Балокумья (алб. ballokumja) йәки балакумья (алб. ballakumja) — Албанияның Элбасан өлкәһендә барлыҡҡа килгән, хөҙерге ваҡытта Косово һәм Төньяҡ Македония албандары араһында бик популяр булған кукуруз онанан бешерелгән печенье[1]. Ғәҙәттә, 14 мартта, мәжүселек заманынан ҡалған «Йәй көнө» Ҡалып:Lang-sq2 байрамында бешерәләр[2] Был байрамды тәүҙә Эльбасанда ғына байрам итәләр, 2004 йылдан Албанияның дәүләт байрамы итеп иғлан ителә.[3]

Балокумья

Авторы
Милли исеме

алб. ballokumja

Тыуған иле

 Албания

Компоненттар
Төп
  • кукурузная оно
  • аҡ май
  • шәкәр
  • йомортҡа, ағас көлө
  • һөт
Викимилектә медиафайлдар Балокумья

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Балокумья» һүҙенең килеп сығышын XVI быуатта Эльбасан менән идара иткән Ғосман хакимы менән бәйләйҙәр. Ул беренсе тапҡыр печеньены тәмләп ҡарағас «Eshtë basil okume!(алб. - Рахат-лукум кеүек тәмле ) тип әйткән, ошо фразанан ballokumja тигән заманса һүҙ барыҡҡа килгән.[4]. Хәҙерге ваҡытта көл урынына һөт ҡулланалар.[5] ([6]).

Балакумьяның төп ингредиенттары: кукуруз оно, май (ғәҙәттә кәзә һөтөнән), шәкәр һәм йомортҡа.[7] Ҡамыр баҡыр тазикта ағас ҡалаҡ менән бутала, сөнки баҡырҙың йылылыҡ үткәреүсәнлеге юғары һәм был концинсецияға ыңғай була тип һанала. Ҡамырҙы баҫыу энергия талап иткә, шуға ла был эште йыш ҡына ирҙәр башҡара. Балокумьяны ағас утын яғылған мейестә бешерәләр..[8].

Эльбасала йәшәүселәр «Йәй көнө» байрамына әҙерләнгән балакумьяны башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе дуҫтарына һәм туғандарына ла ебәрәләр[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Marsela Koci. Albania apre in festa l’arrivo della primavera (итал.). All TV (15 март 2014). Архивировано из оригинала 8 апрель 2014 года. 2014 йыл 8 апрель архивланған.
  2. Elbasani Ballokume - traditional sweet (ингл.). Monarch. 2020 йыл 21 март архивланған.
  3. Ballokume Elbasani (ингл.). Taste Atlas. 2020 йыл 21 март архивланған.
  4. Vera Abitbol. Albania: Ballokume (ингл.). 196 flavors.
  5. Cultural Traditions and Activities (ингл.). Bashkia Elbasan. 2020 йыл 20 февраль архивланған.
  6. Ballokume - a nyárváró szeretet süti (венг.). Cafeblog (8 март 2020).
  7. Ballokume Tradicionale – Receta Sekrete nga Nënat e Elbasanit (венг.). AgroWeb (13 март 2020).
  8. 8,0 8,1 Ballokumja, simboli i ditës së verës (алб.). Shqiptarja.com (13 март 2013).