Аҡ Дрин каньоны
Аҡ Дрин каньоны йәки Аҡ Дрин тарлауығын (алб. Gryka e Drinit të Bardhë; сер. Кањон Белог Дрима) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының көньяҡ-көнбайышындағы әллә ни ҙур булмаған тар тәрән үҙәк. Каньонда Аҡ Дрин йылғаһы аға. Каньон сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына, ни бары 900 метр оҙонлоҡта һәм уның тәрәнлеге 45 метр. Каньонға инер урында Ғосман империяһы заманынан тороп ҡалған иҫке Швань күпере бар, ул Балҡандың төрлө тарафтарынан һыуға сумыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Аҡ Дрин йылғаһының каньоны, үҙенең гидрологик һәм геоморфологик әһәмиәте йәһәтенән, 1986 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы сифатында дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[1][2].
Аҡ Дрин каньоны | |
---|---|
алб. Gryka e Drinit të Bardhë, серб. Кањон Белог Дрима | |
42°21′01″ с. ш. 20°32′35″ в. д.HGЯO | |
Тәрәнлеге | 45 м |
Оҙонлоғо | 900 км |
Аҡ Дрин каньоны Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәАҡ Дрин каньоны Эрзе ауылы эргәһендә (Ораховац муниципаль берәмеге), Швань күпере янындағы Джяковица — Призрен юлында урынлашҡан. Каньон неоген осоронда барлыҡҡа килә. Уның барлыҡҡа килеүенә күп кенә тектоник процестар сәбәпсе була. Был тарлауыҡ каньондарға хас бөтә үҙенсәлектәргә эйә һәм унда карбонат ҡатламдары бар[3].
Туризм
үҙгәртергәОҙайлы геоморфологик процестар арҡаһында Аҡ Дрин ике эзбизле ҡая араһында каньон барлыҡҡа килтерә, хәҙерге көндә ул тикшеренеүселәрҙе һәм туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Джяковицаны һәм Призренде тоташтырыусы төп юлда урынлашҡанлыҡтан, күп кенә сит ил туристары һәм урындағы халыҡ Аҡ Дрин тарлауығын ҡарарға килә. Каньон аша һалынған бер аркалы Швань күпере туристар өсөн был яҡтарҙың тағы бер мөһим иҫтәлекле урын булып тора. Күперҙән ырғыусы спортсылар ярышы йыл да үткәрелә, унда төбәктең бик күп спортсылары ҡатнаша. 1986 йылдан күпер ҙә, каньон да дәүләт һаҡлауы аҫтында. Ҡурсаулыҡ зонаһы 199 гектар майҙанды биләй, ул Ораховац (124,96 гектар) һәм Джяковица (г 73,86)[4] муниципалитеттары биләмәһендә урынлашҡан. Каньондың өҫкө өлөшөндә ресторан эшләй, унда Аҡ Дринда тотолған балыҡ тәҡдим итәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://ecdebates.medijacentar.info/download/raporti_natyra_eng.pdf 2015 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ http://www.ammk-rks.net/repository/docs/1StateofNature.pdf 2016 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ http://www.balkansgeotourism.travel/content/drini-i-bardh%C3%AB-white-drin-canyon-kosovo/see5F0B3E30B356E011C 2016 йыл 9 май архивланған.
- ↑ http://www.ammk-rks.net/repository/docs/Hidromonumentet_e_mbrojtura_ne_Kosove.pdf 2016 йыл 3 март архивланған.