Ат һәм йөрәкһегән ҡоралай
Ат һәм йөрәкһегән ҡоралай — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1885 йылда яҙыла, 1885 йылдың 12 авгусында тәүге тапҡыр «Петербургская газета» баҫмаһының 219-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.
Ат һәм йөрәкһегән ҡоралай | |
Нигеҙләү датаһы | 1885 |
---|---|
Атамаһы | Конь и трепетная лань |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 12 (24) август 1885 |
Баҫылған | Пёстрые рассказы[d][1] һәм Петербургская газета[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалары
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Ат һәм йөрәкһегән ҡоралай» 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 12 авгусында "Петербургская газета"ның 219-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған, «Сыбар хикәйәләр» йыйынтығында баҫылып сыҡҡан. Автор хикәйәнең исемендә А. С. Пушкиндың «Полтава» поэмаһынан билдәле юлдарҙы ҡулланған: «ат һәм йөрәкһегән ҡоралайҙы бер арбаға егеп булмай».
А. Чехов үҙе тере саҡта хикәйә серб-хорват теленә тәржемә ителә.
Сюжеты
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға бер провинциаль ҡалала бара. Бер төндә ирле-ҡатынлы Фибровтар йоҡлай алмаған. Хәләл ефете Катя ире Васяны, өйгә һәр саҡ иҫерек ҡайтаһың, тип ирешә башлай. Репортёр булып эшләгән ире, үҙенең вазифам шулай, тип аҡлана — иптәштәр менән эсмәйсә булмай, клиент менән — мәғлүмәт алыу маҡсатында, агент менән.
Ҡатыны Васяны, етди яҙыусы ла түгелһең, урта ҡул ғынаһың — ваҡ-төйәк тураһында яҙған ниндәйҙер репортёр ғынаһың, ул эшеңдән кит, тип өгөтләй. Ул былай ти: «Исмаһам яҡшы эш хаҡы, айына ике йөҙ-өс йөҙ һум алһаң да, хәйерсе илле һум инде, уныһын да ваҡытында түләмәйҙәр. Беҙ ярлы, бысраҡ йәшәйбеҙ. Фатирыбыҙҙан кер йыуыу бүлмәһенән сыҡҡан еҫ килә, эргәбеҙҙә мастеровойҙарҙар һәм аҙғын ҡыҙ-ҡатын йәшәй. Көн буйына тәүфиҡһыҙ һүҙҙәр һәм йырҙар ғына ишетәһең. Йорт йыһаздарыбыҙ ҙа мебель, урын-ер ҡаралдыларыбыҙ ҙа, эске кейемдәребеҙ ҙә юҡ. Һин дә насар ғына кейенәһең, шуға күрә хужабикә лә һине һанға һуҡмай, мин дә теләһә ниндәй модисткаға ҡарағанда ла насар кейенәм. Ә ашағаныбыҙ көнлөксө булып ялланыусыныҡынан да насарыраҡ…».
Вася, тиҙҙән яҡшы йәшәй башлаясаҡбыҙ — бына мине «Куриная слепота» баҫмаһына хроника хәбәрсеһе итеп кенә алһындар әле, тип яуап бирә . Үҙ-ара бәхәс байтаҡ ваҡытҡа һуҙыла, шунан һуң Вася бүлмәнән сыға. Ике минуттан, ҡото осоуҙан аушантаушан килеп, мыңғырҙап бүлмәгә кире инә. Ҡатыны, тағы ла яҡшы яҙмыш тураһында хыялланып ята торғас, нисек йоҡлағанын да һиҙмәне. Төш етеүгә ул йоҡонан уяна — ире янында юҡ. Ул кис Васяның тағы ла иҫерек ҡайтыуын һиҙенеп тора, шуға ла бабаһына иренә, арыуыраҡ эш табыш әле, тип үтенеп хат яҙғыһы ла килмәй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Конь и трепетная лань// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, page 51, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Cheval et la Biche frémissante, traduit par Madeleine Durand et Edouard Parayre, Les Editeurs Français Réunis, 1955, numéro d’éditeur 431.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Конь и трепетная лань 2017 йыл 26 май архивланған.. Оригинальный русский текст