Богатян сығанағы (Бай ҡоҙоҡ)Дондағы Ростовтың Богатян ауышлығындағы тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы[1] Седов һәм Яр буйы урамында урынлашҡан

Бай ҡоҙоҡ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Бай ҡоҙоҡ Викимилектә

Тарихы һәм тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Мемориаль таҡта

Риүәйәткә ярашлы, йәш батша Петр Алексеевич, генералдар һәм казак старшиналары менән тирә-яҡ буйлап йөрөп, Темерник тамағында верфтарға рус караптарының хәрәкәтен күҙәткән. Эзбизлы битләүҙәрҙән шишмәләр урғылыуын күреп, һыуһынын ҡандырған да ул ҡысҡырып ебәргән:

 
Бай ҡоҙоҡ!

Был урын Аҙауҙы алғандан һуң Дон түбәнендәге ерҙәрҙең беренсе рус картаһын төҙөүҙә шундай географик атама ала.

Бай ҡоҙоҡ эргәһендә 1749 йылда Тимерник таможняһына нигеҙ һалына, унан Дондағы Ростовтан биографияһы башлана. Сығанаҡ үҙе Изге Дмитирий Ростовский ҡәлғәһен йылға ярына георгафик бәйләү өсөн һайлап ҡуйылған ориентир була.

Бай ҡоҙоҡ һыуын һалдаттар, офицерҙар һәм ҡәлғә халҡы, шулай уҡ яҡындағы Полуденка слободаһы халҡы ҡуллана.

Ҡәлғә структураһында сығанаҡ артиллерия пристане эргәһендәге битләүҙә була; унан Ростов ҡәлғәһе картаһында 1768 йылда пунктир һыҙыҡ менән билдәләнгән гидротехник ҡоролма төҙөлә.

 
Бай ҡоҙоҡ

Богатян сығанағы тип аталған шишмә XIX быуатта һәм XX быуаттарҙа һыу менән ҡала кварталдарын тәьмин итә. Унан 1860 йылда үҙ эшен башлаған беренсе ҡала һыу үткәргесе һыу ала. 1920 йылдың урталарынан сығанаҡ һыуын тик техник маҡсатта ғына ҡулланалар.

Элекке Богатян проспекты һәм хәҙерге Богатян ауышлығы үҙенең исеме менән шулай уҡ Бай ҡоҙоҡҡа бурыслы.

XIX быуатта элекке Бай ҡоҙоҡтоң бер шишмәһендә ҙур булмаған таш ротонда менән каптаж төҙөлә, ул бер нисә тапҡыр тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеп, 1990 йылға тиклем була.

1988 йылда сығанаҡты Дондағы Ростов ҡалаһының барлыҡҡа килеүе менән тығыҙ бәйләнгән иҫтәлекле урын тип иғлан ителә.

Ростовтың 250-йыллығы алдынан уның эргәһендәге майҙансыҡ XIX быуат аҙағы сәнәғәт архитектураһы формаларын ҡулланып реконструкциялана һәм төҙөкләндерелә, мемориаль таҡта ҡуйыла (архитекторы Борис Пивторак)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Волошинова В. Ф., Волошинова Л. Ф. 100 уникальных мест Ростовской области: Иллюстрированный справочник. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2011.-176 с., ил. ISBN 978-5-7509-0631-4

Һылтанмалар

үҙгәртергә