Балғыуаҡ
Балғыуаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Genista L. | ||||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||||
|
Балғыуаҡ (лат. Genísta) —— ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәҠыуаҡ һәм ярым ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ҡуйы төклө йәки төкһөҙ, бейеклеге 60—150 см тиклем. Буяу балғыуағы япраҡтары ланцет йәки йомортҡа‑ланцет формаһында, герман балғыуағы — оҙонса йәки эллиптик, йөнтәҫ, һеңерсәләре буйынан‑буйына төклө. Сәскәһе тәлгәш сәскәлектә, һары, алтынһыу һары төҫтә, йомортҡа-эллипс йәки йөрәк формаһындағы елкән, төклө йәки төкһөҙ кәмәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июль—августа өлгөрә.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
Таралышы
үҙгәртергәЯҡынса 75 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙҙә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Герман Б. киң япраҡлы-ылыҫлы урманда һәм уның ситтәрендә үҫә, Нуриман районында табылған. Буяу балғыуағы республикабыҙҙың бөтә биләмәһендә һирәкләнгән урмандарҙа, аҡландарҙа, ҡомло һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә таралған.
Файҙаланыу
үҙгәртергәБалғыуаҡ составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буяу балғыуағы — ағыулы үҫемлек; япраҡтарынан, һабаҡтарынан, сәскәләренән туҡымалар өсөн һары буяу алына.
Сығанаҡтар http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1525-bal-yua(недоступная ссылка) https://ru.wikipedia.org/w/index.php?tit
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Балғыуаҡ GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
- Балғыуаҡ: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
- Балғыуаҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2009)
- Дрок // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
- Дрок в Биологическом энциклопедическом словаре (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |