Барбараш Ольга Леонидовна

(Барбараш, Ольга Леонидовна битенән йүнәлтелде)

Барбараш Ольга Леонидовна (1961 йылдың 18 июле, Кемерово, РСФСР, СССР) — СССР һәм Рәсәй кардиологы, медицина фәндәре докторы, профессор. "Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының комплекслы проблемламалары ғилми-тикшеренеү институты" Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Кемероволағы «Кузбасс кардиологтарының ғилми берекмәһе» өлкә йәмәғәт ойошмаһын етәкләй, 2016 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты)

Барбараш Ольга Леонидовна
Тыуған көнө 1961
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Ольга Леонидовна данлыҡлы табип-кардиологтар династияһы, юғары мәктәп ғалимдары һәм педагогтары ғаиләһе вәкиле булып тора. Ольга Леонидовнаның атаһы, Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы Барбараш Леонид Семёнович — кузбасс кардиохирургияһына нигеҙ һалыусы, әсәһе, Барбараш Нина Алексеевна, — профессор, Рәсәйҙә билдәле физиолог, ҡыҙы Ирина ла, юғары уҡыу йортон тамамлағас, эшмәкәрлеге йүнәлеше итеп, кардиологияны һайланы.

О. Л. Барбараш 1984 йылда Кемеров дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Институтта уҡыған осоро уның йәрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының патологик физиологик проблемаларына бағышланған фәнгә тәүге аҙымдары, — фәнни научныхе конференцияларҙағы докладтары һәм студент йыйынтыҡтарында донъя күргән ғилми-тикшеренеү хеҙмәттәре менән тап килә. Академик Евгений Иванович Чазов етәкселегендәге Бөтә Союз кардиология фәнни үҙәге базаһындағы ординатурала уҡыуы күп ваҡытта йөрәк миокардаһының киҫкен инфаркты, йөрәк ишемияһының хроник дауамлы формалары тураһында белемде фән һәм тәжрибәгә таянып өйрәнеү менән бәйле була. Был тема уның артабанғы фәнни хеҙмәттәренең нигеҙен тәшкил иткән.

1989 йылда Ольга Леонидовна Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының (МОЛГМИ) аспирантураһын уңышлы тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1996 йылда — Йөрәк миокардаһының киҫкен инфаркты, стресс менән бәйле миокарданың зыян күреүе механизмына бағышланған докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Был йылдарҙа медицина фәндәре докторы, профессор И. И. Чукаева уның остазы була.

Мәскәүҙән ҡайтҡас, Ольга Леонидовна ассистент булып эшләй.

1997 йылдан Кемеров дәүләт медицина академияһының иң тәүге кафедраларының береһен — факультет терапияһы кафедраһын етәкләй. 2007 йылда — ГБОУ ВПО Кемеров дәүләт медицина академияһының кардиология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы мөдире. 2008 йылдан — Рәсәй медицина фәндәре Академияһының Кемерово фәнни үҙәгенең (УРАМН НИИ КПССЗ СО) мультифокаль атеросклерозы бүлеге мөдире.

Ошо йылдар дауамында Кемеров медицина академияһы студенттар Ольга Леонидовнаның иҫ китмәле лекторлыҡ һәм уҡытыусы таланты тәьҫирендә булды. Бик күп йәш табиптар өсөн уның етәкселегендә фәнни темалар һәм диссертациялар өҫтөндә эшләү уларҙың тормош һәм һөнәри юлын билдәләргә ярҙам итте. Сталин и пути Выборг определяющими жизненного научными профессии врач-кардиолог. Ольга Леонидовна эш дәүерендә үҙен яҡшы лектор ғына түгел, дискуссиялар оҫтаһы итеп, «сиселмәҫ» булып күренгән фәнни мәсьәләне асырлыҡ йүнәлеш биреүсе итеп күрһәтте.

УРАМН Научно-исследовательский институт комплексных проблем сердечно-сосудистых заболеваний СО РАМН (НИИ КПССЗ СО РАМН) Кузбасский научный центр Кузбасский НЦ СО (Кемерово) ГУ НИИ комплексных проблем гигиены и профзаболеваний СО РАМН (Новокузнецк)

2009 йылда Федераль дәүләт бюджет фәнни учреждениеһы «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының комплекслы проблемалары буйынса фәнни-тикшеренеү институты» составында формалашҡан мультифокаль атеросклероз бүлеген ойоштороу һәм аяҡҡа баҫтырыу Ольга Леонидовна Барбараш исеме менән бәйле.

2011 йылдың декабренән Ольга Леонидовна Барбараш "Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының комплекслы проблемламалары ғилми-тикшеренеү институты" Федераль дәүләт учреждениеһы директоры.

Фәнни ойошмаларҙың Федераль агентлығы рейтингында алдынғы рәттәрҙә барған йәш һәм уңышлы үҫешкән ҙур фәнни коллектив менән етәкселек итеп, Ольга Леонидовна ғилми ниәттәрен тағы ла юғарыраҡ кимәлдә хәл итеү мөмкинлеген ала. О. Л. Барбараш һәм ул етәкләгән коллективтың фәнни ҡыҙыҡһыныу фокусы атеросклероз сире сәбәле мультифокаль зыянының формалашыу механизмында төрлө клиник үҙенсәлектәр һәм факторҙар ҡатнашыуына йүнәлтелгән, һәм уның икенсел эффектив профилактик программаһын әҙерләү мөһим. Ольга Леонидовна һәм уның арҡалаштары алып барған тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре даими рәүештә ғилми йәмәғәтселектең Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә үткән фәнни форумдарында һәм конгрестарында яҡтыртыла.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

О. Л. Барбараш тикшеренеүсе ғалим булараҡ донъяла киң танылыу алған, Рәсәй кардиология ойошмаһының (РКО) Кузбасс бүлексәһе һәм кардиосоматика секцияһы етәксеһе. Ольга Леонидовна түбәндәге сирҙәрҙе дауалау буйынса кәңәш-тәҡдимдәр бирә: Сегмент ST күтәрелеү менән бәйле киҫкен коронар синдромлы ауырыуҙарҙы дауалау буйынса РКО-ның милли клиник тәҡдимдәрен әҙерләү (2007 йыл), Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының артериаль гипертензия буйынса стандарттарын әҙерләү (2008 йыл), антитромбоцитар терапия (2009 йыл), ҡан тамырҙары артериаль патологиялы булған пациенттарҙы дауалау буйынса (2010 йыл), Сегмент ST күтәрелеп, йөрәк миокардаһының киҫкен инфарктын үткәргән ауырыуҙарҙы реабилитациялау һәм икенсел профилактика буйынса (2014 йыл). О. Л. Барбараштың фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре түбәндәге хеҙмәттәрендә күренә: 662 ғилми эштәрендә, шул иҫәптән 19 монографияһында һәм китабында, шулай уҡ 15 һаҡланған интеллектуаль милек объектында. Юғары аттестация комиссияһының ВАК исемлегенә ингән рәсәй журналдарында баҫылған фәнни хеҙмәттәрҙең дөйөм һаны 506, сит ил журналдарында — 35, рәсәйҙә тәржемә итлгән журналдарҙа — 13. Ғилми цитаталарҙың рәсәй индексы (РИНЦ) иҫәпләүенсә, О. Л. Барбараш баҫып сығарғандан өҙөктәр килтереү 3014 тәшкил итә (Хирши индексы — 13), Scopus-та — 2534 (Хирши индексы — 7), Web of Science -ла — 776 (Хирши индексы −6). О. Л. Барбараштың фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәре атеросклероз ауырыуында мультифокаль зыян килтереүе формалашыу механизмының клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм төрлө факторҙарҙың өлөшөнә бағышланған; икенсел профилактика программаларын әҙерләү ҙә күҙ уңында тотола. Был йүнәлеш сиктәрендә мультифокаль атеросклерозда төрлө ҡан тамырҙары бассейнында ишемияның киҫкен һәм хроник формалары үҫешендә һәм фаразлауында патогенетик үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү, диагностика алгоритмын яҡшыртыу, был патологияға эйә ауырыуҙарҙы төрлө алымдар менән дауалауҙың файҙаһын һәм хәүефһеҙлеген баһалау, шул иҫәптән хирургик һәм медикаментоз дауалау тактикаларының файҙаһын анализлау, мультифокаль зарарланғанда атеросклерозы киҫкен һәм хроник күрһәткесле пациенттарҙың төрлө ҡан тамыры бассейнын реваскуляризациялағанда эндоваскуляр алымды яҡшыртыу, уларҙы стационар һәм дауахананан сыҡҡандан һуң дауалауҙы оптимизациялау, анестезиологик тәьмин итеү һәм интенсив терапия ярҙамы биреү өҫтөнлөклө бурыс булып тора.

Медицина фәндәре докторы, профессор О. Барбараш етәкселегендә 10 доктор һәм 64 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған һәм Юғары аттестация комиссияһы ВАК тарафынан раҫланған.

2016 йылда ғалимға Рәсәй Фәндәр Академияһының РАН ағза-корреспонденты исеме бирелде.

О. Л. Барбараш инициативаһы менән 1999 йылдан медицина академияһы кафедралары һәм Кемеров ҡалаһы клиникаһы нигеҙендә яңы дауалау сараларының файҙаһын һәм хәүефһеҙлеген баһалау буйынса клиник тикшеренеүҙәр халыҡ-ара үҙәктәре ойошторола, I фазанан алып IV фазаға саҡлы 150-нән артыҡ тикшеренеү үткәрелгән. Әлеге ваҡытта О. Л. Барбараштың фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе 800-ҙән артыҡ әнни хеҙмәтендә, шул иҫәптән 19 монография аша күренә. Ольга Леонидовна — 15 һаҡлаулы интеллектуаль милек объекты авторы. Дөйөм алғанда, уның етәкселегендә 11 докторлыҡ һәм 61 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Наградалары һәм дәрәжәләре

үҙгәртергә
  • 2008 йылда «Балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
  • 2009 йылда — «Кузбасс алдында ҡаҙаныштары өсөн III дәрәжәле» миҙалы.
  • 2011 йылда — «Ышаныс һәм яҡшылыҡ өсөн» миҙалы.

Дәрәжәләре

үҙгәртергә

О. Л. Барбараш:

  • Европа кардиологтары берекмәһе ағзаһы (European Society of Cardiology).
  • Рәсәй кардиология ойошмаһы (РКО) эксперты һәм идара ағзаһы.
  • киҫкен коронар синдромы, вегетатив дисфункция, кардиореабилитация, атеротромбоз буйынса секция идараһы ағзаһы,
  • РКО һәм «Кардиосоматика» секцияһы Кузбасс бүлексәһе рәйесе.

Медицина журналдарындағы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ольга Леонидовна Барбараш терапевтик профилендәге алдынғы фәнни-ғәмәли журналдарының мөхәррирлек шмәкәрлегенә күп ваҡыт бүлә. Ул түбәндәге баҫмаларҙың:

«Ревматология һәм кардиоангиология», «Атеросклероз», «Креатив кардиология» журналдарының редколлегия ағзаһы, «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының комплекслы проблемалары» журналының редакция советы ағзаһы һәм баш мөхәррире урынбаҫары булып тора. шулай уҡ түбәндәге журналдарҙың редакция советы ағзаһы:

«Сибирское медицинское обозрение», «Проблемы женского здоровья», «Медицина в Кузбассе», «Сибирский медицинский журнал» (г. Томский), «Вестник кардиологии», «Неотложная кардиологическая», «РМЖ».

О. Л. Барбараштың хеҙмәтен баһалау

үҙгәртергә

2016 йылдың июлендә кузбасс кардиологтары мәктәбе лидеры, медицина фәндәре докторы, профессор Ольга Леонид ҡыҙы Барбараш 55 йәшлек юбилейын билдәләне.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ольга Леонидовна Барбараш — тәжрибәле кардиолог-табип, үҙенең пациенттары проблемаларына иғтибарлы һәм ярҙамсыл, тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре араһында ла, Рәсәй һәм сит ил клиницист коллегалары лайыҡлы абруй менән файҙалана. Уның һәр көнө реанимация һәм интенсив терапия бүлектәрендә дауаланған пациенттарҙы ҡарауҙан башлана. Ауыр патологиялы пациенттарҙың сирҙәрен аныҡ билдәләү консилиумдарында ысын профессиона лдарса яуаплылыҡ менән, етди уйлап ҡатнаша. О. Л. Барбараштың уҡыусылары, Кузбасс кардиология үҙәге коллективы һәм «РМЖ» редакцияһы коллективтары уның эшендә терәк булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Компания «КУЗБАССКОЕ научное общество кардиологов», дата регистрации — 3 августа 2004 года, регистратор — Управление МНС России по КЕМЕРОВСКОИ области. Наименование Полное официальное — ОБЛАСТНАЯ КРЕМИРОВАЛИ общественная организация «кузбасское научное общество кардиологов». Юридическая адрес: 650002, г. КЕМЕРОВО, Сосновый бульвар, д. 6.

  1. Компания «КУЗБАССКОЕ НАУЧНОЕ ОБЩЕСТВО КАРДИОЛОГОВ», дата регистрации — 3 августа 2004 года, регистратор — Управление МНС России по КЕМЕРОВСКОЙ области. Полное официальное наименование — КЕМЕРОВСКАЯ ОБЛАСТНАЯ ОБЩЕСТВЕННАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ «КУЗБАССКОЕ НАУЧНОЕ ОБЩЕСТВО КАРДИОЛОГОВ». Юридический адрес: 650002, г. КЕМЕРОВО, бульвар СОСНОВЫЙ, д. 6.