Батайск тарих музейы
Батайск тарих музейы ― Ростов өлкәһендәге Батайск ҡалаһының тарих музейы. Музейҙың хәҙерге бинаһы ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында, Киров урамы, 51а адресы буйынса урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәБатайскиҙағы беренсе музей 1966 йылда асыла һәм урындағы кинотеатрҙа урынлаша. Музейҙың тәүге исеме ― «Революция, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы ». Ул ике бүлмәлә урынлаша, ә фондында 400 самаһы экспонат иҫәпләнә. Хәҙерге бина 1979 йылда күтәрелеп, шул уҡ йылдың 22 апрелендә асыла[1].
Музей экспозицияһы =
үҙгәртергәМузейҙың экспозициялары нигеҙендә ҡаланың тарихы, этнографияһы, археологияһы тураһында һөйләүсе экспонаттар ята. Музей фонды Батайск ҡала тарихына бәйле 9 меңдән ашыу документтың төп нөсхәһен һаҡлай.[2].
Өс экспозициялар залы[3]:
- Хәрби Дан залы ― Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы буйынса экспонаттар күрһәтелә. Һәләк булыусы яугирҙарҙың исемдәре менән иҫтәлекле таҡтаташ бар. Залда төрлө тантаналы саралар, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар һәм эҙәрмәндәрҙең ултырыштары булып тора.
- Тыуған яҡты өйрәнеү залы.
- Күргәҙмәләр залы
Экспозициялар[3]:
- Баранов ис.ГВФ һәм Серов ис.ГВФ.осоу училищеларының тарихы. Был уҡыу йорттарында Алексей Петрович Маресьев, һуңынан Борис Полевойҙың «Ысын кеше хаҡындағы повесть» китабындағы төп геройҙың прототибы, оҫта осоусы Дольников Григорий Устинович укыған.
- Тәүге лётчик-космонавтар - Комаров Владимир Михайлович, Хрунов Евгений Васильевич, Горбатко Виктор Васильевичтарҙың шәхси әйберҙәре урынлашҡан.
- Батайск тимер юл тарихына бәйле экспонаттар. Владикавказ тимер юлы, 1875 йылда императорар Александр II указы менән төҙөлөп, Батайск ҡалаһы аша үткән. Был юлды Кавказға «ҡапҡа» тип атайҙар.
- Этнография экспозицияһы. Бында Батайскиҙа, уның тирә-яғында йәшәүсе кешеләрҙең традицияларына, ғөрөф- ғәҙәттәренә бәйле экспонаттар: боронғо мебель, хеҙмәт ҡоралдары, сиркәү һәм ҡулланма-декоратив әйберҙәр бар.
- Батайск рәссамы Лосевский Николай Сергеевичтың шәхси күргәҙмәһе.[1].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Administrator. Батайск калаһының кала тарихы музейы (билдәһеҙ). xn----7sbbaad2dcgd9csffhc5m.xn--p1ai. Дата обращения: 21 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Батайск тарих музейы - Ростовской өлкәһе хөкүмәте . www.donland.ru. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
- ↑ 3,0 3,1 Дон туризмы :: Донда турист :: Музейҙар . dontourism.ru. Дата обращения: 21 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.