Баграт ҡорамыКутаисила 1003 йылда берләшкән Грузия батшалығының төп соборы булараҡ Баграт III хакимлығы ваҡытында төҙөлгән һәм Богородица Успение хөрмәтенә изгеләндерелгән ҡорам.

Баграт ҡорамы
груз. ბაგრატის ტაძარი
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Покров Пресвятой Богородицы[d]
Нигеҙләүсе Баграт III[d]
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмек Кутаиси
Епархия Кутаисская и Гаэнатская епархия[d]
Христианский литургический обряд византийский обряд[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1692
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iv)[d]
Карта
 Баграт ҡорамы Викимилектә

Ҙурлығы һәм пропорциялары буйынса мөһабәт ғибәҙәтхана ҡавказ аръяғы төҙөлөшө тарихында яңы һүҙ була, ул һыр һәм мозаика менән биҙәлгән һәм Грузияның урта быуат тарихында айырым роль уйнай. Атап әйткәндә, нәҡ бында Давид IV Төҙөүсе таж кейә.

1691 йылда төрөктәр һөжүме ваҡытында дары шартлауы соборҙың көмбәҙен һәм ҡыйығын емерә, артабан ул тергеҙелмәй. 1770 йылда рус генералы Тотлебендың артиллерияһы Кутаиси ҡәлғәһен һәм Баграт ҡорамының бөтә көнсығыш өлөшөн юҡ итә.

1994 йылда Баграт ҡорамы ЮНЕСКО исемлегенә бөтә донъя мираҫы объектә булараҡ индерелә, 2001 йылда әленән-әле емереклектәрҙә ғибәҙәттәр үткәреүсе Грузин православие сиркәүенә тапшырыла.

Тергеҙелеүе

үҙгәртергә

Икенсе президент срогына яңынан һайланғандан һуң президент Михаил Саакашвили инаугурация тантанаһында ғибәҙәтхананы «тәүге ҡиәфәтендә» тергеҙеү тураһында вәғәҙә бирә. Реставратор һәм сәнғәт белгестәре яғынан тәнҡиткә яуап итеп, президент былай тип белдерә: «Был мәсьәлә буйынса мин үҙ фекеремде үҙгәртмәйем. Баграт тергеҙелергә һәм Грузия алдында бөтә матурлығында баҫып торорға тейеш»[1].

2010 йылдың июлендә ЮНЕСКО ҡомартҡы янында төҙөлөштәрҙе туҡтатыуҙы талап итә һәм уны хәүеф аҫтындағы бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерә[2], әммә шуға ҡарамаҫтан сиркәүҙе реконструкциялау буйынса эштәр дауам итә. 2012 йылдың көҙөнә соборҙы тергеҙеү планлаштырыла. 2012 йылдың 17 июнендә бөтә Грузия катиликосы-патриархы Илия II алып барылған эштәрҙе туҡтатырға һәм бөтә тергеҙеү бөтә деталдәрен ЮНЕСКО[3] белгестәре менән килешеп эшләргә саҡыра.

2012 йылдың 17 авгусында Баграт ҡорамы көмбәҙендә 300 кг ауырлыҡтағы бронза тәре ҡуйыла. Тәре архитектор Ваня Гремелашвили эскизы буйынса эшләнә. Тәрене Кутаисиның бөтә нөктәһенән дә күрергә мөмкин[4]. Тантанала булған президент Михаил Саакашвили ҡормады тергеҙеү бөтә грузин халҡының хыялы, ә ҡорам үҙе берҙәм Грузияның символы булып тора, тип белдерә[5]. 2017 йылда ЮНЕСКО Баграт соборын Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенән төшөрөп ҡалдыра, сөнки уның реконструкцияһы бөтөнлөгөнә һәм төп нөсхәһенә зыян килтерә[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мзия Паресишвили. ЮНЕСКО обеспокоено восстановительными работами в храме Баграти. Радио «Свобода» (31 июль 2010). Дата обращения: 8 май 2017.
  2. World Heritage Committee inscribes Bagrati Cathedral and Gelati Monastery (Georgia) on List of World Heritage in Danger (ингл.). UNESCO World Heritage Centre (29 июль 2010). Дата обращения: 8 май 2017.World Heritage Committee inscribes Bagrati Cathedral and Gelati Monastery (Georgia) on List of World Heritage in Danger  (инг.)
  3. Илия Второй требует приостановить реабилитацию собора Баграта. «Грузия Online» (17 июнь 2012). Дата обращения: 8 май 2017.
  4. В Кутаиси идет установка креста на храме Баграта. «Грузия Online» (17 август 2012). Дата обращения: 8 май 2017.
  5. John Noble, Michael Kohn, Danielle Systermans. Georgia, Armenia & Azerbaijan. — Lonely Planet, 2008. — 364 с. — ISBN 9781741044775.
  6. UNESCO World Heritage Centre. Gelati Monastery, Georgia, removed from UNESCO’s List of World Heritage in Danger  (инг.), unesco (10 July 2017). 14 июль 2017 тикшерелгән.