А. А. Ногарёв йорто
архитектура ҡомартҡыһы (урындағы әһәмиәт) А. А. Ногарёв йорто — сауҙагәр А. А. Ногарёв заказы буйынса төҙөлгән бина, хәҙерге ваҡытта — Өфө ҡалаһының архитектура һәм тарихи ҡомартҡыһы. Ленин урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы кирбес ҡоролманан ғибәрәт[1].
Иҫтәлекле урын | |
А. А. Ногарёв йорто
| |
Город | Өфө |
Архитектура стиле | Урыҫ классицизмы |
А. А. Ногарёв йорто Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәБина урыҫ классицизмы стилендә эшләнгән, йорттоң кирбес фасады ҡупшы биҙәкле модерн стилендә башҡарылған. Бина биҙәүендә шулай уҡ ҡалҡыу биҙәүестәр ҡулланылған. Йорттоң кәртәһе һәм арка формаһындағы ҡапҡалар шулай уҡ бик үҙенсәлекле була.
Артабан архитектор Т. В. Мелякова проекты буйынса бина өлөшләтә реконструкциялана. Йортто ҡайтанан планлаштырған саҡта әүәләп яһалған биҙәүестәр һәм мейестәр ҡутарылып ташлана, стенаны биҙәгән һүрәт юҡҡа сыға. Бина күрше ҡоролма — И. И. Коротковтың йорто менән ҡушыла.
Хәҙерге ваҡытта бинала Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлығы, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге, Республика йәштәр хеҙмәт мәшғүллеге үҙәге урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ногарёва А. дома // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А. А. Ногарёв йорто // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Дом жилой Нагарева . Дата обращения: 16 сентябрь 2017. 2016 йыл 8 апрель архивланған.