Викидатала элемент юҡ

Ахияр (Әхиәр) — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ахияр (Әхиәр) исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм яҡшылыҡлы, игелекле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Әхиәр Хәким, Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы. исемдәре Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001).РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989).РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984).Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980).Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)."Ҡыҙыл Йондоҙ ордены" (1945)."Почёт Билдәһе" ордены (1979)."Батырлыҡ өсөн" миҙалы (1944).Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы .

Шафиҡов Әхиәр Талип улы (1905 йыл — 24 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Юлмөхәмәтов Әхиәр Хәкимйән улы (12.01.1936-13.02.2009), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1997 йылдарҙа ауыл киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Ленин ордены кавалеры (1971).

Сәғитов Илдус Ахияр улы. Техник фәндәр кандидаттары.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (19 февраль 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы, юғары мәктәп эшмәкәре. педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976), Белем биреүҙе гуманлаштырыу халыҡ-ара академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (1995), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ