А. В. Кольцов һәйкәле (Воронеж, Кольцов скверы)

Кольцов Алексей Васильевич һәйкәле Воронеж ҡалаһында Кольцов скверында урынлашҡан.

А. В. Кольцов һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Урын Воронеж
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Кольцов скверы) А. В. Кольцов һәйкәле (Воронеж, Кольцов скверы) Викимилектә

Һәйкәл тарихы

үҙгәртергә

А.В. Кольцов һәйкәле Воронеж ҡалаһында иң боронғо һәйкәлдәрҙең береһе — ул Пет I һәйкәленән ҡала икенсе булып тора. Скульптураны ҡуйыу инициаторы булып шағирҙың һеңлеһе А. В. Андронова сығыш яһай, ул һәйкәл ҡуйыу өсөн иғәнә йыйыуҙы ойоштора.

Һәйкәлдең авторы — Санкт-Петербургтан итальян сығышлы Августино Трискорни була, ул рәссам А.А. Кюи эскизы буйынса һәйкәлде төҙөй. Һәйкәл аҡ мәрмәрҙән яһала һәм юғары постаменттағы бюстан тора. Постамент шулай уҡ сәнғәт әҫәре — ул веноктар, гирляндалар һәм семәрле биҙәктәр менән биҙәлгән. Һәйкәлдең алғы яғына «Алексей Васильевич Кольцов» тип яҙылған. Һәйкәл ҡуйылғандан һуң традицияға ярашлы уның тирәләй тәпәндәрҙә пальмалар ултыртыла.

Һәйкәл Воронеж үҙәгендә ҡуйыла һәм 1868 йылдың 27 октябрендә уны асыу тантанаһы үтә. Асыу тантанаһында Рәсәй империяһындағы АҠШ дипломатик вәкиле, шағир талантының табыныусыһы Е.Скайлер ҡатнаша.

 
XX быуат башында һәйкәл

Һәйкәл тирәләй Кольцов скверы төҙөлә. 1871 йылда сквер металл рәшәткәләр менән уратып алына. 1876 йылдың июнендә һәйкәл янында фонтан эшләй башлай.

Башта һәйкәл скверҙың үҙәк аллеяһында урынлаша һәм Плеханов урамына ҡарай боролған була. Реконструкциянан һуң һәйкәлде скверҙа Ленин майҙанына арҡаһы менән бороп, яңы урынға күсерәләр.

1942 йылда Воронеж йылғаһының уң яҡ яр буйын немец ғәскәрҙәре баҫып ала. Хәрби хәрәкәттәр барышында һәйкәл зыян күрмәһә лә, немецтар уның тирәләй хәрби зыярат ойоштора. Воронеж азат ителгәндән һуң был зыярат юҡ ителә һәм скверҙа яңы ағастар ултыртыла.

1960 йылда сквер ҙурайтыла, уның эргәһендәге фонтан төҫлө музыкаль менән алмаштырыла.

Шағирҙың тыуыуының 200 - йыллығына скверҙы яңырталар, тирә-яғын ҡойма менән уратып алалар. Һәйкәлдең үҙендәге көпләүсе мәрмәр плиталарҙы оҙаҡҡа сыҙамлы гранит менән алмаштыралар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә