Байҙар бал эсә (йыр)

Байҙар бал эсә — Башҡорт халыҡ йыры.


«Байҙар бал эсә» — лирик йыр. Тормош-көнкүреш йырҙарының төркөмөнә ҡарай. Йырҙа социаль тигеҙһеҙлек мотивтары, бәхет эҙләп ил гиҙеүсе егеттәр образы. Тормош-көнкүреш йырҙарында тыуған төйәк, мал һәм ир-егет образдарының айырылмаҫ берҙәмлеге сағылыр булған. Шулай уҡ тормош-көнкүреш йырҙарында үткән ғүмер темаһы һәм уның философик асылы ла бирелер булған.


Үтә байҙар бал эсә,

Урта байҙар буҙа эсә.

Беҙҙең кеүек ярлы-фәҡир

Тал төбөнән һыу эсә.


Тимерле арба, төҙөк юл,

Барыр ерем алыҫ ер.

Михнәт сигеп, малдар таба

Беҙҙең кеүек фәҡир ир.


Арҡа ерҙә ат уйнай,

Түбә ерҙә төлкө уйнай.

Беҙҙең кеүек ярлы-фәҡир

Көн итеүен көн дә уйлай.


Ялан ерҙән ел иҫер,

Елкән төбөн ҡом киҫер.

Яҡшы ат башын нуҡта киҫер,

Фәҡир башын юҡ киҫер.


  • Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of folk. — Уфа, 1995.
  • Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.

Һылтанмалар

үҙгәртергә