А. П. Чехов һәйкәле (Баденвайлер)

А. П. Чехов һәйкәле — немец ҡалаһы Баденвайлерҙа 1908 йылда ҡуйылған монумент[1]. Был донъяла А.П. Чеховҡа ҡуйылған тәүге һәйкәл[2] в мире[3]

А. П. Чехов һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Баденвайлер
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Карта

1908 йылдағы һәйкәл

үҙгәртергә

1908 йылда немец ҡалаһы Баденвайлер паркында Антон Павлович Чеховҡа донъяла тәүге һәйкәл асыла. Ул Константин Станиславский[1] инициативаһы буйынса барлыҡҡа килә, ул шулай уҡ яҙыусы П.Боборыкин һәм әҙәби тәнҡитсе А. Веселовский менән һәйкәлде асыуҙа ҡатнаша[4].

Һәйкәлдең авторы рус скульпторы Н. Шлейфер була[5], монумент бронзанан эшләнә[6]. Чехов бюсын йәшел һөҙәктә таш һибелгән ерҙә урынлаштыралар[7]. 1908 йылда Баденвайлерҙа А.П.Чехов хөрмәтенә асылған һәйкәл донъяла беренсе була. Һәйкәл шул иҫәптән урыҫтарҙың иғәнәһенә лә төҙөлә[8].

Баденвайлерҙа Чехов һәйкәлен асыу тантаналы була. Һәйкәл тирәләй сәскәләр һалалар, тамашасылар өсөн таҡта майҙансыҡ эшләйҙәр, фоторгафтар күп була[9]. Гофмейстер Эйхлер, академиктар А.Н.Веселовский, П.Д. Боборыкин, Мәскәү Художество театры Константин Станиславский телмәр менән сығыш яһай. . Һәйкәл күркәм тышҡы ҡиәфәте менән айырылып тора[10]

Һәйкәлде асҡандан һуң ҡунаҡханала аш ойошторола, рус композиторҙары музыкаһы башҡарыла[11] .

Беренсе донъя һуғышы аҙағында был һәйкәлдең постамены ғына ҡала, сөнки башҡа һәйкәлдәр менән бергә бюст ҡабаттан иретеүгә ебәрелә. Таш яҙмаһы һаҡлана: «Ңң яҡшы кеше һәм табипҡа» , «Бөйөк яҙыусы Антон Чеховҡа»[12].

1964 йылда, А.П. Чеховҡа беренсе һәйкәл булған урынға, совет журналистары килә[13].

1992 йылдағы һәйкәл

үҙгәртергә

1992 йылда Баденвайлерҙағы А.П. Чехов һәйкәлен Сахалин халҡы тергеҙергә ярҙам итә[14]. Яңы һәйкәлдең авторы Сахалин скульпторы Чеботарев Владимир була. Монумент 1908 йылғы элекке постаментҡа ҡуйыла, Чехов унда күтәрелгән яғалар менән һүрәтләнә. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн яңы һуҡмаҡ һалына[1]. Яңы һәйкәлде Сахалиндан «Сахалин утрауы» музейы директоры Георгий Мироманов алып килә[15]. Яңы һәйкәл шулай уҡ бронзанан ҡойолған була[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ольга Леонидовна Книппер, Мария Павловна Чехова. О.Л. Книппер — М.П. Чехова. Переписка. Том 1: 1899–1927. — ISBN 978-5-4448-0477-3.
  • К.С. Станиславский. Открытие памятника А.П.Чехову в Баденвайлере // Статьи. Речи. Заметки. Дневники. Воспоминания (1877-1917). — Проспект.
  • Иллюстрированный журнал литературы и современной жизни "Нива", №27. — Издательство А. Ф. Маркса, 5 июля 1908.
  • Коллектив авторов. Чехов А.П. и Общество любителей российской словесности (сборник).