Барчукова Нина Сергеевна

Барчукова Нина Сергеевна ( 29 октябрь 1930 йыл13 ноябрь 1999 йыл) — юрист, халыҡ- ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек буйынса белгес; Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаусы (1955); юридик фәндәр кандидаты, профессор, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы (1997); СССР ФА өлкән ғилми хеҙмәткәре

Барчукова Нина Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Нина Сергеевна Барчукова 1930 йылдың 29 октябрендә Мәскәү өлкәһендә тыуған; 1955 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай Шул уҡ йылдарҙа ул фән өлкәһендә эшләй башлай — СССР Фәндәр академияһының өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1967 йылда Барчукова уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: ул Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) уҡыта башлай. Ике йылдан һуң, 1969 йылда, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында «Международно-правовые (Международноправовые) аспекты научного сотрудничества стран социалистического содружества» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, оппоненттары булып профессор Лидия Моджорян һәм фәндәр кандидаты Геннадий Константинович Ефимов тора —Нина Сергеевна Барчукова юридик фәндәр кандидаты була.

Рәсәйҙә, 1997 йылда Нина Барчукова Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының юридик факультетына ҡараған халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры итеп һайлана. 1999 йылдың 13 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була һәм ерләнә.

Нина Сергеевна Барчукова йөҙҙән ашыу фәнни эштәрҙең авторы һәм авторҙашы булып тора, шул иҫәптән алты монографияһы бар; ул туризм өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең юридик мәсьәләләре, шулай уҡ — халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек менән шөғөлләнә:

  • Международное сотрудничество государств в области туризма / Н. С. Барчукова. — М. : Междунар. отношения, 1986. — 172 с.[1]
  • Правовое регулирование международного туризма на многосторонней основе : Учеб. пособие / Н. С. Барчукова; Гос. ком. СССР по нар. образованию. — М. : Изд-во Ун-та дружбы народов, 1990. — 81 с.; ISBN 5-209-00368-8.
  • К вопросу о международном научном сотрудничестве социалистических стран / Н. С. Барчукова, К. Г. Борисов // Советский ежегодник международного права. 1969 = Soviet year-book of international law. 1969 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1970. — С. 299—300.
  • Меры по усилению защиты консульскими учреждениями законных прав и интересов советских организаций и граждан за границей // Информационный бюллетень МИД СССР. М., 1989.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Барчукова Нина Сергеевна, 1930—1999 // Московский журнал международного права. — 2000. — № 1. — С. 387.
  • Российская ассоциация международного права, 1957—2007 : биографический словарь / [А. Х. Абашидзе и др.]. — [Санкт-Петербург] : [Изд. дом СПбГУ] : [Изд-во юридического фак. СПбГУ], 2007. — 322 с.; 24 см; ISBN 978-5-9645-0087-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә