Аҡ Георгий

Христиан изге Георгийының Грузияла таралған исемдәренең береһе.

Аҡ Георгий (груз. თეთრი გიორგი) —Христиан изге Георгийының Грузияла, айырыуса илдең төньяҡ-көнсығыш бейек таулы райондарында, таралған исемдәренең береһе[1].

Аҡ Георгий
Зат ир-ат
 Аҡ Георгий Викимилектә
Грузияның Телав районындағы Аҡ Георгий сиркәүе
Аҡ Георгий һәм ете күк яҡтыртҡысы, 1918 йыл. Грузин демократик республикаһының Гербы.

Аҡ Георгий милли символ итеп, 1918—1921 һәм 1991—2004 йылдарҙа Грузия гербының бер өлөшө булараҡ, ҡулланылған. Аҡ Георгий исеме бер нисә сәйәси һәм башҡа ойошмаларға, атап әйткәндә, Европалағы советтарға ҡаршы грузин эмигранттары төркөмөнә һәм 1990-сы йылдарҙағы грузин хәрбиләштерелгән формированиеларына бирелгән.

Изге Георгий Грузияла бик боронғо замандарҙан уҡ хөрмәт ителә[2]. «Георгий» экзонимы уға ҡарата XI йәки XII быуаттан, халыҡ этимологияһына һәм был изгенең ҙур популярлығына нигеҙләнеп, бәлки, хаталы рәүештә, ҡулланыла[3][4].

Аҡ Георгий культы, атап әйткәндә, Кахетия территорияһы менән бәйле. Ул синкретик, йәки үҙендә христиан изгеһен урындағы ай аллаһына табыныу менән берләштерә, айырым аңлатмай[5].

Аҡ Георгий Байрамын (тетригиоргоба) элек, көнсығыш грузин райондарынан күп кенә хажиҙар, христиан изге Георгий байрамынан айырым, ул саҡта Аҡ Георгийға табыныуҙың төп урынында, XIV быуатта, Ахметтағы (Кахетия) Алаверди монастырында, йыл һайын 14 августа уҙғарылған төнгө тантанала билдәләй.

Геральдикала

үҙгәртергә

1918 йылдың майында күптән түгел Рәсәй империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ алған Грузин демократик республикаһы властары Аҡ Георгийҙың атлы һүрәтен гербтың үҙәк элементы итеп һайлайҙар. Реваз Габашвили хәтирәләренә ярашлы, был образ донъяуираҡ була, Грузияның социал-демократик хөкүмәте[6], уның христиан символикаһын кире ҡаҡҡанлыҡтан, был образ диндән айырылып (секулярный) күрһәтелгән. Был һүрәттә Аҡ Георгий ҡораллы һыбайлы рәүешендә «ете күк яҡтыртҡысы» (ете классик планета) аҫтында һүрәтләнгән.

Был герб Грузия советтарға 1921 йылда ҡушылғанға һәм 1991—2004 йылдарҙа советтарҙан һуңғы Грузияла ҡулланылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Георгий Победоносец

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тетри Гиорги, «Белый Георгий». История символа Грузии
  2. Tuite K. St. George in the Caucasus: Politics, Gender, Mobility. // Sakralität und Mobilität im Kaukasus und in Südosteuropa. — Vienna: Verlag der Österreichen Akademie der Wissenschaften, 2017. — P. 21—56. Архивная копия на Wayback Machine
  3. Assfalg Julius. Georgien // Theologische Realenzyklopädie, XII. — 1984. — P. 389—393.
  4. Khintibidze Elguja. A New Theory on the Etymology of the Designations of the Georgians. // Philologie, Typologie und Sprachstruktur: Festschrift für Winfried Boeder zum 65. Geburtstag. — Frankfurt am Main: Peter Lang Verlag, 2002.
  5. S. H. Rapp, The Sasanian World through Georgian Eyes: Caucasia and the Iranian Commonwealth in Late Antique Georgian Literature (2014), p. 152 2022 йыл 27 октябрь архивланған., referencing Kevin Tuite, «Lightning, Sacrifice, and Possession in the Traditional Religions of the Caucasus» 2021 йыл 27 сентябрь архивланған., Anthropos 99.2 (2004), 481—497 (487f.).
  6. Gabashvili, Revaz, «მოგონებები» («Memoirs»), pp. 119—120, in: Sharadze, Guram & Sanikidze, Levan (ed., 1992), დაბრუნება (ქართული ემიგრანტული ლიტ-რა). Tbilisi: Metsniereba.