Атаман урамы (Новочеркасск)
Атама́н урамы — Аҡсай урамынан Дубовский урамына тиклем һуҙылған Новочеркасск ҡалаһы үҙәгендәге урам. Кавказская, Александровская, Генерал А. И. Лебедь, Комитет, Красноармейсая урамдарын һәм Платов проспектын киҫеп үтә. Урамдың оҙонлоғо — 1430 м тәшкил итә. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте юҡ[1][2]. Генерал А. И. Лебедь һәм Дубовский урамдары араһындағы участкала машина менән йөрөй торған юл уртаһында 10 м киҫлектә бульвар һуҙылған. Урамда йәшеллек күп: дүрт рәт ҙур булып үҫкән ағастар (икәү аллеяла, икәү тротуар буйлап). Башлыса боронғо бер, бер ярым, ике ҡатлы йорттарҙан тора.
Атаман урамы Новочеркасск | |
XX быуат башында Атаман урамы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район |
Центральный |
Исторический район |
Первомайский |
Элекке исемдәре |
Совет урамы |
Оҙонлоғо |
1,43 км |
Киңлеге |
7—23 м |
картала | |
OpenStreetMap-та | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәЙорт номеры | Һүрәте | Һүрәтләү |
---|---|---|
37 | Дон В. Ф. Комиссаржевская исемендәге драма һәм комедия театры. Бинаһы 1909 йылда архитектор Бекетов Алексей Николаевич проекты буйынса һуңғы модерн стилендә Өлкә суд палатаһы өсөн төҙөлгән. 1920 йылдан уны хеҙмәт Һарайы биләй, уның бер өлөшө 1925 йылда офицерҙар Йорто итеп бүлеп бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бина өлөшләтә емерелә һәм пожарҙан ныҡ зыян күрә. Йәмһеҙләнгән һөлдәһе 20 йыл буйы шул килеш тора. 1965 йылда, төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң (бында бинаның тәүге күренеше һиҙелерлек үҙгәрә), был бинаға ҡала мәҙәниәт Һарайы һәм В. Ф. Комиссаржевская исемендәге ҡала драма театры күсеп сыға. Театрға был исем 1964 йылда артистың тыуыуының 100-йыллығы уңайынан бирелә. Новочеркасск театрында ул 1893 йылда тәү башлап сығыш яһай һәм унда барлығы бер сезон эшләй[3]. | |
38 | Новочеркасскиҙа Дон казактарының тарихы музейының төп бинаһы. 1884—1899 йылдарҙа архитектор А. А. Ященко проекты буйынса төҙөлә. Музей коллекцияһында казактарҙың тарихы, көнкүреше, хәрби походтары тураһында һөйләүсе 150 мең экспонат бар. Музей экспозицияһына Дон рәссамдарының картиналары ҡуйылған. | |
39 | Почта-ямсылыҡ станцияһы. Бер ҡатлы ағас бина XIX быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән, ул Новочеркасскиҙа һаҡланып ҡалған иң боронғо ҡаралтыларҙың береһе булып тора. Станцияла А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов туҡтап киткәндәр. Бина урындағы әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты булып тора[4]. | |
40 | Новочеркасскиҙағы элекке Мария ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы — архитектура академигы А. А. Ященко ижады, 1882 йылда төҙөлгән. Совет осоронда бинаны колхоз һәм совхоздар өсөн етәксе кадрҙар әҙерләү буйынса Ростов ауыл хужалығы техникумы биләй. Бында шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдең казак ғәскәрҙәре Союзы штабы була. Хәҙерге ваҡытта бинала аграр техникумдың уҡыу корпусы урынлашҡан. | |
41 | 5-се мәктәп. Революцияға тиклем бында Кузнецовтың реаль училищеһы урынлашҡан була. Аҙаҡ Дон ер төҙөлөшө-мелиорация (хәҙерге аграр) техникумы урынлаша. 1935 йылда техникумды элекке сауҙагәр казактар Ойошмаһы мәктәбе бинаһына күсерәләр, ә быныһын дөйөм белем биреү мәктәбенә бирәләр. Тарихи тышҡы күренеше өлөшләтә һаҡланған. Эклектика стилендәге тәүге ике ҡатлы бинаға ниндәй ҙә булһа архитектура артыҡлыҡтары булмаған бер ҡат өҫтәп һалына. Һөҙөмтәлә көмбәҙе менән мансардалы ҡыйығы юҡҡа сыға[5]. | |
42 | Ростов агробизнес кадрҙарының белемен күтәреү институты. Бина XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. 1880 йылда унда А. Д. Дувакинаның шәхси ҡыҙҙар гимназияһы асыла, ул бөтә ҡатлам балалары өсөн керә алырлыҡ асыҡ уҡыу йорто була. Совет осоронда бинаны мелиорация, аҙаҡ ветеринария техникумы биләй[6] . | |
55 | Боронғо ике ҡатлы торлаҡ йорт, урамға ҡараған фасады һылап яһалған биҙәктәр: ян яҡтан (пилястралар) бер яғы стенаға инеп торған дүрт ҡырлы ярым колонналар һәм тәҙрә баштарындағы ҙур булмаған кәрниздәр (сандрик) менән мул биҙәлгән[7] | |
61 | «Новочеркасскиҙағы ғалимдар Йорто». 1909 йылда Дон Ғәскәрҙәре Өлкәһе өлкә идараһының төҙөлөш бүлеге инженеры Г. М. Сальников үҙенең проекты буйынса үҙе өсөн һуңғы модерн стилендә айырым йорт төҙөй. Һуңғараҡ, Көньяҡ-Рәсәй дәүләт политехник институттың архитектура кафедраһында эшләгәндә, Георгий Михайлович үҙенең йортон институт китапханаһы өсөн тапшыра, ә үҙе ишек алдына айырым һалынған бәләкәй өйгә күсә. Китапхана оҙаҡламай институттың мәҙәни үҙәгенә әйләнә, ә Сальников йорто ғалимдар Йорто булараҡ билдәлелек яулай. Унда уҡытыусылар-политехниктәр ял итәләр һәм эшләйҙәр. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында айырым йортто ҡала профсоюздар комитеты биләй, ә 1993 йылда ул осорҙағы мэр Н. И. Присяжнюк йортто казактарға ҡуртымға бирә. Ун йыл буйына бында Новочеркасскиҙағы Ҡеүәтле Дон ғәскәрҙәре казактар округының Атамандар идараһы урынлаша. 2004 йылда бина реставрациялана[3]. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новочеркасский автобус . Городской транспорт Новочеркасска. Дата обращения: 4 ғинуар 2017. 2016 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Схема линий новочеркасского трамвая . Городской транспорт Новочеркасска. Дата обращения: 4 ғинуар 2017.
- ↑ 3,0 3,1 По улице Атаманской . Частная лавочка (19 октябрь 2003). Дата обращения: 11 ғинуар 2017.
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6101084000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Школа №5 (угол Атаманской и Горбатой) . Novocherkassk.net. Дата обращения: 11 ғинуар 2017.
- ↑ История Института переподготовки кадров агробизнеса . Институт переподготовки кадров агробизнеса. Дата обращения: 11 ғинуар 2017.
- ↑ Атаманская, 55 . Novocherkassk.net. Дата обращения: 11 ғинуар 2017.