. Весь Ростов н/Д на 1923 г.. [Ростов н/Д, 1923]. Донская электронная библиотека. 2016 йыл 6 март архивланған.
  • Попов Л. Дом с химерами: [о здании на углу ул. Социалистической и просп. Буденновского (N

26), принадлежавшем Г. Х. Бахчисарайцеву] // Новая городская газета. 1998. 20-26 февp. С. 17.

  • Бахчисарайцев // Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону / В. Сидоров. Ростов-на-Дону, 1994. Т. 1. С. 177.
  • Поташев Ф. И. Град Ростов. Ч. 3 : Светлые были. Ростов-на-Дону, 2008. С. 93, 97, 99, 136, 293.
  • Поташев Ф. И. Град Ростов. Ч. 2 : Мгновения былого. Ростов-на-Дону, 2007. С. 233, 238.
  • Лобжанидзе В. Н. Путешествия по старому Ростову. Ч. 2 / В. Лобжанидзе, Г. Лаптев, В. Кустов. Ростов-на-Дону, 2001. С.94.