Аҡ сәскәләр (әҫәр)

(Аҡ сәсәктәр (әҫәр) битенән йүнәлтелде)

Аҡ сәскәләр (татар. Ак чәчәкләр) — Ғабдрахман Әпсәләмовтың 1965 йылда ижад ителгән романы.

Роман беренсе тапҡыр «Ҡазан утлары» журналының 1965 йылғы 11-се һанында баҫыла. Һуңынан Татарстан китап нәшриәтендә айырым китап булып донъя күрә. 1989 йылда 100 меңлек тираж менән баҫылып сыға. Һуңғы тапҡыр 2019 йылда өс мең данала баҫыла.[1]

Ғабрахман Әпсәләмовҡа 1965 йылда, инфаркт кисереп, бик күп тапҡырҙар дауаханала ятырға тура килә[2] «Аҡ сәсәктәр» романы авторҙың дауаханала ауырып ятҡанда күргәндәренә нигеҙләнеп яҙыла[3]

«Аҡ сәскәләр» романы медицина хеҙмәткәрҙәре, табиптар тормошон яҡтырта. Әҫәрҙең үҙәгендә табиптар образдары. Романдың төп геройҙары — татарҙарҙың беренсе табибы булып һурәтләнгән Әбүзәр Таһиров һәм йәш белгестәр Гөлшәһиҙә менән Мансур. Таһировтың прототибы булып татарҙар араһында тәүге медицина профессоры Әбүбәкер Тереғолов тора. Гөлшәһиҙә образы — Ғабдрахман Әпсәләмовтың күршеһе, терапевт булып эшләүсе Зөмәрә Зарипова.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • Роман буйынса беренсе фильм 1970 йылда төшөрөлә, ләкин ул һаҡланмаған, архивтан юғалған.
  • «Аҡ сәсәктәр» романы буйынса 2015 йылда Ҡаҙанда «Татарстан Республикаһы телдәрен һаҡлау дәүләт программаһы» сиктәрендә, Удмурт фән һәм мәғариф министрлығы ярҙамы менән, «Татарстан — Яңы Быуат» студияһында «Аҡ сәсәктәр» фильмы төшөрөлә.[4]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ак чәчәкләр бүләк итте: Габдрахман Әпсәләмов турында истәлекләр /төз., кереш сүз авт. Г. Мөхәммәдова; рәс. Р. Сәйфуллина. — Казан : Мәгариф, 2001.- 159 б.
  • Дәүли, Н. Ул безгә ак чәчәкләр бүләк итте / Н. Дәүли // Ак чәчәкләр бүләк итте : Г. Әпсәләмов турында истәлекләр. — Казан, 2001. — Б.44-54.
  • Нигъмәтуллина, Н. Рухландыра : Г. Әпсәләмовның «Ак чәчәкләр» романы турында укучылар фикере / Н. Нигъмәтуллина // Социалистик Татарстан. — 1965.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ғабдрахман Әпсәләмов. Аҡ сәсәктәр: Роман. — Ҡазан: Татар. кит. нәшр., 2019. — 575 бит.(недоступная ссылка)
  2. «Аҡ сәсәктәр» романының яҙылыу тарихы(недоступная ссылка)
  3. Татар әҙәбиәте. 8 : урыҫ телендә төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се синыфы өсөн дәреслек (татар балалары өсөн) / З. Н. Хәбибуллина, Х. Г. Фардиева, Ә. Н. Хужиәхмәтов. — Бишенсе баҫма. — Казан : Татарстан китап нәшриәте, 2011. — 205 б. ISBN 978-5-298-02065-7
  4. Айтуғанова, М. Экранда оло мөхәббәт тарихы : [Г. Әпсәләмовтың «Аҡ сәсәктәр» романы буйынса төшөрөлгән фильм тур., фильмдың продюсеры М. Айтуғанова менән әңгәмә] / М. Айтуғанова ; әңгәмәләш Л. Хәбибуллина // Шәһри Ҡазан. — 2015. — 2 апр. (№ 33). — Б.10.

Һылтанмалар

үҙгәртергә