Батонис Цихе (грузинса : ციხე ბატონის - һүҙмә-һүҙ «Раббы ҡәлғәһе») - Грузияның көнсығыш төбәге Кайетиялағы төп ҡала Телавиҙағы XVII-XVIII быуаттар архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Батонис Цихе
груз. ბატონის ციხე
Нигеҙләү датаһы 1664
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Телави[d]
Урын Телави[d]
Карта
 Батонис Цихе Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Телави музейындағы Тәхет залы. 2018

Батонис Цихе комплексы Археологик һәм этнографик экспонаттар музейы һәм Кахетия батшаларының һаҡланып ҡалған фарсы һарайының өлөштәренән ғибәрәт. Бында ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫма мәғлүмәттәр, хәрби техника, шулай уҡ һынлы сәнғәт галереялары бар. 2007 йылда комплекстың бер нисә ҡоролмаһы, һарай, диуар һәм король часовняһы Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелә. Тотош комплексҡа 2018 йылда ҙур күләмле реконструкция яһала [1]

Тәүге һарай король Арчил Каджети ҡушыуы буйынса 1664 - 1675 йылдар арауығында һалынған. Иң ҙур өлөшө Каджетия батшаһы Ираклий II тотороҡло идара иткән сағында 1750 - 1762 йылдарҙа эшләнә. Был ябай фарсы дизайны була [2]

1801 йылда Рәсәй империяһы Грузияны аннексиялағандан һуң 1802 йылда һарайҙы генерал-майор Василий Гуляков Василий үҙ полкына резиденция сифатында һайлай. 1805 йылда һарайы Рәсәй император ҡаҙнаһына тапшырыла. 1845 йылда Михаил Воронцов - Кавказдағы наместник һарайҙы реконструкциялауға заказ бирә. Немец архитектор Альберт Зальцманн (1833-1897) 1865 йылда Телави һарайын үҙгәртеп төҙөй.

Комплекс 2018 йылда тулыһынса төҙөкләндерелгән һәм яңынан халыҡҡа күрһәтелә башлаған [3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Batonis Tsikhe feudal complex in Georgia’s east reopens with new museum
  2. Koshoridze, Irina (2008). «Two 18th-Century Royal Palaces in Georgia and Armenia». Journal of Persianate Studies 1: 243-248.
  3. Batonis Tsikhe feudal complex in Georgia’s east reopens with new museum