Ағаоғлу Сүрейя

әзербайжан сығышлы төрөк яҙыусыһы һәм юрисы, Төркиә тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ —адвокат

Ағаоғлу Сүрейя (төр. Süreyya Ağaoğlu, 1903—1989) — әзербайжан сығышлы төрөк яҙыусыһы һәм юрисы, Төркиә тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ —адвокат[1].

Сүрейя Ағаоғлу
төр. Süreyya Ağaoğlu
Тыуған көнө

1903

Вафат булған көнө

29 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Ил

 Төркиә

Эшмәкәрлеге

адвокат, юрист, яҙыусы

 Ағаоғлу Сүрейя Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сүрейя Ағаоғлу әзербайжан ,һуңынан төрөк сәйәсмәне Әхмәт Ағаоғлуның (тур. Ahmet Ağaoğlu) ҡыҙы. Әзербайжан демократик республикаһы ҡолатылғандан һуң, 1920 йылда ғаилә Төркиәгә эмиграцияға китә. Сүрейя Истанбул университетының юридик факультетын тамамлай. 1927 йылдан алып вафат булғанға тиклем адвокат булып эшләгән. Хоҡуҡи мәсьәләләргә ҡағылышлы күп мәсьәләлргә мөрәжәғәт иткән ике китап авторы булып тора: «Мин Лондонда нимә күрҙем» «Что я видела в Лондоне» (төр. Londra'da Gördüklerim) һәм «Бына шулай үтте ғүмер» «Вот так прошла жизнь» (төр. Bir Hayat Böyle Geçti). Истанбулда инсульттан вафат була.

2003 йылда уның хөрмәтенә иҫтәлекле көмөш тәңкә сығарыла[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kim Kimdir? < S < Süreyya Ağaoğlu (төр.). TurkceBilgi.org. Дата обращения: 5 март 2019. Архивировано из оригинала 2 май 2013 года.
  2. Turkey – Silver Proof 15000000 15 Million Lira Coin 2003 Year Süreyya Ağaoğlu (ингл.). EBay. Дата обращения: 5 март 2019. Архивировано 6 март 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә