Ахунов Рөстәм Ринат улы
Ахунов Рөстәм Ринат улы (22 август 1978 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы[1], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылыш депутаты (2018-2023)[2]. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3].
Ахунов Рөстәм Ринат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1978 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] (2017) |
Әүҙемлек урыны | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге |
Биографияһы
үҙгәртергәРөстәм Ринат улы Ахунов Өфө ҡалаһында тыуған. 2000 йылда «Милли иҡтисад», 2002 йылда — «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
2001—2003 йылдарҙа БДУ-ның иҡтисад факультетының милли иҡтисад кафедраһы ассистенты.
2003 йылда — 08.00.05 — Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (региональ иҡтисад) һөнәре буйынса «Регион милли иҡтисадтың функциональ системаһы булараҡ» темаһына иҡтисад фәндәре кандидаты фәнни дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2003—2005 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһы етәксеһенең фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
2003—2005 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2005—2018 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһы доценты.
2007 йылда — БДУ-ның милли иҡтисад кафедраһы доценты исеме бирелә, етәксе кадрҙар әҙерләү Президент программаһын уңышлы тамалай.
2006—2008 йылдарҙа — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының бизнес һәм эшлекле администрациялау институтын тамамлай, MBA (Master of business administration — Эшлекле администрациялау оҫтаһы) дәрәжәһе бирелә.
2011 йылда — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында DBA (Doctor of Business Administration) дәрәжәһе бирелә.
2012 йылда — Швейцарияла Европа университетында DBA (Doctor of Business Administration) дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһын яҡлайылда
2011 йылда — БДУ-ның иҡтисад факультетының деканы итеп һайлана.
Рөстәм Ринат улының етәкселегендә БашДу-ның иҡтисад факультеты БашДу-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртелә[4].
2013—2017 йылдарҙа — БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры.
2017 йылда университеттарҙың юғары звено етәкселәре (ректорҙар, проректорҙар), дәүләт һәм муниципаль етәкселек, урта һәм ҙур бизнес, эшҡыуарлыҡ, социаль һәм фән сфералары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы буйынса Мәскәү етәкселәр мәктәбе «Сколково»ла уҡый.
2017 йылда — 08.00.05-Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (региональ иҡтисад) һөнәре буйынса «Конкурентлылыҡ һәм етештереү потенциалы үҙ-ара йоғонто яһау нигеҙендә региональ үҫеш менән етәкселек итеү» темаһына иҡтисад фәндәре докторы фәнни дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2018 йылдан — БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының инновациялы иҡтисад кафедраһы профессоры, макроэкономик үҫеш һәм дәүләт менән идара итеү кафедраһы профессоры.
2017 йылдың 20 майынан — 2018 йылдың 12 апреленә тиклем — БашДУ-ның стратегик үҫеше буйынса проректор[5].
2018 йылдың 13 апреленән 2019 йылдың 4 июленә тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең рәйесе вазифаһын башҡарыусы[6].
2019 йылдың 5 июленән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Төбәк иҡтисадының заманса мәсьәләләре лабороторияһы мөдире.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә160-тан ашыу хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары, ВАК мәҡәләләре.
- Управление конкурентоспособностью в системе воспроизводственного потенциала региона: монография / Р. Р. Ахунов. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — 242 с.[7]
- Оценка динамики участия региона в межрегиональных и международных обменных процессах на основе изменения соотношения промежуточного и конечного продуктов / К. Н. Юсупов, А. В. Янгиров, Р. Р. Ахунов, Ю. С. Токтамышева // Экономика региона. — 2017. — Т.13, выпуск 2. — 640 с. — С. 559—569.[8]
- Новая (смешанная) система оплаты труда российских госслужащих «по результатам» / Р. С. Гринберг, Р. В. Губарев, Р. Р. Ахунов, Е. И. Дзюба, А. И. Володин // Экономические и социальные перемены: факты, тенденции, прогноз. — Москва. — 2018. — Т. 11. — № 6. — С. 163—183. — 1 п.л. (авт. 0,7 п.л.). web of science DOI: 10.15838/ESC.2018.6.60.10 [9]
- Башкортостан: 5 лет развития в зеркале СМИ: Информационное издание / Ахунов Р. Р. — Уфа: Аэтерна, 2023. — 158 с
Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫешенең социаль-иҡтисади стратегияһын эшләүсе (региондың территориаль үҫеше буйынса бүлектең етәксеһе) [10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2014 йылда XXII Олимпия уйындары һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Иҫтәлекле медале (2014)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2015)
- Рәсәй Федерацияһы региондарының инвестицион климат торошо Милли рейтингыһының иң яҡшы практикаларын Башҡортостан Республикаһында үҙләштереүҙә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа булышҡан өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2017)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы башлығының гранттары конкурсын үткәреү буйынса Комиссия ағзаһы (рәйес урынбаҫары) [11]
- Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика бүлегенең региональ штабы ағзаһы
- «Башҡортостан финанстары» журналының редакцион советының ағзаһы (рәйес урынбаҫары)
- «Иҡтисад һәм идара итеү: фәнни-практик журналы»ның редакцион советы ағзаһы [12]
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад үҫеше министрлығының проект офисы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы эргәһендәге эксперт-консультация советы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад үҫеше министрлығы коллегияһы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты дәүләт автоном фәнни учреждениеның Күҙәтеү советы ағзаһы
- «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан региональ бүлегенең Региональ сәйәси советы Президиумы ағзаһы [13]
- Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ағзаһы [14]
- Региональ тикшеренеүҙәр Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы (RSA)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Персональная страница учёного на официальном веб-сайте Академии наук Республики Башкортостан
- ↑ Персональная страница депутата на официальном сайте Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
- ↑ Руководство УФИЦ РАН 2019 йыл 12 февраль архивланған.
- ↑ Экономический факультет Башгосуниверситета получил статус института
- ↑ У Рустема Ахунова, возглавлявшего Институт экономики, финансов и бизнеса Башгосуниверситета, новая должность 2019 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ Исполняющим обязанности председателя Уфимского федерального исследовательского центра РАН стал известный экономист
- ↑ Р. Р. Ахунов. Управление конкурентоспособностью в системе воспроизводственного потенциала региона: монография
- ↑ К. Н. Юсупов, А. В. Янгиров, Р. Р. Ахунов, Ю. С. Токтамышева. Оценка динамики участия региона в межрегиональных и международных обменных процессах на основе изменения соотношения промежуточного и конечного продуктов: статья SCOPUS
- ↑ Р.С. Гринберг, Р.В. Губарев, Р. Р. Ахунов, Е.И. Дзюба, А.И. Володин Новая (смешанная) система оплаты труда российских госслужащих «по результатам»: статья Web of Science
- ↑ В Правительстве Башкортостана обсудили проект Стратегии социально-экономического развития республики до 2030 года 2019 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Состав комиссии по проведению конкурса научных проектов молодых ученых на соискание грантов Республики Башкортостан
- ↑ Редакционный совет журнала "Экономика и управление: научно-практический журнал 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Президиум Регионального политического совета Башкортостанского регионального отделения Партии «Единая Россия» 2018 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Совет ректоров вузов Республики Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ахунов тураһында
- Статья в Башкирской Энциклопедии(недоступная ссылка)
- Персональная страница на официальном сайте Академии наук Республики Башкортостан
- Персональная страница на официальном сайте Государственного собрания — Курултая Республики Башкортостан
- Персональная страница на официальном сайте «Открытая Республика» 2020 йыл 12 август архивланған.
- Персональная страница на официальном сайте «Единой России» в Республике Башкортостан 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- Персональная страница на официальном сайте Института экономики, финансов и бизнеса Башкирского государственного университета 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- Личная страница в Инстаграм
- Личная страница в Фейсбуке
- Ахунов менән
- 24.04.2020. газета «Республика Башкортостан», Владимир ЛЕОНТЬЕВ. Вакцина от «идеального шторма»(недоступная ссылка)
- 08.02.2019 газета «Республика Башкортостан», Ильдар АХИЯРОВ. Рустем АХУНОВ: От выживания — к рывку 2020 йыл 11 ғинуар архивланған.
- 03.09.2018 журнал «Сельские Узоры». Взгляд в будущее: УФИЦ РАН становится на инновационные рельсы 2019 йыл 1 июль архивланған.
- 12.07.2018 газета «Республика Башкортостан», Владимир ОГОРОДНИКОВ. Мечта учёных — заполучить полфутболиста 2020 йыл 1 ғинуар архивланған.
- 16.10.2017. МКСЕТ.РУ. Татьяна Майорова. Проректор БашГУ Рустем Ахунов заявил, что его «заказали» конкуренты
- 05.07.2017. «Персонально Ваш», экономист Рустем Ахунов
- ПОИСКНЬЮС. Системный подход. Что ждут от новой программы фундаментальных исследований в региональных научных центрах(недоступная ссылка).