Ауыл (гәзит)
«Ауыл» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Һамар губернаһы башҡарма комитеты эргәһендәге асығыусыларға ярҙам бүлеге һәм башҡорт-татар бюроһы, 1923 йылдан алып РКП(б)-ның Һамар губерна комитеты эргәһендәге башҡорт-татар бюроһы һәм губерна халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге татар-башҡорт секцияһы органы. 1922 йылдың мартынан башлап 1924 йылдың июненә тиклем Һамар ҡалаһында төрки телендә нәшер ителә. 1922 йылда 18 һаны сыға, 1923 йылда — 27, 1924 йылда — 6. «Ауылда» совет хөкүмәте документтары, ил һәм сит илдәр яңылыҡтары баҫтырыла, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу мәсьәләләре яҡтыртыла, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр бирелә.
«Ауыл» | |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Энциклопедия Башкортостана (рус.)