Асурети сиркәүе-грузин архитектураһы һәм Самцхе-Джавахети төбәгенең Ахалкалаки муниципалитетындағы Асурети ауылында милли әһәмиәткә эйә булған мәҙәни ҡомартҡыһы. Ахалкалакиҙан 21 саҡрым алыҫлыҡта, Триалет һыртының көньяҡ битләүҙәрендә, диңгеҙ кимәленән 2100 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡорамдың стилистик билдәләре буйынса барлыҡҡа килеүе X быуаттың II яртыһына ҡарай. Сиркәү бер нефлы, төкәтмәләр менән. Ул башлыса шымартылған таш квадраттарҙан төҙөлгән. Көнсығыш яҡта ярым түңәрәк сығып торған апсида бар. Айырым иғтибарҙы интерьеры йәлеп итә. Буй диуарҙарҙа ике пилястр урынлашҡан. Көнбайыш диуар өҫтөндә ике ҙур аркалы уйым бар. Аркалар түңәрәк колоннаның уртаһына һалынған. Бинала көнбайыш һәм төньяҡ яҡта ике инеү урыны урынлашҡан. Сиркәүҙең тыш яғында бер ниндәй ҙә яҙыуҙар юҡ. Эс яҡта төньяҡ диуарҙа урта быуат грузин алфавиты менән яҙылған яҙыу бар, ул өлөшләтә зыян күргән. Тәҙрәләренең биҙәктәре айырым иғтибарға лайыҡ. Һуңыраҡ сиркәүҙең көньяғына ҡапҡа өҫтәп төҙөлә. Фасадтары бай биҙәлгән. Асурети сиркәүе 1981 йылда тергеҙелә. Асурети сиркәүе 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузия президенты указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы категорияһына индерелә[1]

Асурети сиркәүе
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахалкалакский муниципалитет[d]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • აზავრეთის ეკლესია

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ