Ағиҙел йылғаһының һул яғы (платформа)
Ағиҙел йылғаһының һул яғы — Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлегенең Шишмә станцияһы йүнәлешендә Өфө ҡалаһының Дим районындағы туҡтау пункты. Исеме — Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан географик урыны буйынса (артабан Ағиҙелгә эшләмәй торған тиерлек 1615 км платформаһы илтһә лә). ЕСР коды 650011.
Ағиҙел йылғаһының һул яғы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1929 |
Киләһе туҡталыш | Дим (станция) һәм Правая Белая[d] |
Тимер юл һыҙаты | Дёма — Черниковка[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 650011 |
Тимер бетон платформа оҙонлоғо буйынса яҡынса ике электропоезд вагонының оҙонлоғона тиң. Платформала япма аҫтында эскәмйәләр бар, төндәрен һәр ваҡыт платформала фонарь яҡтыртып тора.
Платформа баҡсасылар ағымын хеҙмәтләндерә[1]
Көн һайын түбәндәге электричкалар туҡтай:
- Ҡарламан — Өфө
- Раевка — Өфө
- Стәрлетамаҡ — Өфө
- Инйәр — Өфө
Поезд 1 минут туҡтай.
Өфө ҡала электричкаһы]
үҙгәртергәӨфө ҡала электричкаһы был платформала туҡтамай.
Киләсәктә «Дим — Шаҡша» ҡала электропоезы станцияһына үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла[2], уның өсөн, проект буйынса, бөтә туҡтау пункттары һәр төр йәмәғәт транспорты өсөн берләштерелгән нөктә буласаҡ.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЛевая Белая на викимапии
Левая Белая на Яндекс-расписаниях