Ағиҙел (йыр)
Ағиҙел —— башҡорт халыҡ йыры.
Ағиҙелкәй ҡайҙа? Ай, туғайҙа.
Ағиҙелкәй һымаҡ һыу ҡайҙа?
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуҙың, ай, буйҙары,
Йәмле сағы уның яҙғы айҙа.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, буйында,
Һандуғастар һайрай муйылда.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан
Яман теләк йөрөтмәҫ уйында.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән,
Яр ситтәре бигерәк ҡомло икән.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелдә үҫкән, ай, ҡыҙҙарҙың
Тауыштары бигерәк моңло икән.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Нотаһы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.