Аҡ сабаҡ — башҡорт халыҡ йыры.


Ел өргән дә саҡта шау-шыу итә

Ялан ғына ерҙең ҡайыны.

Ҡысҡырып та бер йырламай тороп,

Баҫып ҡына булмай ҡайғыны.


Ағиҙелкәй һыуы, ай, тәрән һыу,

Аҡ сабаҡтар уны буйламай.

Аҡ сабаҡтар кеүек йәшәү ҡайҙа,

Донъя ҡайғыларын уйламай.

  • Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә