Атаман Ефремовтар һарайы
Һарай | |
Атаман Ефремовтар һарайы
| |
Файл:Атаман Ефремовтар һарайы .JPG | |
Ил | Рәсәй |
Станица | Старочеркасская |
Архитектура стиле | классицизм |
Төҙөлөшө | 1756—1761 йылдар |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110035000 |
Атаман Ефремовтар һарайы Викимилектә |
Атаман Ефремовтар һарайы(шулай уҡ билдәле Атаман һарайы) — Старочеркасская станицаһындағы XVIII быуаттың гражданлыҡ архитектураһы ҡомартҡыһы. Бина 1761 йылда Ефремовтарҙың хужалығында төҙөлгән һәм уларҙың нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән йорто.
Һүрәтләү
үҙгәртергәСтарочеркасская станицаһындағы атаман һарайының алғы яғы классик стилдә төҙөлгән. Уның архитектураһы ғәҙәттәге Мәскәү һәм Петербургтың билдәле кешеләренең айырым утар һарайҙары кеүек итеп төҙөлгән. Бинаның өсмөйөшлө фронтоны дүрт айырым берәрләп торған колонналы һәи икешәрҙән бергә баҫтырылған шыма ярым колонналарҙа тора. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр сандрик менән биҙәлгән, ә беренсе ҡаттың тәҙрәләре баҫтырылған һуған формаһында. Тәҙрәләрҙең төрлө масштабта эшләнеүе йорт бинаһының үҙенсәлеге булып тора. Түбәнге ҡаттың тәҙрәләре ҙур түгел, формалары тәпәшәк, ә ҡараңғы йөҙлөктәре сауҙа итеүсе казактар Жученковтарҙың һатыу йорто тәҙрәләрен хәтерләтә. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр — ҙурыраҡ , яҡтыраҡ, еңел рамлылар, улар бинаға һарай төҫөн биреп торалар. Атаман Ефремовтарҙың йорто янында уларҙың ғаилә сиркәүе лә һалынған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәБыл мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй. |