Аҡ күл (Вологда өлкәһе)
Аҡ күл — Рәсәйҙең Вологда өлкәһендәге күл. Каспий диңгеҙе бассейнына ҡарай
Аҡ күл | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Ковжа[d], Кема[d], Шола, Куность, Мондома, Мегра[d], Маэкса, Водоба, Киуй, Ухтомка (йылға) һәм Пустая[d] |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Шексна[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Бассейн майҙаны | 14 000 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вологда өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 113 метр |
Оҙонлоҡ | 46 km |
Киңлек | 46 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 33 метр |
Майҙан | 1130 км² |
Күләме | 5,2 км³ |
Аҡ күл Викимилектә |
Аҡ күл майҙаны — 1290 км², күләме — 5,2 км³. Уртаса тәрәнлеге — 4,1 м[1], иң тәрән урыны — 20 м[2]. Күлгә 17 йылға ҡоя, ә унан бер Шексна йылғаһы ғына ағып сыға.
Этимологияһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта күлдең тура тәржемәһе вепсский теленән Vaugedjärv, йәки jär’Valged v' (диалекттарҙа ҡыҫҡа формаһы — Valgär', Vaugär', Volgdar', Vouktar, Vaagar'), йәғни «Аҡ-күл». Хәҙерге заман географик атамаларында ошонан финсә Valkeajärvi күл (йәки Valketjärvi) атамаһы һаҡланған. Афанасий Щекатовтың Рәсәй дәүләте географик һүҙлеге күл исеменең барлыҡҡа килеүен шулай аңлатыла: «Ул (Белоозеро) ярайһы тәрән, таҙа һәм төбө ташлы, күп өлөшө балсыҡлы. Әлеге балсыҡ аҡ һәм һай булыуы арҡаһында болғанған саҡта күл һыуына аҡ төҫ биргән»[3].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәАҡ күл тектоник сығышлы, ер ҡабығының күтәрелеүе һәм түбән төшөүе арҡаһында барлыҡҡа килә[4]
Аҡ күлдең ярҙары һөҙәк, унда бухталар һәм ҡултыҡтар юҡ, грунты башлыса ҡомло-балсыҡлы. Күл түңәрәк формала, күлдең оҙонлоғо — 43 саҡрым, киңлеге 32 километрға тиклем етә. Күлдең уртаса тәрәнлеге — 5-7 метрҙан 15 метрға тиклем ҡайһы бер ерендә соҡорҙар бар. Ул ярында бик һай, тәрәнлеге 1 метрҙан артмай[3].
Күлдең хәҙерге гидрологик режимы Крохин быуаһын реконструкциялауҙан һуң барлыҡҡа килә.1963-1964 йылдарҙа Аҡ күл Шексна йылғаһы менән бергә Шексна (Череповецкий) һыуһаҡлағысының өлөшөнә әйләнгән.Һөҙөмтәлә күлдең морфометри параметрҙары һәм гидрологик режмы үҙгәрә: күл майҙанға 1126 квадрат километрҙан 1284 квадрат километрға тиклем арта, һыу кимәле уртаса 2,2 метрҙан 4,1 метрға тиклем арта, массаһы һыу күләме — 2,8 куб километрҙан 5,0 куб километрға тиклем арта, ә һыу тоноҡлоғо 1,7 тапҡыр кәмей[5].
Күлгә яһалма һыу ҡойғандан һуң, күлдең Ковжи һәм Кема ҡушылдыҡтары араһында — Ковжинский һыу йәйелмәһе барлыҡҡа килә.[5]
Бассейны
үҙгәртергәКл бассейнына 60-тан ашыу йылға ҡоя, һыу мул йылдарҙа улар тағы ла күберәк була. Бәләкәй йылғаларҙың ҡайһы берҙәре йәй аҙағында ҡорой.
Төп ҡушылдыҡтары: Водоба, Кема, Киснемка, Киуй, Ковжа, Куность, Кустовка, Мегра, Мондом, Муньга, Слободка, Солмас, Сорка, Ухтомка, Чалекс, Шол, Юрьевка. Йылғаларҙың суднолар йөрөй торғаны-. Ковжа йылғаһы ул Волга-Балтик суднолар юлының бер өлөшө булып тора.
Аҡ күлдән берҙән-бер ағып сығыусы йылға — Шексна йылғаһы, ул Волга ҡушылдығы. Шулай итеп, күл Каспий диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Антропоген йоғонто яһаусы иң ҙур күл Төньяҡ-Көнбайыш СССР, часть i. Гидрохимия һәм Гидрология аҡ күл. — Л., Наука, 1981 . — 250, 6 стр.
- ↑ 350-нән ашыу км² майҙан рәсәй күлдәре
- ↑ 3,0 3,1 Күл энциклопедияһы: Аҡ күл (Вологда өлкәһе) 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Рәсәйҙең физик географияһы (дөйөм күҙәтеү) — 5.4. КҮЛ 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Н. Лена Болотов."АҠ КҮЛ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ ЗАМОЛВИТЬ…"
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гусаков Б. Л., Дружинин Г. В. Белое озеро: прошлое, настоящее и будущее. — Л.: Гидрометеоиздат, 1983. — 112 с. — (Реки и озёра нашей Родины). — 50 000 экз.
- Макаров Н. А., Захаров С. Д., Бужилова А. П. Средневековое расселение на Белом озере. — М.: Языки русской культуры, 2001. — 496 с. — (Studia historica). — 1000 экз. — ISBN 5-7859-0207-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Белое» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ТӘБИҒӘТ КРАЙЫ — Н. Лена Болотов. «АҠ КҮЛ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ ЗАМОЛВИТЬ…»