Аҙау (станция)
Аҙау — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге һуңғы тимер юл станцияһы.
Станция Аҙау Батайск — Аҙау | |
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы | |
Тимер юлы бүлексәһе: |
Ростов регионы |
---|---|
Асылған: | |
Платформалар һаны: |
2 |
Юлдар һаны: |
8 |
Расстояние до Батайскка тиклем: |
30 км |
Тарифная зона: | |
Станция коды: |
510806 |
Код в АСУЖТ: | |
«Экспресс-3» коды |
2064141 |
Викискладе | на
Географияһы
үҙгәртергәАҙау тимер юл станцияһы Батайск үҙәк тимер юл станцияһынан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАҙау станцияһы 1910 йылдың 6 декабрендә барлыҡҡа килә. Шул уҡ көндө беренсе поезды ҡаршы ала. 1920-се йылдарға тиклем станцияла пассажирҙар хәрәкәте бик интенсив булған. Һуңынан түбән төшөү осоро етә, поездар һаны кәмей. 1950-се йылдарҙан Аҙау портының тауар әйләнеше күләме артыуына бәйле, станция аша йөк поездары әүҙем йөрөй башлай. Бөгөн станцияны 45 тимер юлсы хеҙмәтләндерә. Аҙау — икенсе класлы йөк һәм пассажирҙар станцияһы. 1966 йылда үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған. Йөк характеры — портҡа күмер (тәүлегенә 100 вагонға тиклем), төҙөлөш материалдары, ваҡ таш, таҡта материалдары. 2010 йылда, станцияның 100 йыллыҡ юбилейына, урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекттары булып торған вокзал, персоналдар йәшәгән тарихи торлаҡ йорт һәм пакгауз реконструкциялана, шул уҡ ваҡытта биналарҙың 1910 йылдағы бөтә деталдәре һәм формаһы, нескәлектәре һаҡлап ҡалына[2][3][4].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСтанцияның заманса инфраструктураһы яр буйы тибындағы вокзалды, ике түбән пассажирҙар һәм өс йөк платформаһын, станция буйынса дежурный бинаһын, пакгауз, станцияның көнбайыш ауыҙы өҫтөнән йәйәүлеләр үткәргесен үҙ эсенә ала. Һигеҙ юлдың тәүге бишәүһе 25 кВ үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған. Вокзал артындағы электрлаштырылмаған юлдар порт һәм ҡаланың бер нисә сәнәғәт предприятиеһы яғына дауам итә. Вокзал бинаһының үҙәк фасады ҙур булмаған вокзал алды майҙанына сыға[5][6]. 1950-се йылдарҙан станция буйынса хәрәкәт башлыса диңгеҙ һәм йылға флоты сауҙа судноларына йөк бушатыу өсөн (башлыса таш күмер, таш, төҙөлөш материалдары) портҡа барыусы йөк составтары тарафынан тормошҡа ашырыла[7].
Станция буйынса ҡала яны хәрәкәте
үҙгәртергәҒәҙәти көндәрҙә вокзал өс пар Ростов-Главный—Аҙау—Ростов-Главный ҡала яны пассажирҙар поезын ҡабул итә. Пассажирҙар ташыуҙы электропоезд ЭД9 йәки рельслы автобус РА1 башҡара.
Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
Ҡала яны | Ростов — Аҙау | Ҡала яны | Аҙау — Ростов[8] |
Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе рейстар юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М., Транспорт, 1981
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100216001 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100216002 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100216003 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Памятники истории и архитектуры . Азовская городская ЦБС. Дата обращения: 16 апрель 2017.(урыҫ.). Азовская городская ЦБС. 16 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Железнодорожная станция Азов . Rutraveller. Дата обращения: 16 апрель 2017. 2017 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Железнодорожная станция Азов-экспорт . Gdevagon. Дата обращения: 16 апрель 2017.(недоступная ссылка)(урыҫ.). Gdevagon. 16 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Станция на Яндекс-расписаниях
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҙау Станцияһы 2010 йыл 1 декабрь архивланған.