А. М. Матросов исемендәге Үҙәк Мәҙәниәт һәм ял паркы (Ишембай)

ҡала халҡының ял итеү урыны

А. М. Матросов исемендәге Үҙәк Мәҙәниәт һәм ял паркы (Ишембай) — Ишембай ҡалаһындағы Үҙәк парк. 1946 йылда нигеҙ һалына[1].

А. М. Матросов исемендәге Үҙәк Мәҙәниәт һәм ял паркы
Нигеҙләү датаһы 1946
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Парк Совет, Бульвар, Стахановсылар һәм Йәшел урамдары сатында урынлашҡан.

Мәҙәниәт һәм ял паркына нигеҙ 1948 йылда Ҡала йәштәре паркы булараҡ һалына.

Совет йылдарында паркта аттракциондар бик күп була. Бәләкәй генә паровозлы балалар тимер юлы, тирә-йүнде күҙәтеү тәгәрмәсе, кәруселдәр[2], һәр төрлө атынмаҡтар, хатта американ тауы ла бар ине. Бөгөн улары ла ҡалмаған тиерлек. Хәҙер улар юҡҡа сыҡҡан[3].

2000-се йылдар башында «Күңелле йәйғор» аттракционы ҙур популярлыҡ менән файҙалана,  «КМЗ-012ч» йәки «Беларус-132Н» бәләкәй тракторы һәм 12 (24) йәки 16 (32) кеше ултыртыуға иҫәпләнгән бер-ике тағылма вагонда бигерәк тә балалар ата-әсәләре менән йөрөргә ярата[4].

Ҡала паркы бер нисә тапҡыр хужаһын алмаштыра. Муниципаль мөлкәтте хосусилаштырғандан һуң, ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙар паркты тейешенсә ҡарауға иғтибар бүлмәй[5][6][7].

Ишембай районы муниципаль районының хакимиәт башлығы М. Х. Ғайсиндың 2010 йылдың 15 һәм 22 октябрҙәге ҡарарҙары менән парк биләмәһе «ЭКО» муниципаль-унитар предприятиеһына ҡуртымға тапшырыла, ә биләмәләге күсемһеҙ милек объекттары предприятиеға хужалыҡ эштәрен алып барыуҙа ҡулланыу өсөн бирелә.

2015 йылда ҡаланың үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында тулыһынса реконструкция үткәрелә. Диаметры 10 м булған төҫлө-музакаль фонтан ҡорола. Мәҙәни саралар үткәреү өсөн сәхнә, төрлө уйындар майҙансығы булдырыла. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған балалар майҙансығы ағастан эшләнгән матур, ҙур караптан ғибәрәт. Яңы һалынған һуҡмаҡтарға асфальт түшәлә йәки тротуар плиткалары һалына. Иҙәненә йомшаҡ резина материал түшәлгән баскетбол, волейбол майҙансыҡтары йәштәрҙе үҙенә саҡырып тора. Йәйгеһен йүгереү, ҡышын саңғыла рәхәтләнеп йөрөп була хәҙер. Бынан тыш паркты яңы ағастар ҙа матурлай.  2011 йылда йәйгеһен ике яңы аттракцион ҡуйыла: батут һәм бәләкәстәр өсөн аккумуляторҙарҙа йөрөгән уйынсыҡ машиналар, шулай уҡ сауҙа нөктәләре лә эшләй башлай.

Киләсәккә эштәр

үҙгәртергә

Киләсәктә күсмә цирктарҙы тамашаларын паркта ҡуйырға саҡырырға ниәтләй бөтмөр хужалар.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • А. М. Матросов һәйкәле — 1974 йыл.
  • Фонтан
  • Төҫлө-музыкаль фонтан
  • «Бөркөт» скульптураһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Игнатьев В. Л. Ишимбай: век ХХ / Администрация города Ишимбая. — Уфа: Информреклама, 2005. — С. 505. — 528 с. — 1500 экз. — ISBN 5-94780-059-4.
  2. Фотография парка культуры и отдыха в 1986 году(недоступная ссылка)
  3. Кто обустроит городской парк? 2011 йыл 5 ғинуар архивланған.
  4. Аттракцион «Весёлая радуга» 2007 йыл 16 сентябрь архивланған.
  5. Кто обустроит городской парк? 2011 йыл 5 ғинуар архивланған.
  6. Аттракцион «Весёлая радуга» 2007 йыл 16 сентябрь архивланған.
  7. Сныткина М. И в парк вернётся детский смех (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 18 ноября. — № 183.