А. С. Попов һәйкәле (Санкт-Петербург)
Радио уйлап табыусы Попов Александр Степанович һәйкәле Санкт-Петербургта ҡаланың Петроград районындағы Каменноостровский проспектында урынлашҡан.
А. С. Попов һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1945 йылдың 2 майында Халыҡ Комиссарҙары Советы А. С. Поповҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар сығара. 1949 йылда радио уйлап табыусы һәйкәле проектына конкурс иғлан ителә. Был конкурста дүрт авторлыҡ коллективы ҡатнаша, ә конкурсты скульптор В. Я. Боголюбов проекты еңеп сыға, әммә ул үҙе 1954 йылда, һәйкәлдең моделен тамамламайынса вафат булып ҡала. Шуға күрә һәйкәл өҫтөндә тамамлау эштәрен башҡа скульпторҙар М. К. Аникушин, М. Р. Габе һәм Р. К. Таурит башҡара, ә В. В. Исаева етәкселек итә. Архитекторы булып Н. В. Баранов сығыш яһай.
Скульптура үҙе 1956 йылда ғына «Монументскульптура» заводында бронзаға ҡойола. Һәйкәлдең постаменты граниттан башҡарыла. Бейеклеге 7,6 м (постамент — 3,6 м, скульптура —3 м.) тәшкил итә. Постаментта ошондай яҙыу бар:
РАДИО УЙЛАП ТАБЫУСЫ
ПОПОВ АЛЕКСАНДР СТЕПАНОВИЧ
1859—1908
Һәйкәлде асыу 1959 йылдың 22 мартында, А. С. Поповтың тыуыуына йөҙ йыллыҡ юбилейы менән тап килтерелә. Радио көнөндә (7 май) һәйкәл янында митингылар үтә, һәйкәл алдына сәскәләр һалалар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник Попову А. С. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 8 ноябрь 2015.
- Памятник А.С. Попову в Санкт-Петербурге . rutraveller. Дата обращения: 8 ноябрь 2015.